Ленинград өлкәһенең Тихвин ҡалаһында «Рәсәй — мәҙәниәттәр көйө» тип аталған VII этномәҙәни фестиваль үтте. Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы һәм «Ирәндек» башҡорт фольклор ансамбле Башҡортостан мәҙәниәтен лайыҡлы кимәлдә күрһәтеүгә өлгәште, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Сарала Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко ла ҡатнашып, башҡорт мәҙәниәте менән яҡындан танышҡан. Уға башҡорт ихатаһын күрһәтеп, башҡорттарҙың милли кейеме, биҙәүестәре, көнкүреш әйберҙәре һәм сувенирҙары тураһында һөйләгәндәр. Ҡунаҡтарҙың иғтибарын айырыуса Хәйбулла районынан килтерелгән башҡорт балы йәлеп иткән.
«Башҡорттарҙы ныҡ хөрмәт итәм, башҡорт балын яратам. Өйөмдә ҡамсат бүркем дә бар. Башҡортостандың тәбиғәте хаҡында күп ишеткәнем бар, үҙ күҙем менән күрергә бик теләр инем», - тип белдергән Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко.
Бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында һәм Ленинград өлкәһендә яҡынса биш меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Милләттәштәребеҙҙең сит тарафтарҙа ла милли асылыбыҙҙы һаҡлап, үҙҙәрен лайыҡлы танытып, тиңдәр араһында тиң булып йәшәүе һоҡландыра һәм ғорурландыра.
Киләһе йылда «Рәсәй — мәҙәниәттәр көйө» фестивале Ленинград өлкәһенең Волхов ҡалаһында үтәсәк.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.