Башҡорт донъяһы
7 Сентябрь 2020, 18:30

“Аҡбуҙат” журналы Дағстанды гиҙә

6 сентябрҙә Махачкала ҡалаһында “Аҡ торналар көндәре” әҙәби фестивале башланды.

6 сентябрҙә Дағстандың Махачкала ҡалаһында “Аҡ торналар көндәре” тип аталған ХХХIV Халыҡ-ара әҙәби фестиваль башланды. Ул ЮНЕСКО башланғысы менән Рәсүл Ғамзатов иҫтәлегенә үткәрелә.
Сарала “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина ла ҡатнаша.
"Фестивалдең тәүге көнөндә Рәсүл Ғамзатов проспектында шағирҙың һәйкәле янында Ғамзатов уҡыуҙары үтте. Мәктәп балалары һәйкәлгә сәскәләр һалды, бөйөк әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыны. Шул көндөң кисендә “Креатив” әҙәби клуб ағзалары менән осраштыҡ. Мине иң ҡыуандырғаны – балалар Ғамзатовтың ижадын һәйбәт белә, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Шағирҙың әҫәрҙәре русса яңғыраһа ла, мәктәп уҡыусылары араһында төрлө милләт вәкилдәре бар ине: авар, ҡумыҡ, дарғын. Дағстан, Башҡортостан кеүек үк, күп милләтле республика.
Балаларға Башҡортостан тураһында һөйләнем, “Аҡбуҙат” журналы бүләк иттем, шиғырҙар уҡыным. Улар башҡортса һөйләшеп күрһәтеүемде һораны. Ҡайһы бер төрөк һүҙҙәрен аңлап шатландылар", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Лариса Хашим ҡыҙы.
Сара 10 сентябрҙә тамамлана. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәр көн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар көтә.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас