Редакциябыҙҙан ижади төркөм бөгөн Илештә булып, район халҡының пандемия осоронда ла бирешмәй, төшөнкөлөккә бирелмәй тормош көтөүенә, “Айыҡ ауыл” конкурсына ихлас ҡушылыуына, “Зауыҡлы биләмәләр йылы”нда төбәктәрен гөл-сәскәгә күмеп йәшәүенә шаһит булды.
Илешкә барһаң, күңел күтәрелеп ҡайта ул! Бында ысын мәғәнәһендә илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр, тарихын хөрмәт итеүселәр йәшәй. Ғүмерҙәрен нәҫел-ырыуҙарының шәжәрәһен, төбәгенең үткәнен, шәхестәрен ентекләп өйрәнеүгә биргән ике уҙаман – тарих уҡытыусыһы Рөстәм Мәғрүф улы Камалов һәм инженер-механик Фидан Садиҡ улы Мәрүәровтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Улар һаман да эҙләнеүҙәрен, архивтарҙа ҡаҙыныуҙарын дауам итә, яңы китаптар өҫтөндә эшләй. Фидан Садиҡ улы үҙенең 22 быуынын белә! Гәзиттең киләһе һандарында улар менән ныҡлап таныштырырбыҙ.
Беҙҙе сағыу милли кейемдәрҙә ҡаршы алған Илеш ағинәйҙәре үҙҙәре бер һоҡланғыс күренеш хасил итте! 11 сентябрҙә билдәләнәсәк Милли кейем көнөнә улар күптән әҙер, һәр береһе төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо костюмдарын өйрәнеп, үҙҙәренә таманлап тектереп алған. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Саттарова әхирәттәренә был йәһәттән һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Фотола һеҙ уны башҡорт милли кейемендәге үҙе эшләгән ҡурсаҡ менән күрәһегеҙ.
Ағинәйҙәрҙең оҫталыҡ өлгөләре, эштәре менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы киләсәктә таныштырырға вәғәҙә итәбеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.