Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн ҡаршылап, уға арналған флешмобтарҙа ҡатнаша, береһенән-береһе матур саралар үткәрә.
Бөрйән районы Аҫҡар ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә бөгөн йәмле тәбиғәт ҡосағында ауылдың ағинәйҙәре менән бергә матур сара үткәргән. Оҫта ҡуллы ханымдарҙың ҡул эштәренән торған “Биҙәктәрҙә – күңел матурлығы” тип исемләнгән күргәҙмә ойошторған улар.
Күргәҙмәнең айырым биҙәге – Гөлсирә инәй Ғәбиҙуллинаның әсәһенән ҡомартҡы булып ҡалған камзул (уны фотоһүрәттә күрергә мөмкин). Был тарихи кейем өлгөһө барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ни тиһәң дә, милли кейемдәребеҙҙең боронғо өлгөләре бик һирәктәрҙә генә һаҡланып ҡалған, шуға ла уларҙың һәр береһе хазинаға тиң. “Милли кейем ул милли сифатты сағылдырған билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил”, – ти ағинәйҙәр.
Һүрәттәр социаль селтәрҙәге төркөмдән алынды.