Башҡорт донъяһы
11 Сентябрь 2020, 07:54

Халыҡтың асылы, донъяға ҡарашы сағыла

Байрам саралары йылына ике тапҡыр үтә.

Бөгөн республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың Милли кейем көнө билдәләнә. Эш костюмдарында ла, көндәлек кейемдә лә милли элементтар ҡулланыу тәбрик ителә. Пандемияға бәйле сикләүҙәр индерелеү сәбәпле, сараларҙың бер өлөшө Интернет платформаларында үтә. Яңы формат республика, шулай уҡ күрше төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтың күп өлөшөнә байрам сараларында ҡатнашыу мөмкинлеген бирә.


Милли кейем көнө халыҡтың тамыр­ҙарына, үткәненә ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеү өсөн мөһим. Быны республика Башлығы Радий Хәбиров та билдәләгәйне. “Милли кейем – ул мәҙәни-ял саралары һәм фольклор тарихы ғына түгел, ә беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙың, республи­кабыҙҙа йәшәгән күп халыҡтар мәҙәниәтенең тарихы ла”, – тине ул.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республика Хөкүмәте йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнөн билдәләүҙе раҫланы.


17 апрелдәге Милли кейем көнө онлайн тәртибендә үткәйне. Бөгөнгө сара ла күберәк ошо форматта уҙғарыла. Ойоштороусылар тарафынан оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, дизайнерҙар менән осрашыуҙар, социаль селтәрҙәрҙә флешмоб ҡаралған. Республиканың төрлө мәҙәниәт усаҡтарында республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәренә арналған тематик саралар ойошторола.


Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында түңәрәк өҫтәл була. Милли кейем халыҡтың донъяға ҡарашын, милли үҙаңын сағылдыра – һөйләшеү бына ошо темаға арнала.


Түңәрәк өҫтәл барышында Башҡорт­остан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рә­йесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың, республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың, милли кейем тегеү һәм биҙәүестәр яһау оҫталығын өйрәнеүгә, тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең сығыштары көтөлә. Һөйләшеү аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған #МинеңМиллиБиҙәүесем флешмобына йомғаҡ яһаласаҡ.


Ял сараларына килгәндә, баш ҡаланың “Торналар” фонтаны янында “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең “Башҡортостан халыҡтарының йыр һәм бейеүҙәре” тигән концерт программаһы менән сығыш яһауы күҙаллана. Ҡала мәҙәни-ял үҙәге майҙанында “Мин, һин, ул – бергә ҙур бер ил!” тигән күңел асыу программаһы көтөлә. Ә Ҡала мәҙәниәт һарайында “Милли кейем төрлөлөгө” тигән кисә үткәреп, халыҡ бейеүе буйынса оҫталыҡ класы ойошторола.


Мәҙәниәт министрлығы ойошторған #МинеңМиллиКейемем, #Милликейем хештегтары менән социаль селтәрҙәрҙә фото ҡуйыу акцияһы бөгөнгө бөтә сараларҙы берләштереп тора. Иң яҡшы фоторәсемдәр 2021 йылға сығарылған фотокалендарҙа урын аласаҡ.


Милли кейем көнө “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында үткән “Этнотөн”дә йомғаҡланасаҡ. Теләге булған һәр кем, милли кейем кейеп, ҙур әйлән-бәйләндә ҡатнаша ала.


...Милли кейем көнө – ул рух, милли үҙаң сағылышы байрамы, йөрәгендә халҡына һөйөү йөрөткән һәр кемдең ошо оло тойғоно белдереү сараһы. Тамырҙарына, тарихына, ғөмүмән, үткәненә иғтибарлы булған, уға хөрмәт менән ҡараған халыҡтың киләсәге лә бар, шуныһы бәхәсһеҙ.
Читайте нас