Туймазы ере һуңғы арала күптәрҙең теленән төшмәй. Быға етди сәбәп бар – тап ошо төбәктә һуңғы ваҡытта күптәр тамырҙарын барлай, асылына ҡайта. Быға уларҙың үҙ шәжәрәләрен төптән өйрәнеүе булышлыҡ итә.
Кисә Төмәнәк ауылында ҙур Шәжәрә байрамы ойошторолдо. Туймазы район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге вәкилдәренән, ауыл халҡынан тыш, байрамда баш ҡала ҡунаҡтары ла ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы башҡорт йолаһына ярашлы, ишектән үк бауырһаҡ, ҡымыҙ, яҡты йөҙ һәм йылы һүҙ менән ҡаршы алдылар. Был күренешкә йыр-моң да өҫтәлде.
Мәҙәниәт йортоноң фойеһында күргәҙмәләр теҙелеп киткән, һәр араның шәжәрә ағасының үҙенә генә хас ҡоролошо, биҙәлеше бар. Уларҙың янына ҡул эштәре лә теҙелгән, шәжәрәһен төҙөгәндәр күҙҙең яуын алырлыҡ милли кейемдәр кейгән. Ҡунаҡтар һәр шәжәрә ағасы менән яҡындан танышып, һәр араның сәләмләүен ихлас тыңланы.
Артабан сара тамаша залында дауам итте. Йыйылған халыҡты беренсе булып Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин башҡорт телендә сәләмләне.
“Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ Төмәнәк ауылында Шәжәрә байрамына йыйылдыҡ. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың үҙ тамырҙарын барлауы матур йолаға әүерелде. Шәжәрә байрамы – ул туғандар байрамы, бер ата-бабанан таралған ырыуҙаштар байрамы. Киләсәктә лә халҡыбыҙҙы берләштергән, милләт-ара татыулыҡты нығытҡан шәжәрә байрамдары үткәрелеп торһон. Ҙур рәхмәт, байрам менән!” – тине ул. Уның башҡорт телендәге сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Артабан һүҙҙе Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов алды. Сығышының башында ул Шәжәрә байрамының ҙур әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды, был байрамдарҙың киләсәк быуынға ла барып етеүен, тарихҡа иғтибар һәм ихтирам артыуын теләне.
Ижади коллективтарҙың сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барған тамашаның һуңында “Быуындарҙы бәйләп” шәжәрә конкурсына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр араһында балалар ҙа, ололар ҙа бар ине. Уларға диплом һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе Туймазы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов тапшырҙы.
Байрам хаҡында тулы мәҡәләне тиҙҙән гәзит биттәрендә уҡығыҙ.