Башҡорттарҙың бер өлөшөнөң ситтән күсеп килгән халыҡтар менән тығыҙ аралашҡанда тулыһынса йәки бер ни ҡәҙәр ассимиляцияға бирелеүе бер кемгә лә сер түгел. Был турала тарихсы, телсе ғалимдарыбыҙ күп яҙҙы – ошо хәҡиҡәтте барыһы ла аңлап ҡабул итәлер, моғайын. Хәҙерге заманда күпселек тамырҙарын барлағанда был иғтибар үҙәгенән ситтә тороп ҡалырға тейеш түгел. Кушнаренко районында ла ошо мөһим мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышалар.
Ырыуҙар исеме ташҡа уйылған
– Беҙҙең район үҙәгенә ингән урында матур стеланы күргәнһегеҙҙер, унда ауылдың исеме менән бергә дүрт башҡорт ырыуының атамалары ла күрһәтелгән, – Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин беҙҙе шулай тип ҡаршы алды.
Ысынлап та, был стелала борон-борондан ошо төбәктә йәшәгән Ҡаңны, Дыуанай һәм Ҡаршын ырыуҙары күрһәтелгән. Күптәрҙең, айырыуса йәштәрҙең, был исемдәрҙе онотоуы ла бар, шуға күрә кушнаренколарҙың ошо ҙур булмаған, әммә тарихи яҡтан үтә әһәмиәтле эше башҡалар өсөн өлгө булып тора.
Ә Кушнаренко ауылы һәм районы – Башҡортостандың иң күп милләтле төбәктәренең береһе. Ауыл исемдәре, шулай уҡ мәктәптә башҡорт, урыҫ, татар һәм удмурт телдәрендә уҡытыуҙары ла шуны дәлилләй. Өфө кеүек мегаполисҡа яҡын урынлашыуы ла төрлө яҡтан төрлө милләт кешеләренең күпләп күсенеп килеүенә сәбәпсе булғандыр, күрәһең.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Әхмәҙиева ла был төбәктә тыуып үҫмәгән, ул – Бөрйән һылыуы. Район үҙәге буйлап беҙҙе үҙ машинаһында йөрөттө, бында йәшәй башлағанына әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә, бөтә ойошмаларҙы, етәкселәрҙе лә тиерлек белә һәм уртаҡ тел таба. Ул, балалар баҡсаһы мөдире булараҡ, туған телгә сабыйҙың теле асыла башлағандан алып өйрәтергә кәрәк, тип иҫәпләй.
Район хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы – Әлфирә Иванова. Ул саф башҡортса һөйләшеүе менән генә түгел, туған телде өйрәнеү кәрәклеген пропагандалай белеүе менән дә айырылып тора. Ғөмүмән, республиканың көнсығыш, көньяҡ һәм үҙәк райондарындағы башҡорт ауылдарынан Кушнаренкоға ваҡытлыса йәки даими йәшәргә күсенгәндәрҙән, айырыуса – килендәрҙән, башҡорт телен һаҡлап ҡалыуҙа, артабан үҫтереүҙә ярҙам буласағына ҙур өмөт бағлайҙар бында.
Тарихи дәлилдәр – музейҙа
Райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Гүзәл Хәмитова менән ундағы экспонаттарҙы ҡарайбыҙ. Ярайһы уҡ бай музей. Беҙҙең иғтибарҙы йәлеп иткәне – боронғо башҡорт ырыуҙарын сағылдырған күргәҙмә. Ә бит күп кенә райондарҙағы музейҙарҙа, ата-бабаларыбыҙ ҡулланған көнкүреш әйберҙәре күп булһа ла, ырыуҙар тарихы буйынса мәғлүмәт юҡ дәрәжәһендә.
– Башҡорт ырыуҙары тураһында һөйләгәндә һәм яҙғанда ниңәлер Кушнаренко районындағы өс ырыу – Ҡаңны, Дыуанай һәм Ҡаршын ғына телгә алына, ғәмәлдә бында Мең ырыуын да онотмаҫҡа кәрәк, – ти Гүзәл Рәсих ҡыҙы. – Мин үҙем ошо ырыуға ҡараған Илек ауылынан, шуға күрә беләм: меңдәр йәшәгән дүрт ауыл был ырыуҙың тарихи тамырҙарын һаҡлай әле.
Башҡорт ырыуҙарына ҡайһы ауылдарҙың ҡарағаны музейҙа айырым исемлектә күрһәтелгән, ул ошо ауылдарҙың бында ингән һәр кешеһе өсөн әһәмиәтле мәғлүмәт булып тора:
8. Талбаҙы Дыуанай, Ҡаңны
12. Иҫке Ғүмәр Ҡаңны, Ҡаршын, Мең
13. Яңы Ғүмәр Ҡаңны, Ҡаршын, Мең
15. Иҫке Туҡмаҡлы Ҡаңны, Ҡаршын
16. Яңы Туҡмаҡлы Ҡаңны, Ҡаршын
Боронғо ырыуҙар тарихын ҡәҙерләп һаҡлаған музей стендтарының береһендә ошо яҙыу иғтибарҙы йәлеп итә: “1688 йылдың 19 ноябрендә ҡаңнылар батшалар Иван һәм Петр Алексеевичтарҙан ошондай йөкмәткеле жалованная грамота алған: “Башҡорттарға Мерәҫ Сараевҡа һәм уның иптәштәренә Ҡармасан йылғаһы үренән Ҡушйылға менән Ысмайылға тамаҡтарына хәтлем, һул яҡ яр буйлап Үҫән йылғаһының үренә тиклем, бесән сабынлыҡтарының ике яғы буйлап Йылан улысының һул яғында, ә Йылан улысынан Сарсаҡ йылғаһы тамағына һәм Баҙғыялағы ҡалҡыулыҡтан тура Баҙғыя үренә тиклемге, унан алып Ҡыуаш йылғаһы үренә саҡлы биләмәләргә бәхәсһеҙ эйә булырға ҡушылды”.
Музей ҡарамағында башҡорт милли тематикаһы буйынса кейеҙ сәнәғәте түңәрәге эшләп килә. Уға дүрт йыл инде оло йәштәгеләр ҙә, үҫмерҙәр ҙә ҡыҙыҡһынып йөрөй икән. Пандемия осоронда туҡтап торһа ла, октябрҙә уны ҡабат тергеҙергә ниәтләйҙәр.
Китапҡа ингән тарих юйылмаясаҡ
Ҡаңны ырыуы. Республикабыҙ ғалимдары раҫлауынса, был ырыу башҡорттары тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә бик ҙур майҙанды биләгән. Улар Асылыкүл менән Ҡандракүл буйында Сәрмәсән йылғаһы бассейны, шулай уҡ Базы йылғаһының – үрге, Өҫән йылғаһының – урта, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында төпләнә, бында улар Дыуан, Йылан, Йәлдәк, Ҡаршын, Ҡобау, Мең һәм Унлар ҡәбиләләре менән күрше була. Ошо биләмәгә Иҙәш, Төрөш, Юрмый, Киәҙе ҡушылдыҡтары менән бергә Сәрмәсән йылғаһы үҙәне Ҡандракүл буйы, шулай уҡ Ҡармасан, Ағиҙел (хәҙерге Бөрө ҡалаһы тирәһендәге өлөшө) үҙәндәре ингән. Күренекле этнограф, тарихсы-ғалим Раил Кузеев яҙғанса, Башҡортостандың көнбайышында ҡаңнылар боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән тығыҙ аралашҡан. Ҡаңныларҙың аҫаба ерҙәрендә ике өйәҙ үҙәгенә – Бөрө һәм Бәләбәй ҡалаларына нигеҙ һалына.
Хәҙерге ваҡытта ҡәбиләнең аҫаба биләмәләре Кушнаренко, Благовар, Бөрө, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы һәм Шаран райондарына тура килә.
Кушнаренко районында Ҡаңны ырыуы нигеҙ һалған ауылдар – Ғүмәр, Иҫке Туҡмаҡлы (Ҡошма), Ҡарасайылға, Талбаҙы (Уҫы, Ташкисеү), Үгеҙ, Әхмәт, Яҡуп, Яңы Туҡмаҡлы.
Ҡаршын ырыуы. Ҡәбиләнең сығышы һәм тарихы тураһында мәғлүмәт аҙ. Уларҙың теле башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һөйләшенә ҡарай. Ҡәбилә тамғаларының күбеһе Ҡыпсаҡ ырыуының тамғаларына тура килә, шулай уҡ ҡаршындарҙа күршеләре дыуан һәм Мең ҡәбиләләрендә булған “ҡапҡа” тамғаһы ла таралыу алған. Раил Кузеевтың фекеренсә, ҡаршындар ҡыпсаҡ сығышлы, йәғни Дешти-Ҡыпсаҡ ҡәбиләләренән сыҡҡан. Тарих фәндәре докторы, профессор Рим Йәнғужин иһә, ҡаршындар сығышы менән Алтай һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренән, тип раҫлай, уларҙың формалашыуына беҙҙең эраның II мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар мөхитендә булыуы йоғонто яһаған.
Хәҙерге ваҡытта ошо ҡәбиләнең аҫаба биләмәләре Кушнаренко, Өфө, Благовар, Благовещен, Мишкә, Шишмә һәм Бүздәк райондарының айырым өлөштәренә тура килә.
Кушнаренко районында был ырыу нигеҙ һалған ауылдар – Ғүмәр, Түбән Аҡбаш, Урта Аҡбаш, Үрге Аҡбаш, Шәрип (Ҡаршын).
Дыуанай (Дыуан) ырыуы. Риүәйәттәргә ярашлы, дыуандарҙың ата-бабаһы Алтайҙан, Иртыштан, Мәккә яғынан һәм донъяның көньяҡ төбәктәренән килгән һәм башта Ыҡ йылғаһы буйында, артабан Ағиҙел тирәһендә төйәкләнгән. Тарихтарының тәүге этаптарында башҡорттарҙың Дыуан, Табын, Ирәкте, Балыҡсы, Танып, Ҡаҙансы һәм Тайпан ҡәбиләләренең ата-бабалары этник яҡтан туған булған төркөмдө тәшкил иткән. Шулай итеп, дыуандар башҡорт табындары араһында айырым ырыу булып ойошҡан. Бөгөн ошо ҡәбиләнең аҫаба биләмәләре хәҙерге Кушнаренко, Благовар һәм Саҡмағош райондарына тура килә.
Кушнаренко районында был ырыу нигеҙ һалған ауылдар – Байталлы, Баҡай, Иҫке Йомран, Ҡупай, Монас (Мәрженгүл, Һыуыҡ-күл), Мәүлет, Рәсмәкәй, Талбаҙы, Тартыш (Шыршы-Тартыш, Шырыш-Тартыш), Түбәнге Сәйет, Үрге Сәйет.
Кушнаренко районының тарихы, шул иҫәптән башҡорт ырыуҙары буйынса ла байтаҡ китап нәшер ителгән һәм улар район музейының түрендә һаҡлана. Улар иҫәбендә – Мансаф Сабуровтың “Ҡалтай: кисәгеһе һәм бөгөнгөһө”, Роза Шәрәфетдинованың “Байталлы: ғүмерҙәр ағышы”, Әғләм Вәлиевтең “Баҡай. Тарихи әкиәт”, Раил Хәбәбетдиновтың “Быуаттар төпкөлөнән” һәм башҡалар.
“Байталлы ауылы мин эҙләгән Башҡортостан Үҙәк дәүләт архивы фондтарында беренсе тапҡыр 1719 йылда телгә алына... – тип яҙа Роза Шәрәфетдинова. – Бәлки, ул боронғораҡ сығанаҡтарҙа ла барҙыр. Әгәр ҙә йәштәрҙән кемдер был эҙләнеүҙе дауам итә ҡалһа, Ырымбур, Мәскәү, Пермь архивтарына мөрәжәғәт итһен ине. Ә 1719 йылға килгәндә, унда шундай белешмә бар: Өфө өйәҙе Ҡазан даруғаһы Дыуанай улысы Иҫке Ҡаратәкә ауылында йәшәгән яһаҡ башҡорто Ҡаҙбулат Бурһаҡов үҙенең вотчинаһына шул уҡ даруғаның Байталлы ауылында йәшәгән хәрби хеҙмәт татары Килмәмәт Ураҙгилдинде индереү тураһында яҙма килешеү төҙөйҙәр.
Был Байталлы башҡорттары менән мишәрҙәр араһындағы беренсе яҙма килешеү була. Шул яҙмаға күҙ һалайыҡ әле. Ул, бер яҡтан, тарихи документ булһа, икенсе яҡтан, һеҙ, уны уҡып, башҡорт һәм татар ата-бабаларыбыҙҙың бер-береһенә ҡарата ихтирамлы булыуын, бер-береһе менән аралашып йәшәүен күрерһегеҙ”.
Башҡорт теле ҡайҙа һәм нисек уҡытыла?
Район мәктәптәрендә өс меңгә яҡын уҡыусы иҫәпләнә. Шуларҙың бишеһендә башҡорт теле туған тел булараҡ өйрәнелә. Беренсе кластарҙан һәм башҡорт милләтле балаларҙан тыш, 2601 уҡыусы (89 проценты) башҡорт телен Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ өйрәнә.
Мәктәптәрҙә ете башҡорт теле, 11 татар теле һәм бер удмурт теле кабинеты бар икән. Райондың муниципаль белем биреү учреждениеларында 21 уҡытыусы – башҡорт телен, 20 уҡытыусы – татар, береһе – удмурт һәм биш педагог туған рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу барлыҡ мәктәптәрҙә дәреслектәр буйынса алып барыла. Кушнаренко районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге үҙенең эш планында төрлө конкурстар һәм олимпиадалар үткәреүҙе лә раҫлаған.
“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыуҙа иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән уҡыусылар ҙа билдәле: Иҫке Ҡормаш урта мәктәбенең V класс уҡыусыһы Линар Ғәлиев – “Республикамды данлайым” башҡорт телендә республика иншалар конкурсында еңеүсе, Ҡалтай урта мәктәбенең V класс уҡыусыһы Алмас Муллайәнов – “Минең республикам” төбәк ғилми-тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурсында татар теле буйынса икенсе урында, ошо уҡ мәктәптең IV класс уҡыусыһы Зифа Нуриева – башҡорт теле буйынса республика интернет-олимпиадаһында беренсе урында, Кушнаренко гимназияһының VII класс уҡыусыһы Эвелина Әминева – Башҡортостан мәктәптәре уҡыусыларының Бәләкәй академияһы сиктәрендәге тикшеренеү эштәре буйынса татар телендәге конкурста еңеүсе, Әхмәт урта мәктәбенән Арина Ғилмийәрова – Республика көнөнә арналған конкурста удмурт теле буйынса еңеүсе, ошо уҡ мәктәптән Эльза Әхмәтйәнова менән Айнур Хәбибуллин – Х халыҡ-ара “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр – кешелек ҡаҙанышы” конкурсы дипломанттары һәм башҡалар.
Быйыл республикабыҙҙа, билдәле булыуынса, Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне. Шуға ярашлы, Кушнаренко районында ла төрлө саралар билдәләнгән һәм улар уңышлы үтәлә. Февралдә, мәҫәлән, бөтә мәғариф ойошмаларында Башҡортостан халыҡтары телдәрендә халыҡ-ара диктант яҙыу үткәрелгән. Урындағы үҙидара органдары эшендә дәүләт теле мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланыу маҡсатында 20 апрелдә бөтә белем биреү учреждениеларының 700-ҙән ашыу вәкиле “Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант” яҙыуҙа ҡатнашҡан. Онлайн тәртибендә барған был сарала улар түбәндәге кимәлдәрҙе үҙҙәре теләп һайлап алған:
– башҡорт телен белеүҙең башланғыс кимәле;
– башҡорт телен иркен белеү кимәле;
– башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты.
Акцияла ҡатнашҡан һәр кем диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлегенә эйә ине. Социаль селтәргә ошо сарала ҡатнашыу тураһында фотолар һәм видеояҙмалар ҙа һалынды. Шулай итеп, башҡорт телен өйрәнеү буйынса был ҙур эшкә Кушнаренко районында ла әүҙем ҡушылдылар.
Айыҡ ауылда ғына милли рух һаҡлана
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы башҡарма комитеты башланғысы менән Сәйет ауылы халҡы үҙ йыйынында “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға ҡарар итте. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәне: улар конкурстың муниципаль этабында еңеп сыҡты, әле республика кимәлендә лә лайыҡлы сығыш яһарға йыйыналар. Сәйеттә ошо сараның исем туйы ла уҙғарылды. Йыйылған ауылдаштар, ҡунаҡтар ауыл тормошо менән таныша алды, концерт ҡараны.
Килгән ҡунаҡтарҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы башҡарма комитеты Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаеваның сығышы фәһемле булды.
– Ауылығыҙ бик матур, бында эш һөйөүсән һәм ҡунаҡсыл халыҡ йәшәгәне күренеп тора, – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. – Илебеҙ Президенты, республика Башлығы йәмәғәтселек хәрәкәттәренә ҙур иғтибар бирә. Улар федераль һәм республика кимәлдәрендә дәртләндереү сараларын, гранттарҙы ла раҫланы. “Айыҡ ауыл” конкурсы – социаль яҡтан әһәмиәтле проекттарҙың береһе. Унда республиканың 470-тән ашыу ауылы ҡатнаша, шуларҙан 47 ауыл республика этабына сыҡты. Конкурс кешеләрҙе берләштерә, һеҙ үҙегеҙҙең вайымһыҙ түгел икәнлекте күрһәтәһегеҙ.
Тамашасыларға һәүәҫкәр артистарҙың Салауат Юлаев, тыуған Башҡортостан тураһындағы йырҙар оҡшаны. Сәйеттәргә теләктәшлек йөҙөнән байрамға Дүртөйлө районынан мари ансамбле лә килгәйне, улар ҙа клуб сәхнәһендә матур сығыш яһаны.
Рөстәм ВӘХИТОВ, район үҙәк дауаханаһының терапия бүлеге мөдире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары:
– Минең тамырҙарым – Хәйбулла районынан, сөнки атай-әсәйем шунда тыуып үҫкән. Олатайым – ул яҡтарҙа билдәле кеше, уның хөрмәтенә Аҡъярҙа урам исеме лә аталған. 2010 йылдан алып ошо дауаханала эшләйем. Кушнаренкоға эшкә килеүемә ярты йыл үтеүгә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәштәр тармағын – “Йәш гвардия”ны етәкләргә тәҡдим иттеләр. 2012 йылда, йәштәр вәкиле булараҡ, район Советына депутатлыҡҡа кандидатурамды күрһәтеүҙә лә көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Был ынтылыш уңышлы килеп сыҡты. Әле унда икенсе саҡырылыш рәттән депутат вазифаһын атҡарам. 2015 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы башҡарма комитетында рәйес урынбаҫары бурыстарын үтәйем.
Бөтә сараларҙа әүҙемлек күрһәтергә тырышабыҙ, бында беҙгә район хакимиәте ярҙамына таяныу күп нәмәгә өлгәшергә булышлыҡ итә. Илеш һәм Баймаҡ райондарында башҡорт йәштәре йыйындарында булып, байтаҡ нәмәне күреп һәм өйрәнеп ҡайттыҡ. Киләһе йылда уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында ла әүҙем ҡатнашырға йыйынабыҙ.
Беҙҙең районда борондан башҡорт булғандар туған телен онотоп бара тиерлек, әммә беҙ тамырҙарҙы онотмаҫҡа тырышабыҙ. Минең эргәлә генә невролог вазифаһында Ғафури районында тыуып үҫкән башҡорт эшләй. Беҙгә тормош туған телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса бурысты икеләтә арттыра.
Башҡорт телен һаҡлау өсөн ғаиләлә балалар менән башҡортса һөйләшеү генә етмәйҙер, моғайын. Бының өсөн мөхит тә булдырылырға тейеш.
Ләйсән НУРМӨХӘМӘТОВА, Кушнаренколағы 1-се мәктәптең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире:
– Беҙҙә 1107 бала уҡый, башҡорт телен өйрәнеү барлыҡ кластарҙа ла алып барыла. Ҡайһы бер кластарҙа ул – туған тел булараҡ, башҡаларында дәүләт теле сифатында уҡытыла. Балаларҙың башҡорт телен ҡыҙыҡһынып һәм яратып өйрәнгәнен күреп-белеп торабыҙ. Үҙләштереүе еңелерәк булһын өсөн, һәр класты төркөмдәргә бүлеп тә уҡытабыҙ. Тел буйынса асыҡ дәрестәр ҙә йыш үткәрелә.
Балалар төрлө конкурстар һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Үткән йыл ХI класс уҡыусыһы Гүзәл Сәйетғәлиева башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында призер булды.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса беҙҙә, башланғыс кластарҙы ла иҫәпкә алып, дүрт уҡытыусы эшләй. Улар барыһы ла үҙ хеҙмәте буйынса ҙур һөҙөмтәгә өлгәшә. Үҙ дәрестәренән тыш та уҡыусыларҙы төрлө конкурстар, фестивалдәр, викториналар һәм олимпиадаларҙа ҡатнашыуға әҙерләйҙәр, шуға күрә, мәҫәлән, Башҡорт теле аҙналығы ла юғары кимәлдә үтте. Бына әле беҙ баҫып торған кабинетты улар ярҙамында башҡорт телен интерәүҙем ысулда уҡытыу проектына ярашлы йыһазландырҙыҡ. Бында интерәүҙем таҡта ла ҡуйылған, уҡыусыларға дәрес алдынан ноутбуктар таратып бирелә. Башҡорт теле кабинеты ошо сифатында былтырғы 1 сентябргә әҙер ине инде.
Туған телеңде белергә кәрәк, беҙ бит Башҡортостанда йәшәйбеҙ – педагогтар балалар аңына шуны һеңдерергә тырыша ла инде. Был ынтылыштың һәйбәт һөҙөмтәләр биреүе – бөтәбеҙ өсөн дә ҡыуаныслы хәл.