Билдәле булыуынса, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары VII (1815–1816), VIII (1834), IX (1850),
X (1859) ревизияларҙа теркәлгән. Был төбәк башҡорттары тураһындағы мәғлүмәттәр 1897, 1920, 1926, 1939, 1970, 1979 һәм 1989 йылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу материалдарында ла сағыла.
Ил-ҡорға ойошоп йәшәгәндәр
Башҡорттар – боронғо халыҡтарҙың береһе. Урал буйының төркиләшеүе, ғалимдарҙың билдәләүенсә, алыҫ дәүерҙәр төпкөлөнә, беҙҙең эраның V–VII быуаттарына барып тоташа. Ә инде профессор Р.З. Шәкүров хеҙмәттәренән күренеүенсә, айырым башҡорт ырыуҙарының ата-бабалары Көньяҡ Уралда Геродот дәүерендә, йәғни беҙҙең эраға тиклем V быуатта уҡ йәшәгән. Һүҙ бында иң элек Геродоттың “Тарих” китабында телгә алынған “плешивый аргиппей”ҙар (башҡорттарҙың хәҙерге Таҙлар ырыуы), иирктар һәм башҡа ырыуҙар, ҡәбиләләр тураһында бара. Профессор Ғайса Хөсәйенов, тарихи документтарға таянып, былай тип яҙа: “921 йылда ғәрәп илселеге менән Болғар дәүләтенә килгән сәйәхәтсе Ибн-Фаҙлан башҡорт илен үтеп киткәнлектәре, башҡорттар менән осрашып һөйләшкәндәре хаҡында һәм уларҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен яҙып ҡалдырған. Тимәк, – тип дауам итә ул, – был ҡиммәтле тарихи документ буйынса, X быуатта башҡорттарҙың бер бөтөн халыҡ булып, ил-ҡорға ойошоп йәшәгәнлеге раҫлана. XII – XIV быуаттарҙа инде башҡорттар, Болғар һәм Ҡыпсаҡ ҡәбиләләре менән тығыҙ аралашып, Волга буйынан көнсығыш Урал аръяғынаса, Тубыл йылғаһынаса, төньяҡлап Кама, Тулва буйҙарынан көньяҡҡа Яйыҡ буйҙарына, ҡаҙаҡ далаларынаса киң территорияға йәйелеп, берҙәм халыҡ булып берегеп йәшәй...”
Тарихсы-этнограф профессор Р.Ғ. Кузеев башҡорттарҙы тарихи-этнографик яҡтан дүрт төркөмгә бүлә: көньяҡ-көнсығыш (Ағиҙелдең үрге ағымы, Урал, Һаҡмар йылғаһы буйҙарында йәшәгән башҡорттар), төньяҡ-көнсығыш (Йүрүҙән, Әй йылғалары буйында, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә йәшәгән башҡорттар), көньяҡ-көнбайыш (Дим, Ашҡаҙар буйҙарында, Ырымбур, Һарытау, Һамар өлкәләрендә йәшәгән башҡорттар), төньяҡ-көнбайыш (Ағиҙелдең түбәнге ағымы, Минзәлә, Ыҡ, Баҙы, Сәрмәсән, Танып бассейнында, Пермь, Екатеринбург өлкәләрендә йәшәгән башҡорттар).
Революцияға тиклем йәшәгән һәм эшләгән ғалимдар башҡорт телен, уның морфологик үҙенсәлектәренә ҡарап, ике диалектҡа бүлгән: Көнсығыш (тау яғы), Көньяҡ (дала яғы). Һуңынан башҡорт диалектологтары фонетик-морфологик нигеҙҙә Ҡыуаҡан (элекке көнсығыш – тау яғы) һәм Юрматы (элекке көньяҡ – дала яғы) тип аталған диалекттарҙы күрһәтә.
Үткән быуаттың 30-сы йылдарында ғалимдар башҡорт телендә алты диалект булыуын билдәләй һәм нигеҙ итеп телдең морфологик һәм фонетик үҙенсәлектәрен ала: Ҡыуаҡан, Юрматы һәм Дим диалекттары. Билдәле ғалим, тел белгесе Т.Ғ. Байышев башҡорт теленең диалекттарын тикшереү һөҙөмтәһендә, фонетик һәм морфологик үҙенсәлектәренән сығып, уны өс диалектҡа бүлә: Көнсығыш (элекке исеме – Ҡыуаҡан), Көньяҡ (элеккесә Юрматы) һәм Көнбайыш диалекттары.
Профессор Р. Сибәғәтовтың мәҡәләһендә һүҙ төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле тураһында бара, артабан беҙ ҙә һүҙҙе шул турала алып барасаҡбыҙ. Революцияға тиклем йәшәгән урыҫ һәм хәҙерге башҡорт ғалимдарының хеҙмәттәренә таянып, ғалимдар, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттарҙың нигеҙен боронғо аҫаба башҡорттарҙың ҡәбиләләре һәм ырыуҙары тәшкил иткән, тип иҫбатлай (аҫаба башҡорттар – ергә хужа булған төп башҡорттар).
Ғалимдар Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш этнографик районына ингән башҡорттарҙы өс төркөмгә бүлә: Ыҡ йылғаһы бассейны; Түбәнге Ағиҙел; төньяҡ этнографик төркөмө. Беренсе төркөм Ыҡ йылғаһы буйҙарын һәм Татарстандың ҡайһы бер райондарын үҙ эсенә ала. Был төркөмгә Бүләр (Биләр), Байлар, Юрмый, Ирәкте, Гәрә, Йылан исемле ырыуҙар инә. Түбәнге Ағиҙел буйында Йәнәй, Гәрә, Ҡырғыҙ, Йылан, Йәлдәк, Дыуанай, Ҡаңны, Ҡаршын, Таҙлар, Ыуаныш ырыуҙары көн итә. Улар хәҙерге Илеш, Дүртөйлө, Бөрө, Кушнаренко, Саҡмағош, Благовар, Баҡалы, Шаран, Туймазы райондарында, Татарстандың Минзәлә, Аҡтаныш, Аҙнаҡай, Бөгөлмә, Мөслим райондарында таралып ултырған.
Диалекттың морфологик үҙенсәлектәре
Төньяҡ этнографик төркөмгә Уран, Ғәйнә, Балыҡсы, Танып, Ун ҡәбиләләре ҡарай. Был төркөмгә Борай, Балтас, Ҡариҙел, Асҡын, Тәтешле, Яңауыл, Ҡалтасы, Краснокама райондары һәм Пермь крайы башҡорттары инә.
Ул башҡа диалекттарҙан ныҡ айырыла. Таһир Байышев үҙенең ’’Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку” тигән монографияһында (Мәскәү: МДУ нәшриәте, 1955) был диалекттың фонетик һәм морфологик, шулай уҡ ҡайһы бер лексик үҙенсәлектәрен күрһәтә. Ул, беренсе сиратта, төньяҡ-көнбайыш диалектының фонетик үҙенсәлектәрен ҡарай, башҡорт теленә хас өндәрҙең ҡулланылышын, бигерәк тә ҙ, ҫ өндәрен тикшерә. Артабан төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәндәге морфологик үҙенсәлектәрен билдәләй:
1. Күплек ялғауҙарын һәм сифат, бойороҡ ҡылым яһаусы ялғауҙарҙың ике типта ҡулланылыуын күрһәтә: һүҙ м, н, ң өндәренә бөтһә, ялғау (суффикс) н өнөнән башлана, башҡа осраҡтарҙа л өнөнән башлана.
2. Килеш ялғауҙарынан: эйә һәм төшөм килештәрҙең ялғауҙары бер типта ҡулланыла – н өнөнән башлана (ташның, тауның, ҡулны, кемне); сығанаҡ килештә ялғау дүрт типта ҡулланыла (дүрт типтағы аффикстар):
а) ч, ф (в), к (г), п (б), ҡ (ғ), с, ш, т (д), ҫ, х өндәренән һуң ялғау т өнө менән башлана (врачтан, баштан);
б) л, з, ж өнөнән һуң ялғау д өнө менән башлана (ауылдан, газдан);
в) ҙ, й, р, а, ә, о, ө, у, у өндәренән һуң ялғау ҙ өнө менән башлана (өйҙән, ҡырҙан, ҡалаҙан);
г) м, н, ң өндәренән һуң ялғау н өнө менән башлана (төннән, урамнан) һ.б.
3. Башҡа бөтә ялғауҙар өс типта ҡулланыла. Беренсе тип: к, п, ҡ, с (ч), т, ҫ-ға бөткән һүҙҙәрҙә ялғау т өнөнән башлана (тыш-та, мәктәп-тә, яҡ-таш, сик-тәш, ҡайт-ты, тап-тыҡ, сыҡ-тым, ҡош-тай оса, таш-тай ҡаты; ат-та саба; юҡ-тыр, килмәҫ-тер) һ.б. Икенсе тип: л, м, н, ң, з, ж-ға бөткән һүҙҙәрҙә ялғау д өнөнән башлана (ауылда, урамда, төндә, юлдаш, тиңдәш, янды, тамды, балдай татлы, мал да туҡ, үҙем дә туҡ; кемдер, киңдер ) һ.б. Өсөнсө тип: й, ҙ, р, а, с, ә, о, ө, ы, у, ү-гә бөткән һүҙҙәрҙә ялғау ҙ өнөнән башлана (өйҙә, ерҙә, ҡорҙаш, серҙәш, яҙҙым, күрҙегеҙ, тауҙай бейек, әйҙәй ҙур, май ҙа алдым, тоҙ ҙа алдым) һ.б. (Т. Баишев, 40 – 41-се биттәр).
Т. Байышев был диалекттың үҙенә генә хас булған башҡа тотороҡло формалары барлығын да күрһәтә. Мәҫәлән, ҡылымдың ай-әй формалары: ашай, ҡарай, эшләй, бармайым, эшләмәй, эшләмәйбеҙ. Был форма башҡа һүҙ төркөмдәрендә лә ҡулланыла: инәй, әтәй, бесәй, бәбәй, ярай, түтәй һәм башҡалар. (Т. Байышев, 41-се бит). Р. Сибәғәтов та үҙенең мәҡәләһендә башҡорт теленә хас булған ҙ өнө тураһында фекер йөрөтә. Уныңса, был төбәк халҡы телендә был өн бик үк башҡортса яңғырамай, ҡатыраҡ: һүҙҙәге урыны менән башҡорт телендәге ҙ өнөнә тура килмәй, н, л өндәре урынына ҡулланыла. Был өн ҡыпсаҡ теленән килә һәм айырым төбәктәрҙә генә ишетелеп ҡала, бөтөн көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш һөйләштәренә таралмаған. Минеңсә, ҙ өнөнөң ҡатыраҡ әйтелеүе, һүҙҙә ниндәй өндө алмаштырыуы, һүҙҙәге урыны менән башҡорт телендәге ҙ өнөнә тап килеүе-килмәүе, айырым төбәктәрҙә генә булыу-булмауы принципиаль мәсьәлә түгел, уның ошо яҡта, урындағы халыҡтың телендә ошо көнгә тиклем йәшәп килеүе мөһим.
Бәхәс ойошторорға нигеҙ юҡ
Был ҙ өнө тураһында башҡа ғалимдарҙың фекерҙәре менән дә танышайыҡ. Башҡорт теленең ғилми грамматикаһын беренсе булараҡ яҙыусы, данлыҡлы тюрколог, бөтөн төрки телдәрен яҡшы белгән, башҡорт телен һыу һымаҡ эскән, башҡорт теленең диалекттарын тикшереү өсөн төҙөлгән экспедицияларҙа бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан һәм уларға етәкселек иткән, башҡорт теленең бөтөн нескәлектәрен тойған Н.К. Дмитриев булды. Башҡорт теленең диалекттары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ул үҙенең ’’Башҡорт теленең грамматикаһы”на индерә. Ғалим ҙ һәм ҫ өндәрен “междузубные (интердентальные) спиранты” тип ҡарай, үҙҙәренең әйтелештәре менән ғәрәп, инглиз телдәренең өндәренә тура килеүен, шул уҡ ваҡытта был өндәрҙең башҡорт теленә генә хас булыуын, башҡа төрки телдәр өсөн типик булмауын билдәләй.
Р. Сибәғәтовтың ҙ өнөн тик башҡорт теленең эҙе түгел, ә төрки бабалар мираҫы тип ҡарауы уның күренекле тюркологтың хеҙмәттәрен төплө белмәүе тураһында һөйләй. Оло абруйлы ғалим, танылған тюрколог, полиглот Николай Константинович Дмитриев башҡорт теленең үҙенсәлектәренә ҙур һаҡлыҡ һәм ихтирам менән ҡарай. Беҙҙең оппонентҡа оло ғалимдарҙан күп нәмәләргә өйрәнергә кәрәк әле, ә ул, балта менән утын тураған шикелле, күренекле ғалим Т. Байышевҡа шундай хөкөм сығара: “Ҡыҫҡаһы, башҡорт теленең көнбайыш диалекты тураһындағы концепция фәнни тәнҡитте күтәрмәй. Лингвистик планда нигеҙһеҙ”. Киреһенсә, был авторҙың үҙенең яҙмаларында ниндәй ҙә булһа тәнҡит күтәрерлек фекер табыуы ҡыйын.
Ул Т. Байышевтың эше менән өҫтән-мөҫтән генә танышҡан, күп кенә тарихи факттарҙы боҙоп, “Т. Байышев “башҡорт теленең өсөнсө диалекты бар” тип иғлан итә, ә үҙе уны татар теленән айыра торған (башҡорт теленә ҡарата) үҙенсәлектәрҙе таба алмай. Быға ни бары бер-ике ишара бар”, – тип ай-әй формаһы менән йөрөгән һүҙҙәрҙе килтерә һәм ҙ өнөн күрһәтә. ”Ошо ике фонетик күренеш тә башҡорт теленең көнбайыш диалекты тигән лингвистик концепцияны күтәреп торорлоҡ түгел”, – тип артабан дауам итә Р. Сибәғәтов.
Мин был һүҙҙәрҙең авторына тюркология донъяһында үҙенең хеҙмәттәре менән танылған, күп экспедицияларҙа ҡатнашып, башҡорт телен бөтөн тәрәнлегендә һәм нескәлегендә яҡшы белгән, башҡорт теленең диалекттарын тикшереүгә ярты ғүмерен биргән, башҡорт һөйләштәренең картаһын төҙөгән ғалимға ихтирам менән ҡарарға кәңәш бирер инем. Ул бит – төньяҡ-көнбайыш ауылдарында уҡытыу һәм тәрбиә эштәрен туған телдәрендә алып барыу, райондарҙа башҡорт телендә гәзит сығарыу мәсьәләләрен күтәргән, туған телде һаҡлау, уны уҡытыу өсөн янған, көрәшкән кеше. Р. Сибәғәтов үҙенең фекерҙәрен нығытыу теләге менән күренекле профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың мәҡәләһенән өҙөктәр килтерә. Ж.Ғ. Кейекбаев – сикһеҙ ҙур абруйлы, бай ғилми мираҫ, төрки телдәрендә тәрән эҙ ҡалдырған ғалим, ләкин ул башҡорт теленең диалекттары менән аҙ шөғөлләнгән, улар тураһында махсус ғилми тикшеренеү алып бармаған; ғалимдың осраҡлы рәүештә әйтелгән һүҙҙәре был мәсьәлә буйынса бәхәс ойошторорлоҡ нигеҙ булып тора алмай.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле
Йәнә ҡабатлап әйтәм, башҡорттар – бик боронғо халыҡтарҙың береһе. Күп ғалимдарҙың фекерләүенсә, Көньяҡ Урал төбәгендә йәшәгән боронғо халыҡтарҙың төркиләшеүе (йәғни төрки теленә күсеүе) яңы эраға тиклемге VIII–V быуаттарға, бәлки, унан да боронғораҡ осорға тура килә. Башҡорттар – Көньяҡ Уралдың һәм Көньяҡ-көнбайыш Урал буйының иң боронғо халыҡтарының береһе. Был боронғо халыҡ иҫ киткес ҙур территорияның хужаһы ла булған. Ошо территорияға башҡа халыҡтарҙың күсенеп килеүе лә күптән башланған. Үҙәк губерналарҙан урыҫтарҙың, Волга буйынан татарҙарҙың (бигерәк тә Ҡазан ханлығы тар-мар ителгәндән һуң), сыуаш, мари, мордва, удмурт, украин, белорус, немецтарҙың күпләп Башҡортостанға күсенеүе XVII-XVIII быуаттарға ҡайтып ҡала.
Күсеп килгән халыҡтарҙың байтағы татарҙар була. Улар Башҡортостанға XVIII-XIX быуаттарҙа күпләп күсеп килә. Төп башҡорттар менән бер рәттән типтәрҙәрҙең ҙур төркөмө барлыҡҡа килә. Татарҙар менән бер үк осорҙа служилый мишәрҙәрҙең һаны арта. Улар Башҡортостанға ’’батша властары тарафынан колониаль сәйәсәтте нығытыу өсөн күсереп ултыртыла”. XVIII һәм XIX быуаттарҙағы ревизия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, аҫаба башҡорттар араһында типтәр һәм мишәрҙәрҙең һаны артыҡ күп булмай. Түбәндә килтерелгән мәғлүмәттә Борай һәм Балтас райондарының (элекке Танып һәм Таҙлар улыстары) ҡайһы бер ауылдарындағы башҡорт, типтәр һәм мишәр хужалыҡтарының һәм башҡорттарҙың, типтәрҙәрҙең һәм мишәрҙәрҙең һаны күрһәтелгән. Шулай итеп, был 29 ауылда бөтәһе 3526 башҡорт, 399 типтәр, 159 башҡа халыҡ вәкилдәре (мариҙар, мишәрҙәр һ.б.) йәшәгән.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тәбиғәте һәм уларҙың телдәре тураһында ғалимдар араһында төрлө ҡараш, гипотеза, версиялар бар. Мәҫәлән, ғалимдарҙың ҡайһы берҙәре төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләү телен башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына индерә; икенселәр уны башҡорт теленең Көньяҡ (Юрматы) диалекты составындағы төньяҡ-көнбайыш һөйләше тип иҫәпләй. Өсөнсөләр иһә, төньяҡ-көнбайыш халыҡтарҙың теле ҡатнаш, күсмә характерҙа, ти.
Дүртенселәр башҡорт телен татар теленең урта диалекты тип иҫәпләй. XVII-XVIII быуаттарҙа типтәрҙәрҙең башҡорттарҙы ассимиляциялау гипотезаһы ла бар. Минең фекеремсә, бындай раҫлау өсөн бер ниндәй ҙә ерлек юҡ, сөнки башҡорттарҙың был өлөшө үҙенең сығышы буйынса “башҡорт этносының иң боронғо һәм иң ҙур компоненттарының береһе булып тора”.
Әгәр ҙә улар был халыҡтың ырыу-ҡәбиләләренә башланғыс һалған икән, уларҙың төп башҡорт халҡы булыуын нисек кире ҡағырға мөмкин һуң? Был ҡәбиләләрҙең сығышы башҡорт булыуы тураһында һөйләүсе үҙемдең шәжәрәмде килтерәм.
“Рабиғ, аның уғлы Хәнданби, аның уғлы Мөхәмәт Әмин хан, аның уғлы Ушинби, аның уғлы Майҡаби, аның уғлы Илбәкби, аның уғлы Алчакби, аның уғлы Төлкичакби, аның уғлы Сибиби, аның уғлы Булраерби, аның уғлы Тычканби, аның уғлы Аҫбирҙе, аның уғлы Ҡалмыҡ, аның уғлы Шкәрә, аның уғлы Ҡарабай, аның уғлы Атнағол һәм башҡалар”. Һуңғы дүрт быуын, күрәһең, татар йоғонтоһондалыр инде, ”улла” формаһын ала: Хәбибулла, Әхлиулла һәм Хәйрулла. Тәбиғи, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының татарҙар менән яҡынайыу процесы телдәрҙә лә сағылыш тапҡан, уларҙың уртаҡ тел һыҙаттары һәм айырмалыҡтары барлыҡҡа килгән.
Ҡайһы бер миҫалдар килтерәйек. Диалектолог-ғалимдар ғәҙел рәүештә “был зона халҡының теле башҡорттар, типтәрҙәр, татарҙар өсөн бер төрлө...” тип иҫәпләй. “Күп быуаттар буйы үҙ-ара йоғонто яһау процесында, аралашыусы телдәрҙең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен үҙенә алып, бөтә зона территорияһында урындағы диалект һөйләштәре: Ҡариҙел, Танып, Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һәм Ғәйнә һөйләштәре барлыҡҡа килгән”. Бында башҡорт теленең күп лексик һәм фонетик формалары татар теле менән йәнәш йөрөй. Мәҫәлән, башҡорт теленең ай, әй урынына татар теленең ый, и өндәре ҡулланыла (жингәй – жинги, алмай – алмый, сөйләмәй – сөйләми). Татар теленең кибән, ким һүҙҙәре урынына кәбән, кәм һүҙҙәре, ә кирәк – кәрәк һүҙҙәренең икеһе лә ҡулланыла. Айырым һөйләштәрҙә (мәҫәлән, Ҡариҙел районында) ҙ өнө бар. Был өн Яңауыл районында ла осрай (ҙавут, каҙ). Шулай уҡ кире күренеш тә күҙәтелә. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телендә ҙ һәм ҫ, з һәм с өндәре йыш алмашына: беҙ – без, һеҙ – сез, ҡаҙыу – ҡазу, ҙур – зур, еҫле – исле, иҫ, иҫке – иске, иҫәр – исәр һәм башҡалар. Унан ҙ өнө д өнө менән алмашына: әҙәп – әдәп, әҙәпле – әдәпле, с өнө ч өнөнә әйләнә: әтәс – әтәч, сана – чана, ҡайсы – ҡайчы. Һ өнө урынына с өнө әйтелә: һоло – соло, һәнәк – сәнәк һ.б. һүҙлек составы ла үҙгәрә. Мәҫәлән, зауыҡ, ибәтәйһеҙ, һәпрә һәм башҡа ҡайһы бер һүҙҙәр төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телендә ҡулланылмай.
Этник яҡтан ҡатнаш халыҡ өсөн уртаҡ һүҙҙәр барлыҡҡа килә. Улар туғанлыҡ терминдары: әтәй, инәй, әни, бабай, әбей, түтәй, апа. Түтәй һүҙе һүҙлек запасына урыҫ теленән ингән. Исемгә уң яҡтан ҡушыла. Телдән әйткән саҡта байтаҡ үҙгәрә: ”тү” ижеге алынмай, ә ”тәй” исемгә ҡушып әйтелә: Мәрйәмтэй, Миңнуртай, Ҡәмәртәй. Йыш ҡына ҡатмарлы туғанлыҡ терминдарына ҙур, дәү, оло һүҙҙәре өҫтәлә. Ҙур инәй, дәү инәй һәм башҡалар. Абыз – хафиз һүҙҙәрен ҡулланыу ҙа ҡыҙыҡлы. Абыз һүҙе белемле, хөрмәтле, абруйлы кешеләргә мөрәжәғәт иткәндә әйтелә: абызәткәй, абыстай (абызтүтәй).
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары теленең грамматикаһына килгәндә, унда башҡорт әҙәби теле менән уртаҡ үҙенсәлектәрҙең һаҡланып ҡалыуы күҙгә ташлана. Башҡорт һәм татар телдәре өсөн грамматика уртаҡ, ләкин бармай, килмәй, бирмәй, бармайым, килмәйем, бирмәйем кеүек ҡылым формаһы бары тик башҡорт теленә генә хас, һәм улар телдә әүҙем ҡулланыла.
Беҙ, Башҡортостандың көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән һәм ошо яҡтарҙа тыуып үҫкән башҡорттар, үҙебеҙҙе оло башҡорт милләтенең айырылғыһыҙ бер состав өлөшө тип иҫәпләйбеҙ. Башҡорт телендә диалекттар һәм һөйләштәр күп булған кеүек, башҡорттар ҙа төрлө сығышлы этник берләшмәне тәшкил итә. Беҙ йәшәгән һәм тыуып үҫкән төньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыш райондарҙа ниндәй генә башҡорттар йәшәмәй. Архив материалдарын ғына алып ҡарайыҡ. Мәҫәлән, Баҡалы районының Яңы Ҡатай, Тоҡтағол ауылдарында йәшәгән Ҡырғыҙ ҡәбиләһе башҡорттарын кем татар тип әйтә ала?
Благовар районының Ағарҙы, Һынны, Әхмәт ауылдарындағы, Бүздәк районының Көҙөй (Күҙәй), Ҡаңны-Төркәй, Ҡараҡай, Келәшаяҡ, Сабай, Яңы һәм Иҫке Шығай, Яҡуп ауылдарындағы Ҡаңны ҡәбиләһе, Таллыкүл, Ҡаҙаҡлар-Ҡобау, Батырша-Ҡобау, Кәпәй-Ҡобау башҡорттары үҙҙәрен бөгөн кем тип иҫәпләй? Дүртөйлө районында тик башҡорттарҙан ғына йәки күпселеге башҡорттарҙан торған ауылдар бар. Мәҫәлән, Иҫке Байыш, Бейектау, Етембәк, Яңы һәм Иҫке Кәңгеш, Түбәнге Маншыр, Миңеште, Мәҫкәү, Наҙытамаҡ. Был ауылдарҙа Шәмшәде-йәлдәк, Эске йылан ҡәбиләләренә ҡараған башҡорттар көн күрә. Саҡмағош районында әлеге көндә 28 башҡорт ауылы иҫәпләнә. Йәрмәкәй районында ла үҙҙәрен башҡорт тип һанаусылар байтаҡ. Мәҫәлән, Атамкүл, Тарҡаҙы ауылдарында Байлар һәм ҡыр-йылан башҡорттары йәшәй.
(“Тамырҙарыбыҙ – тәрәндә. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Уларҙың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге” китабынан, Өфө, 2002).