Башҡорт донъяһы
22 Сентябрь 2020, 16:00

Ҡурғанда – башҡорт сәнғәте “десанттары”

Улар урындағы милләттәштәребеҙгә ниндәй серҙәр аса?

Ҡурған өлкәһендә башланған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре барышында башҡорт сәнғәте эшмәкәрҙәре урындағы халыҡты милли ҡоралдарҙа уйнау, башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре серҙәренә төшөндөрә.

Сафакүл ауылы балаларын ҡумыҙҙа уйнарға өйрәткән Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяуи виртуоз Миңлеғәфүр Зәйнетдинов эш барышындағы хәл-торош менән бүлеште:

“Ҡумыҙсылар ансамбле төҙөйбөҙ, балаларҙың уйнарға өйрәнеү теләге бик ҙур”.

Оҙон көй башҡарыусы Зилиә Бәхтиева, вокал серҙәренә төшөндөрөүҙән тыш, урындағы ҡыҙҙарҙы “Һылыуҡай” матурлыҡ конкурсына ла әҙерләй, ә хореограф Азамат Кәримов теләгән һәр кемде башҡорт бейеүенә өйрәтә.

Фото: kurultai.ru

Читайте нас