Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала.
Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика етәкселеге тарафынан туған тел уҡытыусыларына һәр йәһәттән ярҙам күрһәтелеүен билдәләне. Туған телгә өйрәнеү ғаиләнән һәм мәктәпкәсә тәрбиәнән башлана, тине ул.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙың ҡулланылыу даирәһен киңәйтеү йәһәтенән бик күп эштәр башҡарыла. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә генә туҡталып үтәйек.
Республикала 1039 балалар баҡсаһы эшләп килә, шуларҙың 458-дә башҡорт телен өйрәтеү ойошторолған. 42163 кескәй Башҡортостан гражданы балалар баҡсаһында уҡ туған телен өйрәнә.
Быйыл Башҡортостанда 22 мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы асылды һәм бөгөнгә уларҙың 13-өндә туған телде өйрәнеү ойошторолған.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусылар һаны арта. Мәҫәлән, 2018 йылда был бәйгелә - 251 уҡыусы, 2019 йылда – 299 уҡыусы, быйыл 408 уҡыусы ҡатнашҡан.
Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу - матур традицияға әйләнә барған, меңәрләгән милләтешебеҙҙе берләштергән рухлы сара. 2018 йылда унда 9000 кеше ҡатнашһа, 2019 йылда – 69687, ә быйыл 305 600 ҡатнашыусы булды. Диктант яҙыуға Башҡортостандан тыш Рәсәйҙең 20 төбәгенән һәм донъяның 25 дәүләтенән ҡушылдылар. .
Дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү өсөн Башҡортостан Башлығы гранты булдырылды.
2019, 2020 йылдарҙа Дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү өсөн мәғариф учреждениеларына бүленгән грант күләме 24 миллион 700 мең һум тәшкил итте. Уларға республиканың 22 мәғариф ойошмаһы лайыҡ булды.
2019-2020 уҡыу йылында Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәренә нигеҙ һалынды. Әле Өфөлә 2 мәктәптә (44-се мәктәп һәм 162-се "Смарт" мәктәп), Стерлетамаҡтағы 23-сө мәктәптә полилингваль белем биреү ойошторолған. Тап унда башҡа телдәр менән бер рәттән уларҙа айырым фәндәр буйынса дәрестәр башҡорт телендә алып барыла.
Форумда сығыш яһаусылар ошо мөмкинлектәрҙең туған телдәрҙе өйрәнеүгә, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен үҫтереүгә, уны киңерәк танытыуға ҙур этәргес көс булыуын айырып билдәләне.
Артабан форум үҙенең эшен бер нисә майҙансыҡта дауам итте. “Башҡорт телен өйрәнеүҙә интерактив һәм мультимедиа ресурстары”, “Башҡорт теленән дистацияла уҡытыуҙы нисек ойошторорға?”, “Тыуған яҡты өйрәнеү һәм этномәҙәниәт йүнәлешендәге дәрестәр: нимә ҡулланырға һәм нисек уҡытырға?”, “Федераль конкурстарҙа ҡатнашыу”, "Башҡорт телен уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән эште нисек дөрөҫ ойошторорға?”, “Төбәк мәғариф системаһында классик университет һәм белем биреү учреждениелары: хеҙмәттәшлек формалары” һәм башҡа майҙансыҡтарҙа эшлекле, йәнле һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар ойошторолдо.
Әйтәйек, “Башҡорт теленән дистацияла уҡытыуҙы нисек ойошторорға?” тигән майҙансыҡта Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Хәсәнова үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Эльмира Салауат ҡыҙы һөйләүенсә, дистанцияла уҡыу осоронда ла һәр уҡыусы дәрестәргә етди әҙерлек менән килгән, берәү ҙә “эй башҡорт теле бит әле” тип еңел ҡарамаған.
“Смарт” 162-се полилингваль күп профилле мәктәп директоры Наил Әминев “Башҡорт телен уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән эште нисек дөрөҫ ойошторорға?” майҙансығында сығыш яһап, былай тине: "Башҡорт теленә иғтибар бермә-бер арта. Шуныһы ҡыуаныслы: ата-әсәләр тарафынан ярҙам тоябыҙ. Бөгөн күп тел, шул иҫәптән туған телеңде белеү заманса күренешкә әйләнә бара".
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының форумы ике көн дауам итәсәк.