Башҡорт донъяһы
25 Сентябрь 2020, 15:25

Ғафури районы һәр йәһәттән дә өлгө

"Беҙҙә 19 мәктәп һәм 18 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы иҫәпләнә, – тип һөйләй Рауил Ғәбдрәшит улы. – Һәммәһендә лә уҡыусы балалар башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле сифатында өйрәнә".

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан иткәйне. Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы тап шуға арналды.
Оло йыйын телселәр, әҙәбиәтселәр, ғөмүмән, ижадсылар менән дан тотҡан Ғафури районында барҙы, шуға күрә ошо урында ғафуриҙарҙың фекерен бирмәһәк, мәғлүмәттәр тулы булмаҫ төҫлө.
Ғафури районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов билдәләүенсә, ойоштороусылар форумды Ғафури районында үткәреп дөрөҫ эшләгән. Беренсенән, Ғафури – телселәр һәм әҙәбиәтселәр төйәге. Икенсенән, ул республикабыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан. Өсөнсөнән, район һәр йәһәттән дә, айырыуса мәғариф тармағында өлгө ролен үтәй.
– Беҙҙә 19 мәктәп һәм 18 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы иҫәпләнә, – тип һөйләй Рауил Ғәбдрәшит улы. – Һәммәһендә лә уҡыусы балалар башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле сифатында өйрәнә, улай ғына ла түгел, теләп өйрәнә. Районда 4323 бала бар, уларға төплө белем һәм күркәм тәрбиә алыу өсөн һәр йәһәттән дә шарттар тыуҙырылған. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асылған. Педагогтарҙың бөтәһе лә юғары белемле, мөғәллимдәрҙең 80 проценты юғары категорияға эйә.
Форумда Ғафури районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова һәм Аҡкүл урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәлиә Хәбибуллина ла ҡатнашҡан.
– Беҙҙә балаларға туған телендә белем алыу өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған, – ти әңгәмәсем. – Мәҫәлән, йыл да “Өмөтлө ҡәләм” конкурсы ойошторола, яҙыусы Гөлнур Яҡупова үҙенең премияһын булдырған. Башҡорт телен тәрән белгәндәргә, өмөтлө уҡыусыларға аҡсалата ярҙам күрһәтелә. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов мәғариф тармағына ныҡлы иғтибар бүлә, был бигерәк тә мөһим.
Әйткәндәй, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыларҙың мәккәһе һанала. Бында төрлө конкурстар, бүтән төрлө бәйгеләр ойошторола.
Рауил Ғәбдрәшит улы әйтеүенсә, уҡытыусылар өсөн бындай йыйынды йышыраҡ уҙғарырға кәрәк. “Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ” тигән әйтемгә таянһаҡ, уңыштар оҙаҡ көттөрмәҫ.
Автор фотоһы.
Читайте нас