Башҡорт донъяһы
25 Сентябрь 2020, 07:57

“Без – башҡортлар” халыҡты тамырҙарын белергә әйҙәй

“Төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшәбеҙ”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты ағзаһы, “Без – башҡортлар” ойошмаһының әүҙем ағзаһы Радик БӘХТИЕВ республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында башҡорт ырыуҙары вәкилдәрен йәнләндереп, тарихи асылына ҡайтарырға тырышып, байтаҡ саралар, эҙләнеүҙәр үткәрә. “Без – башҡортлар” хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, ул ошо йәнлелекте юғалтмау, халыҡты туплауға этәргес биреү өсөн эшмәкәрлектәрен тағы ла көсәйтергә кәрәклекте билдәләй. Бөгөн Радик Рәлиф улы менән Краснокама районы башҡорттары тормошо тураһында һөйләшәбеҙ.


– Радик Рәлиф улы, ойошма тураһында ентекләберәк һөйлә­геҙ әле.

– Буш һүҙ һөйләп йөрөмәй беҙ­ҙең ағзалар. Йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, ата-бабаларыбыҙ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, шөғөл­дә­ре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп алдыҡ. Бөйөк Ватан һуғы­шында ҡатнашҡан яугир­ҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү ҙә үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур этәргес. Иҫтәлекле таҡтаташ­тар асыу, байрам тантаналарынан һуң төрлө ярыштар ойоштороуға күп иғтибар бүләбеҙ. Халыҡты үҙ тарихын, тамырҙарын белергә әйҙәйбеҙ.

Бындай беренсе сара Нефтекама ҡалаһында үтте. Унда Краснокама һәм Яңауыл районы йәштәре ҡатнашты, Үрге Йәркәйҙә Илеш районы халҡы ярышты, Туймазыла уҙғарылған сарала иһә Бүздәк һәм Туймазы уҡыусылары ҡатнашты. Был патриотик сара­ларҙы уҙғарыр өсөн матди ярҙам һәм инструкторҙар менән тәьмин иткән бағыусыларға рәхмәт һүҙҙә­рен еткерәм. Йәштәр уҡ атыу ме­нән ҡыҙыҡһына, бындай ярыш­тарҙы йышыраҡ үткәреүҙе һорайҙар.


– Тарих, милли тамырҙар менән ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан килә?

– Ул бәләкәй саҡтан уҡ килә. Ә тыуған яҡты өйрәнеү, тарихын яҡ­шыраҡ белеү, йәмәғәт ойош­маһы булдырыу, халыҡты туплау теләге яҡынса тиҫтә йыл самаһы элек бар­лыҡҡа килде. Ғәмәлдә ул Салауат Хәмиҙуллин менән таны­шыуҙан башланды. “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китаптарын туп­лау эшен башлағанда уның командаһында эшләнем.
Бер нисә йыл элек мин “Урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса төнь­яҡ-көнбайыш райондарҙа куратор булдым. Шунда йыйылыш үткәр­гәндә, башланғыстарҙы билдә­лә­гәндә, бер үҙенсәлеккә иғтибар иттем: беҙҙең яҡтарҙағы халыҡ үҙенең башҡортлоғон, был ергә хужа булғанын, тарихи аҫа­балығын онотмаған. Йыйылыш­тарҙағы сығыштарҙа был хәҡиҡәт йыш ҡына сағыла ине.
Райондар буйлап йөрөгәндә, әлбиттә, кешеләр менән танышып аралаштым. Ошо осрашыуҙар ва­ҡы­тында минең менән уртаҡ фекерҙә булған яҡташтарҙы ла осраттым. Социаль селтәрҙәрҙә яҙы­шып, мөмкин булғанда осраштыҡ. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ултырышы алдынан егеттәр миңә эште икен­се йүнә­лештә башларға һәм хәрәкәт булдырырға тәҡдим итте. Шул тарихи мәлдә “Без – баш­ҡортлар” ойошмаһын булдырҙыҡ.


– “Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй” тигән әйтем бар. Тәүҙә ҡыйын­лыҡтар менән дә осрашырға тура килгәндер?

– Башта башланғысыбыҙҙы үҙ көсөбөҙ менән генә атҡарҙыҡ. Әлеге лә баяғы бағыусылар ярҙам итте. Шунан ғалим егеттәр менән бергә Башҡортостан Башлығы иғлан иткән Туған телдәрҙе һаҡлау буйынса грантҡа дәғүә итеп, унан да ярҙам ала башланыҡ.
Шулай итеп, “Без – башҡорт­лар” әлеге көнгә тиклем көс-дәрт туплап эшләп килә. Әлбиттә, урындағы халыҡтың үҙаңы, башҡорт рухы булмаһа, был хәрәкәт бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәҫ ине.


– Нисәмә йыл дауамында баш­ҡорт теленең төньяҡ-көнба­йыш диалектына тейешле иғти­бар бүленмәне. Халыҡ ситләште, тарихын онотто. Һеҙҙең эшмә­кәрлекте аңлап ҡабул итәләрме?

– Мин “Урындағы башланғыс­тарға булышлыҡ итеү” програм­маһын ғәмәлгә ашырыу буйынса күп йөрөгәс, шуға иғтибар иттем – беҙҙең яҡ башҡорттарының теле республиканың башҡа тараф­тарындағы диалекттан айырыла. Татар теле лә беҙҙекенә тап килмәй, әҙәби башҡорт теленән дә башҡасараҡ. Тарих саңын оҙаҡ ҡағырға, архив документтарын ентекләп өйрәнергә тура килде.
Хәҙер күҙгә тура ҡарап әйтә алам: беҙҙең туған тел – тап баш­ҡорт теле. Быны яҡташыбыҙ Ғәли Со­ҡорой ҙа билдәләгән, йәнә Шә­йех­зада Бабич та ошо телдә ши­ғыр­ҙар яҙған, Башҡортостан Рес­публикаһын булдырыуҙа мөһим роль уйнаған Илдархан Мутин да фармандарын беҙҙеңсә яҙған – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында.
Тарихыбыҙ бай, аҫабалыҡты ла онотмағанбыҙ. Милләттең үҙаңын нығытыуҙа “Башҡорт ырыуҙары тарихы” йыйынтығы ныҡ ярҙам итә – үҙенең тарихы менән ҡыҙыҡ­һынған кешеләр күп, бигерәк тә йәштәр һәм урта йәштәгеләр ара­һында. Халыҡ был мәсьәләгә битараф түгел, ҡул һелтәп ҡарамай.
Екатеринбург, Ырымбур, Кама йылғаһына ҡәҙәр Көнсығыш Татарстан, Һамар, Һарытау өлкә­ләре, Ҡурған – былар бөтәһе лә тарихи башҡорт ерҙәре, аҫаба статусына эйә биләмә. Уны “Башкирия” тип атауҙа тарихсылар хата күрмәй, сөнки тап ошо Оло Башҡортостан тигән ерҙәребеҙ урта быуат карталарында Паскарти тип билдәләнгән.


– Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын танымау­сылар юҡ түгел...

– Эйе, был йәһәттән беҙҙең ме­нән килешмәүселәр ҙә осрай. Ябай халыҡ иһә тарихи дәлилдәрҙе белмәү арҡа­һында хаталана. Дөрөҫөн генә әйт­кәндә, тарихи сығанаҡтарҙы ентек­ләп тикшергән ғалимдарҙың яҙма­лары ябай кешенән алыҫ, ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе улар ауыр ғил­ми тел менән яҙа.
Әле яңыраҡ булған хәл. Ауыл­дағы бер уҡытыусы: “Ошо ауылға башҡа милләт вәкилдәре Иван Грозныйҙан һәм суҡындырыуҙан ҡасып килгән”, – ти. Ләкин ауыл музейында архив яҙмаларының күсермәһе күрһә­телгән – унда ап-асыҡ итеп ауылға беренсе күсенеүселәрҙең 1750 йылдарҙа килгәне яҙылған. Ошондай документтар ҡулда булып, нисек алданырға мөмкин?
Туған те­лебеҙҙең әҙәби баш­ҡорт теленә тап килеп бөтмәгәне өсөн беҙ, шул иҫәптән мин үҙем дә, мәктәптә татар телен туған тел тип уҡыныҡ. “Баш калабыз – Казан” тип яҙылғайны китап­тарыбыҙҙа.
Күп кенә яҡташтарымдың үҙаңы уянғанына шатланам. “Шәжәрә” ойошмаһы әҙерләгән китаптарҙы алалар, тағы һорайҙар, белешәләр.
Диалекттарҙы танырға кәрәк. Улар туған телебеҙҙе байыта. Беҙҙең әҙәби телебеҙ бар – ул рәсми рәүештә дәүләт теле, ләкин уның бер нисә төбәк варианты булыуын онотмайыҡ шуларҙың иң олоһо – көн­байыш диалекты. Бүтән төбәк диалекттары әҙәби телде, дәүләт телен байытҡан һымаҡ, ул да беҙҙең башҡорт телен тулыландыра, яңы биҙәктәр өҫтәй.

Әлеге мәлдә көнүҙәк мәсьәлә – төньяҡ-көнбайыш диалектын рәсми рәүештә ҡабул итеү. Был һөйләштә китаптар, гәзит сығарыу, йыр яҙҙырыу, тапшырыуҙар әҙерләү – әҙәби телде байытыр өсөн кәрәкле саралар, сөнки башҡорт халҡының өстән бер өлөшө тап ошо диалект­та аралаша. Әйтәйек, Германияла бер нисә танылған диалект бар. Бөйөк Британияла Уэльс төбәгенең диалекты шул уҡ статуста. Норвегияла ла шулай уҡ.
Рәсәйҙә 150-нән ашыу милләт йәшәй һәм улар 277 телдә (диалекттарҙы ла иҫәпкә алғанда) һөйләшә. Башҡорт теле әле дүртенсе урында.
Краснокама районы.
Читайте нас