Башҡорт донъяһы
25 Сентябрь 2020, 06:00

Лилиә Гран-при яуланы!

Ҡыҙ үҙенең республика исеменән сығыш яһауы менән ғорурлана.

Өфө ҡыҙы “Мисс-Евразия-2020” халыҡ-ара конкурсында Гран-при яуланы, тип хәбәр итә BashNews порталы. Бәйге Төркиәнең Истанбул ҡалаһында ун көн дауамында барған.
Титул өсөн көрәштә 18 илдән 24 ҡыҙ ҡатнаша. Тап яҡташыбыҙҙың ошондай ҙур конкурста еңеү яулауы һөйөнөслө хәл, әлбиттә. Лилиә Ғилмийәрова бындай киң ҡоласлы бәйгелә ҡатнашыу тураһында уйламаған да була, бөтәһен дә бәхетле осраҡ хәл итә.
- Еңеү яулау түгел, хатта унда ҡатнашыу мөмкинлеген дә башыма килтермәгәйнем, - ти яҡташыбыҙ. - Минең яҙған шиғырым “Фейсбук” битендә Рәсәйҙәге иң ҙур реклама агентлығы iConText компанияһының коммерция директоры тарафынан баҫтырылғайны. Тап ошо социаль селтәрҙә миңә “Мисс Евразия” халыҡ-ара конкурсы президенты иғтибар иткән. Ул бәйгелә ҡатнашырға саҡырғас, әлбиттә, риза булдым.
Конкурста һылыуҡайҙар үҙҙәренең һәләттәрен төрлө яҡтан асырға тырыша. Фотосессиялар, милли костюмдарҙа сәхнәгә сығыу, маскарадтар һәм ижади сығыштар – барыһы ла мауыҡтырғыс һәм яуаплы.
Ҙур бәйгенең иң ҙур бүләге - таж - беҙҙең яҡташыбыҙҙа!
Фото: vk.com
Читайте нас