Бөгөн - Салауат Юлаевты иҫкә алыу көнө.
Тыуған яғы Салауат районында милли геройҙың яҡты иҫтәлегенә арналған саралар үтте. Йылдағыса, ойоштороусыларҙың береһе булып республиканың Милли музейы филиалы - Салауат Юлаев музейы торҙо.
Тантана XI Салауат Юлаев шиғырҙарын һөйләүселәрҙең төбәк конкурсы менән асылды. Башҡортостандың Милли музейы директоры Марат Зөлҡәрнәев ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан батыр музейы алдындағы майҙанда тантаналы митинг уҙҙы һәм Салауат Юлаевтың бюсына сәскә һалынды.
Фото: Салауат районы хакимиәте.