Башҡорт донъяһы
25 Сентябрь 2020, 11:40

Тынмаһын туған телебеҙ!

Дәүләт тарафынан телгә иғтибарҙың артыуы ата-әсәләрҙең, балаларҙың ҡарашына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Мәҫәлән...

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үҙ эшен ойошҡанлы дауам итә.
Сараның пленар өлөшөндә, майҙансыҡтарҙа сығыш яһаусылар һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа дәүләт теле булараҡ башҡорт теленә, барлыҡ туған телдәргә иғтибарҙың бермә-бер артыуын билдәләй. Тел уҡытыусылары белдереүенсә, уларҙың эшен баһалап булдырылған гранттар, аҡсалата премиялар яңы һөҙөмтәләргә дәртләндерә.
Дәүләт тарафынан телгә иғтибарҙың артыуы ата-әсәләрҙең, балаларҙың ҡарашына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Мәҫәлән, 2019/20 уҡыу йылында уҡыусыларҙың 67 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Был былтырғы күрһәткестән юғарыраҡ.
Республиканың тел уҡытыусылары “Иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы” тигән исемгә дәғүә итә ала. Уларға Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата премияһы булдырылды, уның күләме – 50 мең һум. Былтырғы уҡыу йылында был премияға биш педагог лайыҡ булды.
Республикабыҙҙа һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән күрше төбәктәрҙә 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө киң билдәләнә. Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә булдырылған байрам рухташтарҙы, телһөйәрҙәрҙе берләштерә. Былтыр ошо көндө республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары өсөн Башҡорт теле буйынса диктант ойошторолдо.
Уҡытыу-педагогик әҙәбиәт өсөн республика бюджетынан бүленгән финанс күләме лә арта бара: 2018 йылда – 53,9 миллион һум, 2019 йылда – 55,3 миллион һум, быйыл – 56,5 миллион һум.
Бөтә был саралар туған телебеҙ – башҡорт теленең киләсәгенә, уның тиңдәр араһында тиң булып йәшәйәсәгенә, быуаттар дауамында ғорур яңғыраясағына өмөт-ышаныс уята.
Читайте нас