Башҡорт донъяһы
25 Сентябрь 2020, 10:00

Йәш уҡытыусылар күп икән, башҡорт теле йәшәйәсәк

– Башҡортостандың тос ярҙамын һәр йәһәттән дә тоябыҙ, айырыуса әсбаптар менән тәьмин итеү мәсьәләһендә, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Ринат Ишбулатов.

Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында йәш уҡытыусыларҙың күп булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы Юлтый ауылындағы Дауыт Юлтый исемендәге мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Ринат Ишбулатов та быға иғтибарҙы йүнәлтте.
Уның әйтеүенсә, форумда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары күп икән, тимәк, башҡорт теленең һағында тороусылар ҙа күп буласаҡ, башҡорт теле йәшәйәсәк.
– Башҡортостандың тос ярҙамын һәр йәһәттән дә тоябыҙ, айырыуса әсбаптар менән тәьмин итеү мәсьәләһендә, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Ринат Ишбулатов. – Мәҫәлән, былтыр әллә күпме дәреслектәр, төрлө программалар алып һөйөндөк, уларҙың һәр береһен ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, өҫтәл китабына әйләнделәр. Ә инде тағы ла методик әсбаптар килтерелһә, икеләтә ҡыуаныр инек. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе араһында бәйләнештәр нығынды. Быны инде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың беҙгә ыңғай мөнәсәбәте, ярҙамы тип ҡабул итәбеҙ. Радий Фәрит улына ырымбурҙар ҙур рәхмәт белдерә.
Әңгәмәсем әйтеүенсә, тормош бер урында тормай, алға бара. Бөгөн өр-яңы ысулдар менән эш итергә кәрәк, заман шуны талап итә.
– Элек Ырымбур өлкәһендә башҡорт теле күп мәктәптәрҙә уҡытылды, хәҙер, үкенескә күрә, уларҙың һаны күҙгә күренеп кәмене. Билдәле инде, йәштәр күпләп ҡалаға ынтыла. Уларға эш һәм ҙур эш хаҡы кәрәк.
Башҡортостанға юл йыш төшмәй. Өфөлә һуңғы тапҡыр 2017 йылда булғайным, уҡыусы балаларҙы конкурста ҡатнашыр өсөн алып килгәйнем. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Башҡортостанға сәфәр ҡылыуҙарына бик шатланғайны.
Үҙем тыумышым менән Ырымбур өлкәһендәге Александровский районының Кәнсер ауылынанмын. Кәнсерҙә лә, Дауыт Юлтыйҙа ла балаларҙың туған телендә һирәк аралашыуына йөрәгем әрней. Мәктәптә малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың күңеленә туған телдәренең кәрәклеген, бөйөклөгөн һеңдерергә тырышабыҙ, ә бына улар урамға сыҡһа, шунда уҡ үҙ-ара русса аралашыуға күсеп китә. Эйе, рус телен дә белергә кәрәк, әммә үҙҙәренең туған телен дә онотмаһалар ине. Дауыт Юлтый мәктәбендә ни бары 25 бала, мин 5-9-сы класс балаларына башҡорт телен өйрәтәм.
Туған телгә ҡарата һөйөү барыбер ҙә ғаиләлә башлана, шуға күрә был эштә ата-әсәләр ҙә аңлы рәүештә ҡатнашһын ине.
Автор фотоһы.
Читайте нас