Башҡорт донъяһы
26 Сентябрь 2020, 14:55

“Дәртләнеп, рухланып ҡайттым”

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан Рауза Мусина ла ҡатнашты.

Күптән түгел Ғафури районында үткәрелгән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән Рауза Мөтиғулла ҡыҙы Мусина ла ҡатнашҡан.
Ул - күрше төбәктә башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын өйрәнеүселәрҙе берләштергән “Атайсал” клубы етәксеһе, ойошма Яр Саллы ҡалаһындағы Халыҡтар дуҫлығы йортонда урынлашҡан.
Рауза Мөтиғулла ҡыҙы Күгәрсен районының Мораҙым ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Ире Дәүләкән районының Сапай ауылынан. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, улар күрше төбәктә төпләнгән.
Рауза Мөтиғулла ҡыҙы форумдан йөрөп ҡайтҡас, “Башҡортостан” гәзитенә ҡайһы бер уй-фекерҙәрен еткерҙе:
“Балаларыбыҙ мәктәпкә барғас, татар теленән насар билдәләр алып ҡайта башланы. Ҡыҙыҡһынғас, уларҙың нисек ишетһә шулай яҙыуы, башҡорт һүҙҙәрен ҡушып ебәреүҙәре асыҡланды. Ул ваҡытта башҡорт йәкшәмбе мәктәбенә йөрөйҙәр ине. 2001 - 2004 йылдарҙа үҙем шунда белем бирҙем, балалаларым да һәр сарала әүҙем ҡатнашты. Башҡортостандың сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәре менән гел тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Азат Биксурин, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Тәлғәт ағай Нуриев, Зыя ағай Хәлиловтар бик күп әһәмитле саралар уҙғарҙы. Улым ҡурайҙа уйнарға өйрәнде. Ҡыҙҙар бейергә, ҡумыҙ серҙәренә төшөндө. Илгиз Солтанов тигән әүҙем малайыбыҙ милли сараларҙа ҡатнашыуҙан тыш, шахмат турнирҙарында алдынғылыҡты бирмәй ине.
Яр Саллы ҡалаһында тәүге башҡорт мәктәбе 2004 йылда 11-се урта мәктәп нигеҙендә асылғайны. Бында беренсе кластан ун беренсегә тиклем башҡорт телен өйрәнделәр. Мин үҙем инглиз теле белгесе булһам да, башҡорт теленән белгес булмағас, эшкә саҡырҙылар. Әммә ҡыйыулығым етмәне. Уның ҡарауы, Айгөл Илдар ҡыҙы Балағотдинова был эште бик матур, һөҙөмтәле алып барҙы.
2019 – 2020 йылдарҙа башҡорт телен өйрәнеү бик тә йәнләнде, мөһим ваҡиғалар булды. Яңы проекттар эшләнде, гранттар булдырылды. Беҙҙе, Рәсәйҙең башҡа төбәгендәге башҡорт теле уҡытыусыларын, шатлыҡлы ваҡиға көтә ине: махсус курстарҙа уҡыныҡ, башҡорт телен уҡытыу белгесе дипломын алдыҡ. Минең өсөн был – оло мәртәбә”, – ти Рауза Мөтиғулла ҡыҙы.
Башҡорт телен һаҡлауҙа, яҡлауҙа һәм таратыуҙа фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән педагог әлеге форумда юғары награда алған: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әүҙем, рухлы милләттәшебеҙҙе Рәхмәт хаты менән бүләкләгән.
Рауза Мөтиғулла ҡыҙы башҡорт теле уҡытыусылары форумында ҡатнашып, хеҙмәттәштәре менән аралашып, дәрт-дарман туплап ҡайтыуын билдәләй. Уға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Фото геройҙың шәхси сәхифәһенән.
Читайте нас