Башҡорт донъяһы
28 Сентябрь 2020, 07:30

"Дәрт, илһам алдым..."

Силәбе өлкәһендәге Арғаяш районының Байрамғол мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Рәхмәтуллина Башҡортостандан дәртләнеп ҡайтҡан.

Үткән аҙнала Ғафури районында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙгә туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән Гөлфиә Рәхмәтуллина ла ҡатнашты. Ул Силәбе өлкәһендәге Арғаяш районының Байрамғол мәктәбендә балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Гөлфиә Тимерғәле ҡыҙы мәртәбәле саранан алған уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
"Ғафури районында үткән форумда ҡатнашыу бәхете тейгәнгә бик шатмын. Үткән йылда шулай уҡ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе съезында ҡатнаштым. Форум бик юғары кимәлдә ойошторолдо, башҡорт телен уҡытыу, өйрәнеү, үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләр күтәрелде, борсоған проблемаларҙы хәл итеү юлдары асыҡланды. Сит өлкәлә йәшәһәк тә, Башҡортостан беҙҙе үҙ ярҙамынан ташламай. Телебеҙҙең абруйын күтәрер, әһәмиәтен арттырыр өсөн республика тарафынан ҙур эштәр башҡарыла, ә беҙ, уҡытыусылар, предметты уҡытыу сифатын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә еткерергә тейешбеҙ.
Форумда Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Уның, туған телде бала саҡтан өйрәнә башларға кәрәк, бының өсөн балалар баҡсаларында уҡ шарттар тыуҙырыу зарур, тигән фекере бигерәк тә оҡшаны. Шулай уҡ, инглиз теле кеүек үк, башҡорт телен өйрәнеүгә лә сертификат индерергә кәрәк тигән тәҡдимен тулыһынса хуплайым. Был үҙ сиратында туған телебеҙҙе үҫтереүгә, республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәр араһында ла туған телен өйрәнергә теләүселәрҙең артыуына килтерәсәк.
Бындай саралар беҙҙең өсөн, бигерәк тә Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәргә бик кәрәк. Форумдан дәртләнеп ҡайттым, яңы фекерҙәштәр таптым", - тине ул.
Гөлфиә Тимерғәле ҡыҙына форумда Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Гөлфиә Рәхмәтуллинаның шәхси архивынан.
Читайте нас