Илеш, Дүртөйлө, Туймазы райондарында башҡорт ауылдарының һаны башҡа халыҡтар йәшәгән ауылдарға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк. Мәҫәлән, Илештә – 66, Дүртөйлөлә – 56, Туймазыла 58 башҡорт ауылы бар. Төньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыш башҡорттарының күбеһе үҙҙәрен башҡорт тип һанай. Мәҫәлән, 1979 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Балтас, Бәләбәй, Благовар, Яңауыл райондарындағы башҡорт ауылдарында бер кем дә үҙен татар тип иҫәпләмәгән. Әлбиттә, беҙ был төбәктең милли составы яғынан ныҡ ҡатнаш райондар булыуын иҫтән сығармайбыҙ.
Күпселеге – тарихи документтар буйынса башҡорт
Баҡалы районында – биш, Кушнаренко районында – биш, Дүртөйлө районында – ете, Саҡмағашта – һигеҙ, Шаранда өс ауыл башҡорттарының бер өлөшө халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында үҙҙәрен татар тип яҙҙырған. Был хәл бер үк ауылда башҡорттар менән татарҙарҙың ныҡ аралашып йәшәүе менән аңлатыла.
Бына Благовар районындағы Оло Әрәмә ауылын ғына алып ҡарайыҡ. Унда, Ҡаңны, Йомран-табын ҡәбиләләренә ҡараған башҡорттар менән бер рәттән, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм татарҙар йәшәй. Бүздәк районының Ҡаран ауылында Ҡаңны, Ҡыр-йылан башҡорттары менән бергә типтәрҙәр һәм мишәрҙәр көн күрә. Шул уҡ райондағы Оло Өстүбәлә Ҡаңны башҡорттары мишәр менән типтәрҙе ауылдаш итеп алған.
Бындай ауылдарҙың дөйөм һаны һәм һандар нисбәте ҙур түгел. Уларҙың исемлеген бирәбеҙ. Дүртөйлө районының Исмәғил ауылында Йылан башҡорттары, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм удмурттар йәшәй. Йәрмәкәй районының Әбделкәрим ауылында Ҡыр-йылан, Байләр башҡорттары типтәр һәм татарҙар менән бергә көн күрә. Илеш районының Иҫәнбай ауылында Ҡырғыҙ, Эске йылан, Урман-гәрәй башҡорттары менән типтәрҙәр йәшәй. Кушнаренко районында ҡатнаш ауылдар байтаҡ ҡына.
Әйҙәгеҙ, булмаһа, Ҡарасайылға, Тартыш ауылдарын алып ҡарайыҡ. Өлкән йәштәге бабайҙар хәтерләүенсә, был ауылдарҙа Ҡаңны, Төркәй башҡорттары һаҡланып ҡалған. 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Ҡарасайылға ауылында Ҡаңны ырыуынан 350 башҡорт һәм бер аҙ мишәр йәшәгән. Был ауылдарҙағы халыҡ телендә “башҡорт зыяраттары”, “башҡорт урамдары”, “башҡорт осо” тигән исемдәр бөгөн дә һаҡланған. Уларҙа элегерәк ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнаусылар ҙа бар ине.
Зыя Нуриев һүҙҙәре буйынса, уның тыуған ауылы Үрге Ыласынтауҙың нигеҙен ошо ауылдан күсеп килгән Ҡаңны башҡорттары һалған. Байталлы ауылында, мәҫәлән, Дыуанай башҡорттары мишәрҙәрҙе һәм татарҙарҙы үҙ янына алған. Иҫке Ғүмәрҙә Ҡаршын һәм Ҡаңны башҡорттары мишәр менән типтәрҙе һыйындырған. Үрге Сәйет менән Талбаҙыла Дыуанай башҡорттары, татарҙар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр йәшәй. Туҡмаҡлыла Ҡаңны, Ҡаршын башҡорттарының, мишәрҙәрҙең һәм удель крәҫтиәндәренең (урыҫтарҙың) тоҡомдары көн күрә.
Саҡмағош районының Ҡаран ауылында Ҡыр-йылан башҡорттары менән мишәр, типтәр һәм татарҙар йәшәй. Шаран районының Нарататлы ауылы ла күп милләтле. Унда Ҡыр-йылан башҡорттары типтәр, татар һәм сыуаштарҙы үҙҙәренә индергән. Иҫке Тамъянда Ҡыр-йылан һәм Тамъян башҡорттары менән бергә типтәр һәм мариҙар көн күрә. Балтас районының Һәйтәк ауылында Таҙлар, Унлар, Ирәкте аҫаба башҡорттары менән 1697 йылдан алып типтәрҙәр йәшәй. Краснокама районының Ҡуян ауылына Эске йылан, Уран һәм Йәлдәк башҡорттары нигеҙ һалған. Улар типтәр менән мишәрҙе үҙ янына алған. Тәтешле районында ныҡ ҡатнаш халыҡлы бер генә ауыл бар. Ул – Кәлтәү ауылы. Был ауылда Уран, Иҙел-гәрәй башҡорттары менән ике төркөмдән торған башҡорттар көн күрә.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш райондарҙа төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән ҡатнаш ауылдар ғына бар икән, тип уйларға ярамай. Башҡа халыҡты үҙ ерҙәренә ултыртмаған саф башҡорт ауылдары ла күп. Мәҫәлән, Тоҡтағол, Яңы Ҡатай (Баҡалы районы), Ағарҙы, Һынны, Әхмәт (Благовар районы), Көҙөй (Күҙәй), Ҡаҙаҡлар-Ҡобау, Ҡаңны, Төркәй, Шығай, Яҡуп (Бүздәк районы), Атамкүл, Тарҡаҙы (Йәрмәкәй районы), Яңы Айыу, Иҫке Дөмәй, Үрге Йонно, Яңы Күктау, Иҫке Ҡырғыҙ, Ҡарабаш, Лаяшты, Үрге Маншыр, Иҫке Татыш, Теләпән, Тәжәй, Үрмәт, Шаммат, Сәйетҡол (Илеш районы) һәм башҡа ауылдар шундайҙар иҫәбенә инә.
Ғорурланырлыҡ шәхестәребеҙ бар
Ошо ауылдарҙан сыҡҡан батырҙарға, оло хөрмәткә лайыҡ кешеләргә, талантлы шәхестәргә иғтибар итәйек. 1812 йылғы Ватан һуғышында Наполеонға ҡаршы көрәшеү өсөн төньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыш башҡорттарынан бер полк (5-се) төҙөлә, һуғышты еңеүсе булып тамамлағандан һуң, башҡорт батырҙарына орден һәм миҙалдар тапшырыла. Мәҫәлән, Ниғмәтулла Ғәзиев (ул Минзәлә өйәҙе Әлмән ауылынан) “Парижды алыу иҫтәлегенә” тигән ике миҙал менән бүләкләнгән.
Ундайҙар иҫәбенә Миәкә районының Елдәр ауылы кешеһе Саҙиҡ Сәғитов (2-се башҡорт полкы), шул райондың Көсөгән ауылынан Мөхәмәтрәхим Ғәбдрәшитов, Илеш районының Ҡыпсаҡ ауылынан Ғайса Әхмәтов, Минзәлә өйәҙе Ҡормаш ауылынан Ғабдулла Яманғолов, шул уҡ өйәҙҙең Нөркәй ауылынан Әбделлатиф Әбсәләмов, Миәкә районының Сатый ауылынан Ибәтулла Ғөбәйҙуллин, Илеш районының Йәркәй ауылынан Шаһимгәрәй Нурбәковтар инә. Бик ҙур наградаға лайыҡ булған яугирҙәр ҙә булған. Мәҫәлән, Әлшәй районының Сәпәш ауылы кешеһе Әйүп Ҡәйепов, алда әйтелгән ике миҙалдан тыш, Изге Анна, Илеш районының Юлдаш ауылынан Каспран Әлмәшов Изге Георгий ордены менән бүләкләнгән. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тә – башҡорт.
Күренекле шағирҙарыбыҙ Шәйехзада Бабичты (Дүртөйлө районының Әсән ауылынан), Назар Нәжмиҙе (Дүртөйлө районының Миңеште ауылынан) онотмайыҡ.
Фән докторҙары, профессор Әхнәф Ибраһим улы Харисов (Балтас районының Имән ауылынан), Әхнәф Нурый улы Кирәев (Кирәй Мәргән, Асҡын районының Ҡыйғаҙы ауылынан), Әхнәф Әхмәт улы Юлдашев, Ҡасим Закир улы Әхмәров (Борай районынан), Мөсәллиә Ғәле ҡыҙы Хәйруллина (Борай районынан), педагогия фәндәре кандидаты Фәһимә Ғәббәс ҡыҙы Исламова (Илеш районының Ҡарабаш ауылынан) һәм башҡалар.
РСФСР-ҙың халыҡ артисы Фидан Ғафаров – Дүртөйлө районының Уртай ауылы, Зыя Нурый улы Нуриев – Бөрө районының Үрге Ыласынтау ауылы, Миҙхәт Закир улы Шакиров, Нәжип Хәтмулла улы Вәлитов – Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылы, Вил Мәҡсүтов – Дүртөйлө районының Исмәғил ауылы, Лена Мырҙа ҡыҙы Карамова – Балтас районының Иҫке Балтас ауылы башҡорто. Яҡшылап уйлап ҡараһаң, ревизия материалдарына күҙ һалһаң, башҡорт йәшәмәгән, башҡорт ауылы булмаған бер генә район да юҡ. Әле үҙҙәрен татар тип һанаған кешеләрҙең бик күбеһе – тарихи документтар буйынса саф башҡорт йә башҡорт ҡанлы, йә башҡорт ейәндәре булып сыға. Тимәк, Башҡортостанда башҡорттар 863 мең генә (1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдары буйынса) тигән һүҙ дөрөҫ түгел. Хәҙерге көндә төрлө диалекттарҙа һөйләшкән төп башҡорттарҙың дөйөм һаны 2 миллионға етеүе ихтимал.
Беҙҙең һөйләш – башҡорт теленең диалекты
Төньяҡ-көнбайыш төбәктә йәшәгән халыҡтың теле, милли ғөрөф-ғәҙәттәре, мәктәптә башҡорт телен уҡытыу проблемаһы, балаларҙы халыҡтың фольклоры, әҙәбиәте, мәҙәниәте менән таныштырыу, тарихын өйрәнеү мәсьәләләре менән күптәр ҡыҙыҡһына.
Мин үрҙә телгә алынған төбәктә, йәғни Борай районының Баҡалы ауылында тыуып үҫтем, уҡыным һәм мәктәптә уҡыттым. Беҙҙең ата-бабалар, нәҫел-ырыу борон-борондан күсмә тормошта йәшәгән, малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән. Ауыл эргәһенән үткән Киҙгән йылғаһын аша сығып, ике километр самаһы барғас, урман эсендә, тау итәгендә бер ялан бар. Уны Иҫке ултырыш (ултыраҡ) тип йөрөтәләр.
Беҙҙең нәҫел-ырыу шунда ултырған. Ҙур һыу (күл, йылға) булмағас, ул урындан күсеп китеп, һыулы ерҙә яңы нигеҙ ҡорғандар. Тыуып үҫкән ауылым – Имәнкүпер (хәҙерге ауыл, сама менән әйткәндә, 20–30-сы йылдарҙан алып Баҡалы тип йөрөтөлә). Ауыл халҡының күсеп йөрөгәнлеген, минең нәҫел-нәсәптең, ырыуҙың ысын башҡорт икәнлеген ысынбарлыҡ үҙе күрһәтә.
Ҡайһы берәүҙәр төньяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәгән халыҡтарҙың һөйләү телен, йәнәһе, “ул татар теле, уларҙың һөйләше лә татар теленең урта диалектына керә, улар ер алыр өсөн генә башҡорт булып яҙылған”, тип иҫбатларға тырыша, йәғни башҡорт теленең көнбайыш диалектының йәшәп килеүен, башҡорттарҙың бында төп халыҡ булыуын шик аҫтына алырға маташа, ләкин тарихи документтар бының киреһен иҫбатлай.
Үткән быуаттың 40-сы йылдары аҙағында Бөтөн башҡорт лингвистик конференцияһы үткәрелә. Уны Башҡортостандың Тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты ойоштора. Конференцияла үҙенең эштәре, абруйы менән танылған, башҡорт теленең беренсе ғилми грамматикаһын яҙған Н.К. Дмитриев ҡатнаша. Төп мәсьәлә булып башҡорт теленең диалекттары тора. Конференция башҡорт телендә өс диалект барлығын иҫбатлай (Көнсығыш, Көньяҡ, Көнбайыш).
1953 йылда үткәрелгән икенсе бер семинарҙа башҡорт теленең өсөнсө – төньяҡ-көнбайыш диалекты тураһында проблема яңынан ҡуйыла. Һөҙөмтәлә төньяҡ-көнбайыш диалекты башҡорт теленең өсөнсө диалекты тип таныла, һәм был диалект буйынса тәрән ғилми-тикшеренеү эштәре башларға тәҡдим ителә. 1954 йылда ҡайһы бер райондарҙа диалектология экспедициялары үткәрелә (мәҫәлән, Асҡын, Борай, Балтас, Яңауыл райондарында).
Тик филология фәндәре кандидаты С.Ф. Миржанова ғына төньяҡ-көнбайыш һөйләшен өйрәнеүҙе дауам итә, ауылдан-ауылға йөрөп, халыҡ менән һөйләшеп, уларҙың һөйләү телен яҙып алып, күп фактик материал туплай, йәне-тәне менән бирелеп, изге эшкә тотона, һөҙөмтәлә ул филология фәндәре докторы дәрәжәһен алыуға өлгәшә, төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса яҙылған монографияһы донъя күрә.
Тарихи материалдарҙан һәм тормоштан бик күп дәлилдәр килтереп, ғалимдар шуны иҫбатланы: беҙҙең төбәк халыҡтарының теле татар теле түгел, ә татар теле менән үҙ-ара йоғонтоға кергән, татар теленә яҡын башҡорт теле диалекты. Башҡорт менән татар – иң яҡын ҡәрҙәш халыҡ, диндәре – уртаҡ, милли ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ, мәҙәниәттәребеҙ, телдәребеҙ бик ныҡ яҡын. Ике тел араһында күп һүҙҙәр уртаҡҡа әйләнгән. Мәҫәлән, ҡәрҙәшлек, туғанлыҡ терминдары: әтәй, инәй, әни, әнкәй, апа, бабай, түтәй. Йыш ҡына ҡәрҙәшлекте күрһәткән ҡушма һүҙҙәр ҡулланыла, улар төп һүҙгә “ҙур, дәү, оло, сибәр, аҡ, абыз, шәкерт” кеүек һүҙҙәр өҫтәлеп яһала (ҙур әнкәй, абыз бабай, абыз әбей, аҡ әбей, аҡ бабай, бал әбей, абыҙ түтәй, абыстаҡай, абыстай) һ.б.
Кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр бар
Мин тыуған районда һөйләү телендә төньяҡ-көнбайыш диалекттың -ай/-әй формалары (бармай, килмәй, ашамай, бармайым һ.б.), шулай уҡ алмаш һүҙ төркөмө составында “миә, сиә; ни, нәмә, нәстә, нәрсә, нәҫтәкәй, нәрҫәкәй” (мне, тебе, что) формалары ҡулланыла.
Мин бала саҡтан, инә һөтө менән көнбайыш башҡорттары диалектында һөйләшеп үҫкәнмен. Минең тыуған ауылым Баҡалы – төп башҡорт ауылы. Ауыл ҙур ғына өс урамдан тора ине, шуның икеһе – башҡорт урамы, өсөнсөһө типтәр осо тип йөрөтөлә ине. Тирә-яҡта ла башҡорт ауылдары бар ине (Кәшкәләү, Ҡарағош, Дауытлар, Таҙлар, Киҙгән, Һәйтәк, Имән, Борай, Ҡарайерек һәм башҡалар). Был төбәктә йәшәгән халыҡтар үҙҙәренең милләтен башҡорт тип, шул яҡтың төп халҡы тип белә: был диалект уның ҡанына һеңгән, күңеленә яҡын, һәр кем уны үҙенең туған теле, йәнле һөйләү тип ҡарай.
Беҙҙең диалекттың башҡорт теленең диалекты икәнлегенә тағы ла бер дәлил килтерә алам. Бөрө педагогия техникумын бөткәс, уҡытырға Яңауылға тәғәйенләнгәйнем. Яңауылдың 1-се урта мәктәбендә ике йыл (1935 – 1937) тарих, тел һәм әсә теле менән әҙәбиәтен ошо үҙебеҙҙең диалектта уҡыттым. Унан һуң Ҡазан педагогия институтының татар теле бүлегенә уҡырға индем, ләкин минең һөйләү телемде татарҙар аңламай ине. “Һинең һөйләүең татар теле түгел”, – тип минән көләләр ине. Бер йыл тигәндә, мин татар телен ентекләп, һәр яҡтан төплө итеп өйрәндем, татар теленең бай һүҙлек составын үҙләштерҙем, саф татар телендә сығыш яһарға оҫтарып алдым. Әммә, әйткәнемсә, бының өсөн миңә ул телде ныҡлап өйрәнергә тура килде. Был факт төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләү теле башҡорт теленең диалекты икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай. Эйе, һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар. Төньяҡ- көнбайыш диалект башҡа диалекттарҙан тап шундай үҙенсәлектәре менән айырыла ла инде. Был турала күренекле ғалим-диалектологтар Т.Ғ. Байышев, Н.Х. Мәҡсүтова, С.Ф. Миржановаларҙың, минеңсә, объектив ысынбарлыҡтан сығып, ерле халыҡтың һөйләү телен ныҡышмалы тикшереүҙәре башҡорт теленең өсөнсө диалекты барлығын, әле лә уның йәшәп килеүен раҫлай. С.Ф. Миржанова төньяҡ-көнбайыш зонаға ингән Ҡариҙел, Танып, Гәйнә, Түбәнге Ағиҙел буйы һөйләштәренең бер-береһенән айырылып тороуын бик ентекләп анализлай. Уның “Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты” тигән ғәйәт ҡиммәтле хеҙмәте был төбәктә башҡорт балаларына туған телде өйрәтеүҙә, мәктәптә туған телде уҡытыуҙа төп ҡулланма булып торорға тейеш.
(“Тамырҙарыбыҙ – тәрәндә. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Уларҙың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге”