Башҡорт донъяһы
29 Сентябрь 2020, 12:00

Һөйөнсө! Башҡорт телендә “Урал батыр” йәнһүрәте күрһәтелә!

Был иҫтәлекле ваҡиға иртәгә баш ҡалалағы ике башҡорт мәктәбендә үтәсәк.

Иртәгә, 30 сентябрҙә, 10.00 сәғәттә – Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында һәм 15.00 сәғәттә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт телендә эшләнгән “Урал батыр” анимацион фильмын күрһәтәсәктәр.
Яңы йәнһүрәттең исем туйы Республика көнөнә һәм Башҡорт теле йылына арнала. Шулай уҡ сара барышында Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы балалар араһында үткәрелгән видеконкурс еңеүселәре бүләкләнәсәк, “Аҡбуҙат” балалар журналына арналған викторина ойоштороласаҡ.
2018 йылда “Аҡбуҙат” балалар журналы республика халыҡтары һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы грантын алғайны. Ошо грантҡа “Урал батыр” эпосы буйынса балалар өсөн комикстар һәм йәнһүрәт эшләнде. Комикстар ай һайын “Аҡбуҙат” журналында баҫылып килде һәм айырым китап булып донъя күрҙе. Һәм бына, ниһайәт, балаларыбыҙ данлы “Урал батыр” эпосы буйынса башҡорт телендә өр-яңы йәнһүрәткә лә эйә булды.
Читайте нас