Башҡорт донъяһы
1 Октябрь 2020, 16:40

"Без – башҡортлар!" эшмәкәрлегенә – юғары баһа

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡы тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе.

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡы тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Унда “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының картаһы” проектының, башҡорт ырыуҙары геральдикаһының тормош ашырылыуы тураһында әңгәмә барҙы.
Башҡорт ырыуҙарының айырым картаһын төҙөү, һәр ырыуҙың тамғаларын, атрибутикаһын өйрәнеү, заманса талаптарға яраҡлаштырыу ниәтендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт геральдикаһы һәм ырыу атрибутикаһы буйынса айырым комиссия ойошторған.
Ултырышта шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Рәсәйҙең геральдистар берлегенең уртаҡ ижад емеше — башҡорт ырыуҙарының гербтары күрһәтелде. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн башҡорт ырыуҙарының айырым картаһы төҙөлгән. Уның да, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының мәҙәниәтенә, тарихына арналған “Без – башҡортлар” тип исемләнгән китаптың да исем туйы ла ошо ултырыш барышында уҙҙы.
"Революцияға тиклем “төньяҡ-көнбайыш башҡорттары” тигән төшөнсә бөтөнләй булмаған. Совет власы йылдарында был төбәк мәктәптәрендә татар телендә уҡытҡандар, һөҙөмтәлә ике төрлө аң барлыҡҡа килгән. Беҙ быны тәү сиратта иҫәпкә алырға тейешбеҙ", – тине тарих фәндәре кандидаты, журналист, продюсер, телепроекттар авторы һәм алып барыусыһы Салауат Хәмиҙуллин.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Милли архивының бүлек мөдире Азат Ярмуллин, Башҡортостан стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин, Рәсәй геральдистар берлеге идаралығы ағзаһы, тарих фәндәре магистры Кирилл Переходенко, Башҡортостан стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов һәм башҡалар сығыш яһаны. Сарала төньяҡ-көнбайыш башҡорттары башланғысы менән булдырылған “Без – башҡортлар!” ойошмаһының әүҙем эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Карта иһә киң йәмәғәтселеккә мөмкин тиклем күберәк таратыласаҡ. Әлбиттә, уның электрон варианты ла эшләнә, һәм был айырыуса йәштәр өсөн фәһемле булыр тип көтөлә.
Автор фотоһы.
Читайте нас