Республикаға күрше йәшәгән башҡорттарҙың һаны буйынса Силәбе өлкәһенә еткән төбәк юҡ. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, бында 163 мең самаһы милләттәшебеҙ көн итә, шуға күрә үҙеңде яҡташтарыбыҙ араһында кеүек хис итәһең. Ошондай хис-тойғо ҡалдырыу ғәмәлен унда йәшәгән һәм эшләгән күренекле милләттәштәребеҙ ҙә тәьмин итә. Республиканан ситтә булһалар ҙа, улар бик рухлы. Башҡортлоғо менән дә һәр ваҡыт ғорурланалар. Бөгөн шундай шәхестәрҙең береһе – Нурия ИҠСАНОВА менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Фоторәсемдән беҙгә йәш, дәртле ҡыҙ ҡарап тора. Ошо ғына йәшендә ул халҡы өсөн нимә эшләп өлгөргән? Ғәмәлдә Нурия – бик рухлы, тырыш һәм сәмсел шәхес. Ул – Силәбе өлкәһендә сыҡҡан “Уралым” гәзитенең һәм ошондай уҡ исемле тапшырыуҙың баш мөхәррире, авторы, тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәре. Сығышы менән Бөрйән районының Исламбай ауылынан. VII класҡа Белорет ҡалаһындағы башҡорт гимназияһына бара һәм, уны уңышлы ғына тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында юғары белем ала.
– Һәр кемдең яҙмышына, холҡона һәм булмышына уның тыуған урыны, уратып алған кешеләр һәм мөхит ҙур йоғонто яһайҙыр, тип уйлайым. Мин республикабыҙҙың саф башҡорт төбәгендә тыуғанмын бит, – тип йылмая Нурия.
Уның әсәһе Зөһрә Үтәғолова – шағирә, шуға күрә ҡыҙ бәләкәй саҡтан ҡобайырҙар, шиғырҙар тыңлап үҫә. Уҡытыусы ла, диктор ҙа булырға хыяллана. Атаһы Сәғит Үтәғолов 90-сы йылдарҙа райондың тәүге эшҡыуарҙарының береһе була, һарыҡ йөнөнән быйма баҫыу цехы асып ебәрә. Холҡо менән ғәҙел ағайға, ауылдаштары хөрмәт итеп, кәңәшкә килә. Өйҙә аралашыу тик башҡортса була. Үтәғоловтар балаларына телгә, милләткә булған тәүге һөйөүҙе һала. Аҙаҡ башҡорт гимназияһында, Стәрлетамаҡ академияһында уҡыған саҡта Нурияла был хистәр айырыуса нығына. “Башҡорттар өлгө булырға тейеш. Һеҙгә ҡарап башҡа кешеләр бар халыҡ тураһында фекер йөрөтәсәк” тип өйрәтәләр уны.
– Мин – ҡыпсаҡ ҡыҙы, шулай булғанғамы, күсенеп йөрөү һис тә ауыр түгел. Тормошомдоң матур бер өлөшө Өфө ҡалаһы менән бәйле. Диплом алып, кейәүгә сыҡҡас, ирем менән баш ҡалала төпләндек. Килеп төшөү менән Өфөнөң иң матур, ылыҡтырғыс урындарының береһе – телеүҙәктә эшләргә ҡарар иттем. Ышаныслы аҙымдар менән барып индем унда мин. Радиола эшләгем килә ине. Мине ул саҡта радио директоры булып эшләгән Фәнүр Йәғәфәров ҡаршы алды һәм уларҙа урын булмауы тураһында әйтте. Тик теләгемде күреп, күңелемде һүрелтмәне, телевидениеға барып ҡарарға кәңәш итте. Тап шул ваҡытта бер ҡыҙ декрет ялына китергә йөрөгән икән, – тип һүҙен дауам итә Нурия.
Республикабыҙҙың төп каналында уны Ғәлим Яҡупов ҡаршы ала һәм билдәле белгес Гәүһәр Батталованың ҡулына тапшыра. Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы – Нурияның журналист булып китеүенә бик ҙур йоғонто яһаған кеше. Уны төрлө командировкаларға ебәреп һынай, яуаплы эштәр ҡуша, тәүге көндән үк көслө журналистар янына ултыртып ҡуя. Бындай юғары старт, әлбиттә, уға ҙур үҫеш бирә.
Башҡорт донъяһына һулыш өрәләр
Бер ни тиклем ваҡыт Фирҙәт Ғәлиев менән “Тәмле”не төшөрә. “Алыҫ араларҙы яҡынайтып”, “Замандаш” кеүек тапшырыуҙарҙа ла эшләй. Салауат Хәмиҙуллин менән һөйләшеү иһә уның артабанғы яҙмышын хәл иткән осраҡ булып сыға. Билдәле журналист һәм тарихсы уға “Башҡорттар” тигән яңы проект асылыуы тураһында әйтә һәм үҙенең редакцияһына эшкә саҡыра. Милләтебеҙгә, халыҡ тарихына ҡыҙыҡһыныуы көслө булған Нурия шунда уҡ ризалаша һәм уның менән эшләй башлай. Ҡыҙҙы уның ябайлығы һоҡландыра.
– Ул бер ҡасан да эшемә ҡыҫылманы, кәңәш һораһаң, ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Үҙаллылыҡҡа өйрәтте. Шул осорҙа күп тарихсылар менән таныштым. Уларҙың төньяҡ-көнсығыш башҡорттары проблемаһын өйрәнеүе, яҡтыртыуы минең өсөн бик фәһемле булды, яңы офоҡтар асты. Шул яҡтарға командировкаларға барырға ярата инем. Бер хәл хәтерҙә ҡалған. Асҡын районында ветеран бабай беҙҙең менән һөйләшә торғас, илап ебәрҙе: “Мине диалектым өсөн армияла татар тине лә ҡуйҙылар, ә мин бит башҡорт”. Бабайҙы бик йәлләп ҡайттым.
Башҡортостан юлдаш телеканалында биш йыл эшләй ул, әммә уға тормошон йәнә ҡырҡа үҙгәртергә тура килә. Тормош иптәше Силәбе ҡалаһына эшкә төшә, улар күрше өлкәгә күсеп китергә ҡарар итә. Әлбиттә, ҡапыл икенсе мөхиткә барып эләгеү тәүҙә еңел дә бирелмәгәндер, тик үткер Нурия аптырап ҡалмай. Каналда эшләгән сағында ул төбәккә әллә нисә тапҡыр командировкаға килгәнлектән, бында Башҡортостан Республикаһының даими вәкиллеге барлығын да белә, шуға күрә Силәбегә күсеү менән урындағы башҡорттарҙы эҙләй башлай. Иң тәүҙә ҡалалағы әүҙемсе Риф Молҡамановҡа мөрәжәғәт итә. Ул вәкиллеккә барырға кәңәш итә. Унда ҡыҙҙы Ҡоншаҡ башҡорто Миңлегөл Йомағолова ҡаршы ала. Апай менән бик матур итеп аралашалар. Һәм күп тә үтмәй, уны эшкә саҡырып шылтыраталар.
– Кеше эшенә ҡыҫылғым килмәне, үҙемдең идеяларым күп ине, шуға күрә вәкил Амур Хәбибуллинға, Силәбелә башҡорт телендә киң матбуғат сараһын булдырғым килә, тинем. Ул был идеяны хупланы һәм мине ҡанатландырҙы. 90-сы йылдарҙа – “Туған тел”, аҙаҡ “Уралым” исеме менән сыҡҡан һәм туҡтап ҡалған гәзитте тергеҙергә ҡарар иттем, – ти Нурия.
Шулай итеп, “Уралым” баҫмаһына яңы һулыш өрәләр. Ул яңы форматта һәм төҫлө булып сыға башлай. Башта гәзит һигеҙ битле була. Ижади коллектив бер аҙ ҡурҡып та ҡала: шул тиклем күләмде нисек тултырырға? Урындағы ҡоролтай рәйесе Морис Йосопов матур идеялары менән ярҙам итә. Бер заман улар һигеҙ биткә һыймай башлағас, гәзитте 12 битлек итергә булалар. Халыҡ төрлө яҡтан килеп, эҙләп йөрөп ала милли баҫманы. Артабан интернетта ла эшмәкәрлектәрен әүҙемләштерәләр. Заманса төрлө акциялар ойоштороп, гәзиттең данын тағы ла нығыраҡ тараталар. Хәҙер уның тиражы – 15 мең дана! Мәҡәләләр башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрә.
Гәзит эше әүҙемләшкәс, 2016 йылда Нурия телетапшырыу ойоштороу идеяһы менән яна башлай. Өлкә каналында тәүҙә “ҡулығыҙҙан килһә, эшләп ҡарағыҙ” тип кенә әйтәләр. Тапшырыу өсөн Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү нигеҙендә “ОТВ” каналында бушлай эфир бирелә. Ә инде эш ойошторолоп, алға киткәс, уларҙы бик юғары баһалайҙар.
Әйткәндәй, башҡорттарҙың үҙ тапшырыуы барлығын күргән башҡа милләт вәкилдәре, уларға мөрәжәғәт итеп, матбуғат сараларын асыуҙа ярҙам һорай. Шулай ябай ғына башланып киткән эш ҙур бер медиахолдингка әйләнә.
Нурия Иҡсанованың эшмәкәрлеге баһаланмай ҡалмаған, әлбиттә. Ул Силәбе губернаторы Алексей Текслерҙың милли сәйәсәт өлкәһендәге беренсе премияһы лауреаты булған, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаты менән наградланған.
Нурияның Силәбелә йәшәүенә алты йыл ваҡыт үтеп тә киткән, шуға күрә был төбәк башҡорттары ниндәй сифаттарға эйә икәнен яҡшы белә.
– Силәбе башҡорттары – рухлы, көслө кешеләр. Халыҡ юғалып ҡала торғандарҙан түгел: емертеп эшләйҙәр, шарт-шорт әрләп ташлайҙар. Телдәре ҡатыраҡ, улар Башҡортостанда йәшәгән милләттәштәре кеүек һөйләшә алмай. Уларҙың яҙмаларын әҙәби телгә ҡулайлаштырһаҡ, төҙәтһәк, кәмһенәләр, шуға күрә мөмкин булған ерҙә урындағы диалектты ҡалдырырға тырышабыҙ, – ти Нурия. – Конкурс, фестивалдәрҙә урындағы халыҡ еңһә, бик ҡыуанабыҙ. Мәҫәлән, әле беҙ Ҡоншаҡ ҡыҙын республика кимәлендәге “Һылыуҡай” матурлыҡ бәйгеһенә әҙерләйбеҙ. Уға тап ошо яҡта йәшәгән башҡорттарҙың милли кейемендә сығыш яһауҙа ярҙам итәсәкбеҙ.
Нурияның фекеренсә, халҡыбыҙҙың байлығы – төрлөлөктә. “Беҙ – бик көслө халыҡ, шуға күрә ҡайһы саҡта бер төптән генә эшләп тә китә алмайбыҙ. Мәҫәлән, Силәбелә башҡорттарҙың 20-нән ашыу йәмәғәт ойошмаһы бар. Уларҙың һәр береһе үҙ урынында, тик саҡ ҡына тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итһәк, көсөбөҙ ҙә нығыраҡ булыр ине. Шул ҡыуандыра: беҙҙең “Уралым” гәзите лә ниндәйҙер кимәлдә йәмәғәт ойошмаһына оҡшай бара. Ул – Башҡортостандың Силәбегә һәм Силәбенең Башҡортостанға булған тәҙрәһе”, – ти ҡыҙ.
Нурияның тағы бер күҙәтеүе ҡыҙыҡ булып тойолдо. Силәбе башҡорттары һирәк күсеп йөрөй. Егеттәре бик көслө. Шуғалыр ҙа, бәлки, был яҡтан көрәшселәр һәм спортсылар күп сыға. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа көслөрәк, тип иҫәпләй Нурия. “Миңә шул ҡыҙыҡ тойолдо: Силәбе башҡорто ҡатын-ҡыҙы тәүҙә үҙенә сәй яһап ала, ә Башҡортостанда йышыраҡ башта өлкән йәштәге ир-атҡа хөрмәт күрһәтәләр”, – тип йылмая ул.
– Башҡортостан менән иңгә-иң терәп эшләү Силәбе башҡорттарының абруйын тағы ла нығыраҡ күтәрер, тип иҫәпләйем. Был сәйәсәт – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, йәш һәм халыҡ араһынан сыҡҡан вице-премьер Азат Бадрановтың урындағы башҡорттарҙы яҡшы белеүенең һөҙөмтәһе, тип уйлайым. Силәбеләрҙе Башҡортостан тормошонда ҡайнап йәшәү рухландыра, республика мәнфәғәтен хәстәрләүгә йәлеп итә. Тарихи-мәҙәни үҙәктең барлыҡҡа килеүе лә был хеҙмәттәшлекте нығыта. Силәбеләргә үҙ диалекттарында сығыш яһау, аралашыу мөмкинлеген биреү, уларҙың йолаларындағы, милли ғөрөф-ғәҙәттәрендәге һәм ҡараштарындағы төрлөлөктө хөрмәт итеү милләтебеҙҙе көсәйтә, – ти Нурия.