Башҡорт донъяһы
3 Октябрь 2020, 15:30

Бында төрлө ырыу башҡорттары йәшәй

Беҙ үҙебеҙҙең башҡорт тигән бөйөк халыҡтың вәкилдәре булыуыбыҙҙы белергә, шуның менән ғорурланырға, тарихыбыҙҙы өйрәнергә һәм киләсәктә берҙәм булырға тейешбеҙ.

Бөгөн Пермь крайының Чернушки районындағы Әминкәй ауылында бик матур мәҙәни сара үтте. Санитар-эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, байрам урамда ойошторолдо һәм ҡатнашыусылар һаны ла сикләнде.
Сарала Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, урындағы тарихи-мәҙәни үҙәк методисы һәм Чернушки районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәүиә Махатова ҡатнашты. Улар башҡорт телен, шулай уҡ уның был төбәк халҡы һөйләшкән диалекттарын белеү, өйрәнеү зарурлығы хаҡында һөйләп, башҡорт телендә һәм Ғәйнә башҡорттары диалектында нәшер ителгән китаптар, “Ғәйнә диалекты һүҙлеге”н, крайҙа донъя күргән “Пермь башҡорттары” гәзитен таратты.
Ҡоролтай рәйесе Рәсил Тимерғәзи улы ғәйнә диалектының үҙенсәлектәре тураһында ла һөйләп үтте. Әлеге һүҙлеккә тик ошо диалектта ғына ҡулланылған өс мең самаһы һүҙ индерелгән. Шул уҡ ваҡытта ул Чернушки төбәгендә ғәйнәләрҙән тыш, башҡа ырыуҙарға ҡараған башҡорттарҙың, мәҫәлән, Танып, Ҡатай ырыуы вәкилдәренең күпләп йәшәүен, үҙеңдең ниндәй ырыуға ҡарауыңды, ата-бабаларыңдың кем булыуын белеү өсөн шәжәрәне өйрәнеү зарурлығын айырып әйтеп үтте.
Чернушки районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарихи-мәҙәни үҙәк методисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәүиә Фәрит ҡыҙының эшмәкәрлеге тураһында ла айырым әйтеп үтергә кәрәк. Ул бөгөн ике фольклор коллективын етәкләй. Ололар тупланған “Ғилмияза” ансамбленә 15-20 кеше йөрөй. Ә “Сулпан” өлгөлө балалар коллективы төрлө йәштәге 50-60-лап баланы берләштерә. Был коллективтар үҙҙәренең сағыу сығыштары менән бөгөнгө байрамды ла биҙәне.
- Беҙ үҙебеҙҙең башҡорт тигән бөйөк халыҡтың вәкилдәре булыуыбыҙҙы белергә, шуның менән ғорурланырға, тарихыбыҙҙы өйрәнергә һәм киләсәктә үҙебеҙҙе юғалтмаҫҡа, йәғни берҙәм булырға тейешбеҙ, - тине ауыл халҡы алдындағы сығышында крайҙың ҡоролтай рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.
Фото: З. Махатованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас