Башҡорт донъяһы
5 Октября 2020, 13:00

Хөкүмәт кәңәшмәһендә – йәнә башҡортса сығыш

Был юлы Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы” законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия эшмәкәрлеге тураһында һүҙ булды.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә башҡорт телендә лә сығыштар яһала башлағайны. Был юлы вице-премьер Азат Бадранов башҡортса сығыш яһап, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы” законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Был комиссия быйыл апрелдән яңы составта эшләй башланы, май һәм июнь айҙарында үткән ултырыштарында эш планын раҫлағандар һәм район, ҡалаларҙағы комиссияларға уларҙы еткергәндәр.
– Комиссияның эш талаптары билдәле: милли мәғарифты үҫтереү, полилингваль мәктәптәрҙең белем биреү концепцияһын тормошҡа ашырыу, туған тел дәрестәрен дистанцияла уҡытыу өсөн сайт булдырыу, милли китаптар нәшер итеү, тел тураһындағы закондарҙы райондарҙа тормошҡа ашырыу һәм башҡалар, – тине ул.
Быйыл комиссия Баҡалы, Шаран, Стәрлебаш, Федоровка, Кушнаренко, Благовещен райондарында комиссиялар эшмәкәрлеген тикшергән. Алтаҡталарҙа табылған хаталар тейешле урынға ебәреп төҙәттерелгән.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала хаталы алтаҡталар һаны арта ғына. Бының сәбәптәренең береһе – биҙәү һәм уларҙы эшләү буйынса конкурс процедураларын Башҡортостандан ситтә булған фирмалар еңә. Улар алтаҡтаны интернеттағы онлайн-тәржемә аша эшләй, ә ул йыш ҡына дөрөҫ булмай. Шулай уҡ уларҙа башҡортса шрифттар ҙа булмай сыға, – тине Азат Бадранов.
Комиссия эсендә биш эш төркөмө бар. Улар мәғариф һәм фән, киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш булдырыу, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендә сараларҙы тормошҡа ашарыу, күрһәтмә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн контролдә тотоу һәм милли ойошмалар менән эшләүҙе үҙ эсенә ала.
Комиссиялағы терминология һәм топонимика хеҙмәте комиссиялары башлыҡтары раҫланды. Филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Усманова терминология хеҙмәте өсөн яуап бирәсәк.
Терминологик хеҙмәт социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшмәкәлек алып бара. Методик ярҙам “Алтаҡта”, “Дөрөҫ алтаҡта” чаттары аша күрһәтелә. Унда хаталы эшләнгән алтаҡталар фотолары килеп тора. Шулай уҡ был хеҙмәт терминологик һүҙлектәр булдырыу, ошо йүнәлештәге сайт эшләү, Фәндәр академияһы ҡарамағында республиканың тәржемәләр үҙәген булдырыу, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ғилми-ғәмәли конференция үткәреү һәм башҡа бурыстарҙы тормошҡа ашырырға тейеш.
Топонимика хеҙмәте өсөн ғалим-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, география фәндәре кандидаты, доцент Инбер Япаров яуап бирәсәк. Был хеҙмәттең эштәре лә мөһим. Улар рус телендәге топонимик атамаларҙың башҡортса дөрөҫ тәржемәләнеүен тәьмин итергә тейеш. Был Башҡортостанға ғына түгел, сит өлкәләргә лә ҡағыла. Күрше өлкәләрҙә лә башҡорт ер-һыу атамалары, район һәм ауыл исемдәре күп. Юл күрһәткестәрендә хаталар китмәһен өсөн “Башҡортостан энциклопедияһы” дәүләт ғилми учреждениеһы составында топонимик лаборатория булдырыу башланғысы тәҡдим ителде. Улар интернетта бөтәһе лә ҡуллана алырлыҡ, башҡортса топонимик база булдырырға тейеш.
Азат Бадрановтың сығышынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиовта был эште әүҙемләштерергә, район хакимиәттәре башлыҡтарына уны даими рәүештә күҙ уңында тоторға ҡушты.
– Беҙҙең кәңәшмәләрҙә башҡорт телендә сығыштар артабан да буласаҡ. Шуға күрә синхрон тәржемә булдырыу мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Залда ултырған һәр кем сығышты аңларға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас