Башҡорт донъяһы
6 Октябрь 2020, 09:42

Халыҡ башҡорт телен теләп өйрәнә

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән башҡорттарҙың ҙур ғына өлөшө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәби башҡорт телен белмәй. Бер яңылышлыҡ арҡаһында улар туған телен онота яҙған. Шөкөр, был етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эшләгән уҡытыусыларыбыҙ ҙа бар.

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән башҡорттарҙың ҙур ғына өлөшө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәби башҡорт телен белмәй. Бер яңылышлыҡ арҡаһында улар туған телен онота яҙған. Шөкөр, был етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эшләгән уҡытыусыларыбыҙ ҙа бар.


Бөгөн уларҙың береһе – Баш­ҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Эльвира Рә­химова менән таныштыр­маҡсыҡбыҙ. Ул филология фәндәре кандидаты, доцент, мәғариф отличнигы.
Эльвира Фидаил ҡыҙы ошо көндәрҙә генә Шаран районынан ҡайтҡан. Ул унда Шаранбаш ауылында өлкән йәштәге халыҡ өсөн башҡорт теленән курс алып барған. Был эш Башҡортостанда респуб­ликаның дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән программа сиктәрендә башҡарыла.
– Беҙҙең курс 25 кешегә иҫәпләнгән ине. Ул бер аҙна дауам итте. Тик теләүселәр күп, уҡырға 33 кеше йөрөнө. Башҡорт телен өйрәнергә теләктәре ҙур булғас, ҡаршы төш­мәнек, барыһын да алдыҡ, – ти ул.
Был курстарға 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге кешеләр йәлеп ителгән. Әлбиттә, өлкәнерәк быуындың да өйрәнгеһе килә, тик әлеге эпидемиологик шарттарға бәйле, уларҙы алмай торалар. Әйткәндәй, дәрестәр барышында барлыҡ санитар талаптар теүәл үтәлә, кешеләр битлектәрҙә уҡый. Башҡорт телен өйрәнергә хакимиәт белгестәре, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә, балалар ижады һәм спорт тармағында эшләгән кешеләр килә. Мәҫәлән, мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәре башҡортса матур итеп һөйләшергә өйрәнеп, туған телендә саралар үткәрергә, уларҙа әҙәби башҡорт телендә һөйләшергә теләй. Шуға күрә был курстың төп маҡсаты – урындағы халыҡты әҙәби телдә һөйләшергә һәм уҡырға өйрәтеү.
Уҡырға йөрөгән кешеләр ара­һында йәштәр ҙә күп. Шуға күрә белем биреүҙең заманса алымдары ла әүҙем файҙаланыла. Эльвира Фидаил ҡыҙы тәүге дәрестән үк тыңлаусыларын интерактив баш­ҡорт теле ресурсы, “Сәләм” ҡушымтаһы, “Эшлекле башҡорт теле” китабы менән таныштыра һәм уларҙа нисек эшләргә өйрәтә.
– Күпселек кеше мине яҡшы аңлай, шуға был яҡтан ауырлыҡ юҡ. Тәүге дәрестәрҙә башҡорт хәрефтәрен өйрәнәбеҙ, уларҙың әйтелешен үҙләштерәбеҙ. Шунан тиҙ һәм шыма итеп уҡыу һәләтен яҡшыртабыҙ. Мин уларға көн һайын өйгә эштәр биреп ҡайтарам, һәр береһе тырышып башҡара, дәрескә килгәс, яуап бирә, үҙенең нимә өйрәнгәнен күрһәтергә тырыша. Бик күп һорауҙар бирәләр, – ти Эльвира Фидаил ҡыҙы. – Иң мөһиме – уларҙың бөтәһе лә теләп килә, бер кемде лә мәжбүр итмәйҙәр. Кешенең уҡырға теләгәне күҙҙәренән күренеп тора бит.
Әлеге Шаран районындағы курсҡа йөрөгәндәр араһында рус һәм сыуаш милләте вәкилдәре лә булған. Улар ҙа әҙәби башҡорт телен бик теләп өйрәнгән, башҡаларҙан һис тә ҡалышмаған.
Уҡытыу аҙналыҡтары Нефтекама, Ағиҙел, Өфө ҡалаларында ла ойош­торолған. Былтыр ошо төбәктәрҙә йәшәгән 250-нән ашыу кеше курс үткән. Быйыл Краснокама, Баҡалы, Ҡариҙел тарафтарында булғандар. Өфөлә йәнә бер курс ойоштороу эше тора. Быйыл да йәмғеһе 250-нән ашыу кеше уларҙа уҡыр тип көтөлә.
– Миңә шуныһы оҡшаны: халыҡ үҙенең тамырын белә. Күптәр архивтарҙы өйрәнеп, шәжәрәләрен, тамырҙарын асыҡлаған. Бында даими рәүештә Шәжәрә байрамдары үтеп тора. Шулай уҡ улар районда башҡорт телендә гәзит сыҡмауына ла зарланды. Ошо эште тергеҙеү бик яҡшы булыр ине, район яңылыҡтарын башҡортса уҡып белгебеҙ килә, тиҙәр, – тине Эльвира Рәхимова. – Дөйөм алғанда, беҙҙең был курстарға мохтажлыҡ ҙур. Шуға күрә мөмкин булғанса күберәк кешене йәлеп итергә, өйрәтергә тырышабыҙ.

Читайте нас