Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы ултырышы үтте. Zoom платформаһында ойошторолған һөйләшеү фәһемле, йөкмәткеле булды, уның барышында йәмәғәтселекте борсоған бихисап мәсьәлә күтәрелде.
Ултырыштың көн тәртибендәге тәүге һорау Башҡортостан биләмәһендә урынлаштырылған туристик күрһәтмә-алтаҡталарға ҡағылышлы булды. Белеүебеҙсә, быйыл республиканың ҙур трассалары буйында билдәле туристик объекттарҙың исеме яҙылған, барыу йүнәлеше күрһәтелгән билдәләр барлыҡҡа килде. Бик яҡшы башланғыс, шулай бит! Әммә... Был матур эштең бер ҙур “әммә”һе булыуы шунда уҡ күптәрҙең күҙенә ташланды һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы: билдәләрҙәге яҙыуҙар рус һәм инглиз телдәрендә генә бирелгән, ә Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булған башҡорт теле ни сәбәптәндер “онотолған” булып сыҡты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, был йәһәттән ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бик күп булған, яҙма рәүештә лә, шылтыратыу формаһында ла бихисап ялыу ҡабул ителгән.
Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов был хәлде өс телдәге яҙыу өсөн ҙур урын талап ителеүе, проектты финанслау йәһәтенән артыҡ ҙур аҡса бүленмәүе менән аңлатты. Әммә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумының, уның ҡарамағындағы Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия етәкселеген бындай яуап ҡәнәғәтләндермәне.
Һөҙөмтәлә яҡтар ялыуҙарҙы бергәләп тикшереп, мөмкин булғанса мәсьәләне ыңғай хәл итергә, туристик алтаҡталарға башҡортса яҙыуҙарҙы өҫтәп, хатаны төҙәтергә килеште.
Конференция барышында республиканың район һәм ҡалалары хакимиәттәре ҡарамағында дәүләт телдәре тураһында закон үтәлешен тикшереү буйынса комиссияларҙың, терминология төркөмдәренең эшен йәнләндереү, бығаса ундай комиссиялар булмаған урындарҙа ла уны ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Был һорау буйынса Асҡын, Дүртөйлө, Борай, Кушнаренко райондары вәкилдәренең сығышы тыңланды.
Быйыл республиканың бер нисә районы сигендә бик матур эшләнгән яңы стелалар барлыҡҡа килде. Уларҙа ошо төбәктә борон-борондан йәшәгән башҡорт ырыуҙарының исемдәре лә яҙылған. Был башланғыс та тик маҡтауға лайыҡ. Тик унда ла баяғы “әммә”һеҙ булмаған: стеланың өҫкө өлөшөндәге район исеме тик рус телендә бирелгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы быны “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” законды боҙоуға юл ҡуйыу тип баһаланы. Үкенескә ҡаршы, стеланың йөкмәткеһе, ундағы яҙыуҙарҙың бирелеше урындағы район хакимиәттәре менән килешелмәгәне асыҡланды. Шуға күрә бында уларҙы ғәйепләп булмай.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәкселеге әлеге мәсьәләне үҙ контроленә аласағы һәм хатаны төҙәтеү буйынса эш алып барасағы хаҡында белдерҙе.
Артабан республикалағы балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре ойоштороу, бәләкәстәргә башҡорт телен уҡытыуҙы яйға һалыу мәсьәләһе ҡаралды. Был һорау буйынса Өфө, Салауат ҡалаларында, Белорет районында алып барылған эштәр хаҡында сығыштар тыңланды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы ултырышында күтәрелгән мәсьәләләр хаҡында “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарының береһендә тулыраҡ уҡый аласаҡһығыҙ.