Ҡариҙел районында башҡорттар күпләп ғүмер кисерә. Башҡортостандың мәғариф отличнигы, республика Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты Фидаил САФИН ғүмере буйы мәктәптә эшләгән, дөрөҫөрәге, тарихтан уҡытҡан. Милләттәшебеҙ, ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, йәмәғәт эштәрен дә алып бара. Башҡорт зыялыларының береһе менән ойошторған әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.
– Фидаил Әбелғаян улы, гәзит уҡыусыларҙы нәҫел тамырҙарығыҙ менән таныштырығыҙ әле.
– Мин – Төй буйы башҡортомон, Балыҡсы ырыуына ҡарайым. Тамырҙарым Ҡолсоҡай тигән данлы нәҫелгә барып тоташа. Нәҫел-нәсәбемдә арҙаҡлы шәхестәрҙең байтаҡ булыуы миндә ғорурлыҡ хисе уята. Атайым яғынан – Йосопҡол, ә әсәйемдең шәжәрәһен алып ҡарағанда, Батырша ептәрен күрәбеҙ. Түбәнге Балмаҙы ауылында тыуып үҫтем. Тыуған ауылымда VIII класты тамамлағас, ҙур шәхестәр әҙерләп сығарған Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға индем. Ил алдындағы бурысты үтәп, ике йыл әрмелә хеҙмәт иттем. Белемгә һыуһап ҡайттым да Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем, бәләкәйҙән тарих менән ҡыҙыҡһынғас, шул факультетты һайланым.
Минең педагогик стажым – 30 йыл. Тәүҙә Балтас районының Иҫке Яңыбай ауылы мәктәбендә уҡытыусы булдым. Оҙаҡ йылдар тыуған ауылым Түбәнге Балмаҙы мәктәбендә эшләп, унан хаҡлы ялға сыҡтым.
Ырыуым – Балыҡсы, ағасым – ҡарағас, ҡошом – ҡарағош, ораным – салауат. Ҡариҙелдәр үҙенсәлекле һөйләше менән айырылып тора. “Без – башҡортлар” тигән һүҙҙәрҙе был яҡтарҙа аҙым һайын ишетергә мөмкин. Телебеҙ башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты ҡариҙел һөйләшенә ҡарай.
Кәләшем Зөлфиә Ваяс ҡыҙы менән ул һәм ҡыҙ үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Улыбыҙ Денис менән ҡыҙыбыҙ Гөлназ икеһе лә юғары белемгә эйә, һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр.
– Ояһында ни күргән, осҡанында шул булыр, тиҙәр. Атайығыҙ менән әсәйегеҙ ниндәй һөнәр эйәләре ине?
– Беҙ урман менән маҡтанабыҙ, үҙ сиратында, атайымдың балта оҫтаһы тигән даны сыҡҡайны. Ул төҙөгән өйҙәрҙә, ул йүнәткән йорттарҙа кемдәр генә ғүмер йомғағын һүтмәне икән? Әсәйем – ябай эшсе. Шулай ҙа икеһе лә киң эрудициялы, төплө фекерле һәм бай мәғлүмәткә эйә ине. Ниндәй генә темаға һөйләшмәһендәр, өҫтән-мөҫтән генә түгел, ә тарих төпкөлөнә төшөп китеп фекер алыштылар.
– Китап яҙыу – күңелле мәшәҡәттәрҙең береһе. Һеҙ ниндәй китаптар авторы?
– Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгәс, тарихҡа яҡынмын, шулай уҡ әҙәбиәттән дә йыраҡ китмәнем. “Быуат артылғанда” исемле шиғырҙар китабым бар, тиҙ таралды. “Алтын күпер” китабы тураһында ла шулай әйтергә мөмкин. “Природой и людьми гордимся” тигән китабым Ҡариҙел районы ойошторолоуға арналған. “Взгляд в прошлое” тигәнен дә нәшер иттем, әҙәби нағыш тупланмаһына индерҙеләр. Бишәүгә еттеме?..
– Республикабыҙҙың һәр төбәгендәге милләттәштәребеҙ үҙенсәлекле һыҙатҡа эйә. Ә бына Ҡариҙел башҡорттарына ниндәй сифаттар хас?
– Тарих уҡытыусыһы булған өсөн генә түгел, бәләкәйҙән эҙәрмән сифаттарын атайым менән әсәйем күңелемә ныҡлы һалған. Шуның өсөндөр ҙә инде, һәр ваҡыт өйрәнеү, белешеү, хатта төпсөнөү – минең булмышым. Бер урында тик ултыра торғандарҙан түгелмен. Ысынлап та, йыш йөрөйөм. Үҙ сиратында, республикабыҙҙың бүтән төбәк кешеләре менән яҡташтарым араһында, ер менән күк араһы уҡ булмаһа ла, ҙур айырма күрәм. Беренсенән, ҡунаҡсыллыҡта ҡариҙелдәргә тиңләшкәндәр юҡ. Әйтәләр бит, башҡорт ҡәҙерле ҡунағын ялан кәртәһендәге һуңғы һарығын һуйып булһа ла һыйлар, тип. Шуның шикелле инде. Шөкөр, хәҙер һый-ниғмәттән өҫтәл һығылып тора. Берәйһенең ишек тупһаһын аша атлап инеп, йәһәт кенә кире сығырға уйлағандарға ла бер сынаяҡ сәй эсереү йолаһы һаҡлана, ә ихлас хөрмәт күрһәтеүҙе әйтеп тораһы ла түгел.
Икенсенән, унлар (ә был ырыу беҙҙә иң ҙуры), шулай уҡ таныптар, балыҡсылар һәм елдәктәр еңел аралашыусан. Әйтерһең дә, яңы ғына осрашҡан берәү менән ул күптән таныш. Тиҙ уртаҡ тел табыу һәләтенә эйә Ҡариҙел башҡорттары.
– Һеҙ III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланғанһығыҙ. Хәтерегеҙҙә ниндәй тәьҫораттар һаҡланғанын һөйләгеҙ әле.
– Оло башҡорт йыйыны 2010 йылдың 10-11 июнендә ойошторолдо. Өфө генә түгел, ә тотош Башҡортостан гөрләп торҙо. Белеүемсә, бөтә донъянан 850 делегат ҡатнашты. Унда башҡорт теленең үҫеш юлдары тикшерелде, мөһим резолюциялар ҡабул ителде. Ундан ашыу секция эшләне, социаль мәсьәләләргә ҡағылғанында шәхсән үҙем дә ҡатнаштым. Кисәгеләй иҫләйем, тарихта тәүге тапҡыр Йәштәр ҡоролтайы асылды. Ҡыҫҡаһы, милләттәштәрем менән ғорурланып һәм рухланып ҡайтып төштөк тыуған яҡтарыбыҙға.
– Гәзит уҡыусыларға еткерер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
– Ҡәҙерле милләттәштәремә ваҡытлы матбуғаттан айырылмағандары өсөн ҙур рәхмәт. Гәзит алдырған һәм уҡыған кеше донъянан бер аҙымға алда атлай, тип һәр саҡ әйтәм.
Форсаттан файҙаланып, бер мәсьәлә тураһында белдерергә уйлайым. Бик күп йылдар элек беҙҙең районда башҡорт телендә “Алға!” исемле бик шәп гәзит сыҡҡан. Халыҡ ошо баҫманы күпләп алдырған, ул ошо тирәлә ҙур тираж менән таралған. “Алға”ны ҡайтанан тергеҙгәндә яҡшы булыр ине.