Сорғоттағы милләттәштәребеҙ башҡорт халыҡ ижады буйынса белемен тикшерҙе.
Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттарының тарихи-мәҙәни үҙәгендә урындағы кескәй милләттәштәребеҙгә, уларҙың ата-әсәһенә башҡорт халыҡ әкиәттәренә арналған викторина ойошторолдо.
Уйынды ошо үҙәк методисы, Сорғот ҡалаһындағы йәкшәмбе мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсирә Әбдрәшитова әҙерләгән.
Тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Динә Бүләкова хәбәр итеүенсә, сарала ҡатнашыусылар белемен күрһәтеп кенә ҡалмаған, күп нәмәгә өйрәнгән.
"Ата-әсә өсөн Башҡортостандың ер-һыу атамаларына, арҙаҡлы шәхестәренә, тарихи даталарына бәйле ҡатмарлыраҡ һорауҙар булды. Улар ҙа, балалар ҙа был викторина уйынынан бик ҡәнәғәт ҡалды, ошондай сараларҙы йышыраҡ үткәреүебеҙҙе һоранылар", - тине ул.
Сорғот ҡалаһындағы башҡорт йәкшәмбе мәктәбен ойошторған, бындағы башланғыстарға бағыусы булараҡ ярҙам ҡулы һуҙған йәш эшҡыуар Айнур Сәғитов белем усағындағы эшмәкәрлек хаҡында һөйләп үтте, киләсәк пландар менән таныштырҙы.