Башҡорт донъяһы
10 Октябрь 2020, 17:30

"Ватандаш" ҡор йыйҙы

Журнал редакцияһы вәкилдәре Республика көнө алдынан Бүздәк районының интеллигенция вәкилдәре менән осрашты.

Замандың көнүҙәк проблемаларына арналған сираттағы форумды “Ватандаш” журналы редакцияһы вәкилдәре Бүздәк районында ойошторҙо.
Үҙәк китапханала интеллигенция вәкилдәре йыйылды. Форумда шулай уҡ Бүздәк районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе И.А. Кашафетдинов та ҡатнашты.
Журналдың мөхәрририәт ағзаһы, Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев үҙ сығышын төбәктең тарихи шәхестәренә арнаны.
"Был ерҙең арҙаҡлы кешеләре араһында тәү сиратта Муллаян Халиҡовты атайбыҙ, – тине ғалим. – Ул милли хәрәкәт етәкселәренең береһе булған, Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының беренсе рәйесе".
Әйткәндәй, Республика көнө уңайынан Бүздәк ауылында Муллаян Халиҡовҡа бюст ҡуйыласаҡ, ә Өфөләге Милли музейҙа мемориаль таҡтаташ асыласаҡ.
Форумға килгәндәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яҡташтары Сыртлановтар тураһында тыңланы. Шаһихәйҙәр Сыртланов 1847 йылда тыуған, бик белемле кеше булған. 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланған. Уның 1875 йылда тыуған улы Алиасҡар – 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты булған кеше. Бына ошондай үҙенсәлекле тарихи шәхестәр менән бүздәктәр хаҡлы рәүештә ғорурлана. Сыртлановтың икенсе улы – генерал-майор Рауил Сыртланов Беренсе донъя һуғышы ваҡытында батырлыҡтар күрһәткән, тыуған ерендә хөрмәтләп ерләнгән.
"Төбәк тарихына, яҡташтар ҡаһарманлығына “Ватандаш” журналы айырым иғтибар бүлә", – тине баҫманың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева. Уның белдереүенсә, интернеттан табылған мәғлүмәт гәзит-журналдар таратҡан белемгә етмәй, шуға күрә матбуғат баҫмаларына яҙылыу һәр кем өсөн көнүҙәк бурыс булырға тейеш.
"Һеҙ балалар, халыҡ менән эшләйһегеҙ. Башҡаларға өлгө күрһәткән әйҙәүсе көсһөгөҙ, – тине ул. – Бәләкәй саҡтан киң матбуғат саралары менән дуҫ булғандар грамоталы, үҙаллы булып үҫә, донъяға киңерәк ҡарай".
Йыйында урындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берләшмәһе етәксеһе З. Мостафина яңыраҡ Ғафуриҙа үткән башҡорт теле уҡытыусылары форумы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Сарала ҡатнашыусылар осрашып аралашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алыуҙарын билдәләне. Рәшиҙә Мәһәҙиева әйтеүенсә, киләһе ошондай осрашыу Баҡалы районында үтәсәк.
Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмө.
Читайте нас