Башҡорт донъяһы
11 Октябрь 2020, 17:15

Пермь башҡорттары ла байрам итте

Йыйын Башҡортостан Республикаһы көнөнә, Маныш ауылының 120 йыллығына һәм Көйәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 20 йыл тулыуға арналды.

Башҡортостан Республикаһы көнөн Пермь крайы башҡорттары ла киң билдәләне. Көйәҙе районының Маныш ауылы халҡы, эпидемиологик хәл-торошто иҫәпкә алып, байрамды тәбиғәт ҡосағында – ауыл янындағы урман буйында үткәрҙе.
Йырлы-моңло йыйын Башҡортостан Республикаһы көнөнә, Маныш ауылының 120 йыллығына һәм Көйәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 20 йыл тулыуға арналды.
Байрам ваҡытында “Ғәйнәләр” проектына ярашлы нәшер ителгән “Минең халҡым. Минең телем. Минең тарихым” китабының исем туйы ла уҙҙы. Халыҡ алдында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, шулай уҡ күрше дүрт райондың ҡоролтай рәйестәре сығыш яһаны.
Байрамда Башҡортостандың Тәтешле районынан да ҡунаҡтар ҡатнашты. Сығыш яһаусылар был төбәктә таралған башҡорт ырыуҙарының тарихы, шәжәрәне тергеҙеү нескәлектәре, төньяҡ-көнбайыш диалекты үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
“Урындағы халыҡ сығыштарҙы йотлоғоп тыңланы. Үкенескә күрә, күптәр үҙҙәренең шәжәрәһен, тамырҙарын аныҡ ҡына белмәй. Ошо йәһәттән аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Алда тағы ла ҙурыраҡ бурыстар көтә”, - ти Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы әүҙемселәре.
Сарала йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Эпидемиологик хәл-торош сәбәпле, алдан уҡ халыҡты күпләп йыймау тураһында килешелгәйне.
Фото: Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы.
Читайте нас