Башҡорт донъяһы
10 Октября 2020, 19:30

Яңауылдар шәхестәрен онотмай

Яңы Артауыл ауылында Граждандар һуғышы яугире һәм Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе Хәлим Әмиров иҫтәлегенә бюст асылды.

Яңауыл районының Яңы Артауыл ауылында Граждандар һуғышы яугире һәм Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе Хәлим Насретдин улы Әмиров иҫтәлегенә бюст асылды.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкиле, тарихсы Әхәт Сәлихов, скульптор Рафаил Зинуров, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаил Яхин, ауыл халҡы һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Әйткәндәй, быйылғы уҡыу йылы башында Яңы Артауыл мәктәбенә легендар шәхес һәм ғалим Хәлим Әмировтың исеме бирелгән, шуға күрә бюст мәктәп биләмәһендә урын алды. Әлеге ваҡытта уҡыу йорто коллективы музей булдырыу идеяһы менән яна, унда айырым бер экспозиция Хәлим Әмировҡа арналасаҡ.
“Хәлим Насретдин улы Әмиров 1894 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең (хәҙерге Яңауыл районы) Яңы Артауыл ауылында тыуған. 1918 йылдан Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәтендә эшләй. Башҡортостандың кантон идаралыҡтарында мәғариф бүлектәрен булдырыу эшен ойоштора. 1919 йылдың мартында Хәлим Әмиров Башҡортостандың халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп һайлана”, - тип шәхестең биографияһы һәм тормош юлы менән таныштырып үтте район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаил Яхин.
Башҡорт айырым кавалерия һәм уҡсы бригадалары төҙөлгәс, Әмиров политкомиссар итеп тәғәйенләнә. Ошо хәрби берләшмәләр составында Харьков ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаша. 1919 йылда яңы ойошторолған Башҡорт хәрби бүлексәләре менән Петроградты обороналауға ебәрелә. 1921 йылдың авгусынан РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты ҡарамағындағы Ревтрибуналдың дәүләт ғәйепләүсеһе урынбаҫары була.
1936 йылдың 23 октябрендә ҡулға алына һәм өс йылға иркенән мәхрүм ителә. Артабанғы яҙмышы билдәле түгел. Хәлим Әмировтың шәжәрәһен төҙөү менән билдәле крайҙы өйрәнеүсе Светлана Хашимова шөғөлләнә.
1989 йылдың 12 ноябрендә Хәлим Әмиров тулыһынса аҡлана. 2018 йылда тыуған ауылында уның иҫтәлегенә таҡтаташ асыла. Яңы Артауыл халҡы үҙенең легендар шәхесе менән хаҡлы ғорурлана.


Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
Читайте нас