Республика көнө алдынан Асҡын районында “Шәжәрә байрамы” XV республика халыҡ байрамы үтте. Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһы һәм Асҡын районы хакимиәте.
Быйылғы сара Рәсәй кимәлендә иғлан ителгән Хәтер һәм даны йылына, шулай уҡ республикабыҙҙағы Башҡорт теле йылына ярашлы ойошторолдо. Өҫтәүенә уның Асҡын районының 90 йыллығына тура килеүе лә байрамға мәртәбә өҫтәне.
Сараны барышында Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары вәкилдәре ҡатнашлығында онлайн тәртиптә “Төньяҡ башҡорттары: генеология һәм тыуған яҡты өйрәнеү” тип аталған фәнни-ғәмәли конферениция ла үтте.
Театрлаштырылған тамаша мәлендә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙары парады ойошторолдо, балалар араһында шәжәрәгә, ғаилә династияларына арналған һүрәт төшөрөү конкурстары уҙҙы.
Республика кимәлендәге Шәжәрә байрамына алдан уҡ ҙур әҙерлек эштәре алып барылды. Мәҫәлән, быйыл мартта Асҡын районында ошоға арналған семинар-практикум булды. Уның эшендә шәжәрә төҙөүселәр, биҙәү һәм һынлы сәнғәт оҫталары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы ҡоролтай вәкилдәре ҡатнашты. 30 апрелдән 30 майға тиклем Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында “Ырыу ағасы” республика форумына ярашлы “Шәжәрә” балалар конкурсы барҙы. Был бәйгегә 470 эш ҡабул ителгән. “Ғаиләм - минең ҡәлғәм” видеоконкурсы ла бик ойошҡанлы үтте.
Асҡында үткән ҙур сара барышында ошо конкурстарға йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде. Шәжәрә төҙөүселәр конкурсында Гран-приҙы Октябрьский ҡалаһынан Рәшиҙә Диннур ҡыҙы Ғилфанова яуланы. “Ғаиләм – минең ҡәлғәм” бәйгеһендә Туймазы районынан Хәсәншиндар ғаиләһе төп бүләккә лайыҡ булды. Балалар һүрәттәре конкурсында Аделина Рәсүлева (8 йәш, Сибай) һәм Илһам Утарбаев (13 йәш, Баймаҡ) еңеүселәр булып танылды.
Асҡын районы хакимиәте әҙерләгән махсус бүләк – “Танып” шифаханаһына юллама үҙ шәжәрәһен төҙөгән Бөрйән ҡыҙы Инзирә Баязитова менән Асҡын районының йәш ғаиләһе Суфияновтар ғаиләһенә тапшырылды.
Фотолар Республика халыҡ ижады үҙәгенән, Р.М. Дихиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.