Башҡорт донъяһы
16 Октябрь 2020, 09:31

Әсәндәрҙең өс шатлығы

“Шунда тыуған, шунда үҫкән Башҡорт атлы арыҫлан!”

2020 йылды шағир Шәйехзада Бабич йылы тип атарға ла булалыр. Былтыр декабрҙә республика етәксеһе данлыҡлы милләттәшебеҙ һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуыуына 125 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Йыл буйы шағирҙың юбилейына арналған саралар республикабыҙҙа гөрләп уҙҙы. Халыҡтың ихтирамын һәм һөйөүен яулаған шағирҙы иҫкә алыу, уның иҫтәлеген мәңгеләштереүгә донъяны ялмаған пандемия ла ҡамасаулай алманы.


Үҙ заманының сағыу күренеше


Шундай оло байрамдарҙың береһе Дүртөйлө районының Әсән ауылында юғары кимәлдә үтте. Бынан 125 йыл элек Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Әсән ауылында тыуып үҫкән Шәйехзада башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы Мөхәмәтзакирҙың – Әсән мәхәлләһенең указлы муллаһы мәҙрәсәһендә ала. Уларҙың нәҫел ебе Ҡаңны улысы аҫаба башҡорттарына барып тоташа.
15 йәшендә ҡаҙаҡ далаларында балаларға аң-белем тарата Шәйехзада. Аҙаҡ “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡый, әҙәбиәт менән мауыға, әҙәбиәт һәм музыка түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнаша, ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған “Парлаҡ” журналында яҙыша. Аҙаҡ Троицкиҙа уҡытыусы булып эшләй, “Аҡмулла” журналында хеҙмәттәшлек итә. Ырымбурға күскәс, “Ҡармаҡ” сатира журналында эшләй.
1917 йылдан башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнаша, Автономиялы Башҡортостан шураһы секретары, “Башҡорт” гәзите мөхәррире, башҡорт йәштәренең “Тулҡын” ойошмаһы етәксеһе, 1918–1919 йылдарҙа башҡорт ғәскәрендә хәрби хәбәрсе, Башревкомдың башҡорт совет матбуғаты бүлеге хеҙмәткәре… Маҡсатыбыҙ шағир һәм йәмәғәт эшмәкәренең биографияһын байҡау түгел, ә уның йондоҙҙай атылған ҡыҫҡа ғына ғүмерендәге ғәйәт ҙур эштәрҙе күҙ алдына килтереү генә.
24 йыл ғына йәшәп ҡалған ғүмер осоронда тарихта тәрән эҙ ҡалдырған шәхестең шиғри мираҫы һоҡланғыс. Ошо осорҙоң һулышын, сәйәси хәлен, йәшәйешен бөтә тулылығында аңлап, хис-тойғоһон йәлләмәй һүрәтләгән әҫәрҙәре

тетрәндерерлек. “Башҡорт халҡына мөрәжәғәт”ен генә алайыҡ. Шундай ҡат­марлы осорҙа башҡорт милли хәрәкәтенең үҙенсәлектәрен нескә тойған шағирҙың бер нисә сәғәт эсендә үҙенсәлекле документ булырлыҡ әҫәр тыуҙырыуы ғәжәп түгелме ни?..
Тормош юлы фажиғәләр, ҡаршылыҡтар менән барған егеттең ижады яҡтылыҡҡа, ғәҙеллеккә, халыҡты яҡлауға ынтылыш менән һуғарылған. Үҙ заманының, үҙ ваҡытының сағыу күренеше – бөйөк шағир.
Шуныһы һөйөнөслө: башҡорт улының исеме халыҡ хәтеренән юйылмаған. Шағирҙың ижадын яттан тигәндәй беләбеҙ, уның исемен республикабыҙ урамдары, гимназиялар, китапханалар йөрөтә, үҙе хаҡында фильмдар донъя күрә, музейҙар асыла, Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы булдырылған.


“Беҙҙең, иптәш, баҡсабыҙ бар, иллә һәйбәт, шәп тә һуң…”


Шағирҙың тәүге эҙҙәрен, уның көйөнөслө һәм һөйөнөслө уйҙарын, өмөттәрен һаҡлаған, ижадҡа көс, илһам биргән Әсән ауылындағы оло байрамға олоһо-кесеһе йыйылды. Бөйөк башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәренең исемен һәм ижадын өр-яңынан тергеҙеү өсөн яҡташтары йылдар дауамында ҙур тырышлыҡ һала. Быны күрмәү һәм баһаламау мөмкин түгел!
Сентябрҙең алтынға мансылған матур көнөндә Әсәндә тантаналы рәүештә “Бабич һуҡмағы” һалынды, Ҡыуаш йылғаһы буйында шағирҙың атаһы Мөхәмәтзакир үҫтергән баҡса тергеҙелеп, унда емеш ағастары урын алды. Яҡташтары, республикабыҙҙың төрлө ведомство һәм райондарынан килгән ҡунаҡтар алмағас, ҡарағат, груша үҫентеләрен музыка, шатлыҡ тойғолары аҫтында ултыртты. “Киләсәктә был баҡсабыҙ татлы емеш бирер, ижад кешеһенә илһам килтереп, шиғриәттең мәккәһе булыр”, – тип ышаныс белдерҙе әсәндәр.
15 йәшлек Шәйехзада ижад иткән “Беҙҙең баҡса” шиғырын яҡташтары яттан һөйләгәндә, бер нисә йылдан гөл-сәскәгә күмеләсәк “Бабич баҡсаһы”, моғайын, һәр кемдең күҙ алдына килгәндер:

Беҙҙең, иптәш, баҡсабыҙ бар,

иллә һәйбәт, шәп тә һуң,

Төрлө буяу менән һырлаттыҡ

матур рәшәткәһен.

Аҡ, ҡыҙыл, зәңгәрле сәскә –

баҡсабыҙҙың гөлдәре,

Ялтырап, һыҙылып ята

һуҡмаҡтары һәм юлдары…
Тиҫтә йылдан да ашмаған ижад юлында ялҡынлы, аһәңле шиғриәт емештәрен ҡалдырған шағирҙың ижадын өйрәнеүселәр, шиғриәтен һөйөүселәр, уның яҡты иҫтәлеген тергеҙеүселәр хәтирәләре менән уртаҡ­лашты. Музей биләмәһендә урынлашҡан шағирҙың бюсына ҡәнәфер сәскәләре һалынды.
Ауылда Шәйехзада Бабичтың тормошо һәм ижадын сағылдырған, тарихи документтар менән байытылған музей ҙа эшләй. Уның мөдире Миләүшә Ғәбиҙуллина, ҡунаҡтарҙы залдар буйлап йөрөтөп, беҙҙе алыҫта ҡалған йылдарға алып ҡайтты.


“Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр!”


“Шәйехзада Бабичтың 125 йыллыҡ юбилейына арналған тантана тамамланһа ла, шағирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр алда әле, – ти дүртөйлөләр. – Әлеге саралар – уның башы ғына”.
Әсәндәрҙең ҡыуанысы ишле булды. Капиталь ремонттан һуң яңырған һәм йыһазландырылған Күп функциялы мәҙәниәт йорто тәүге тапҡыр тамашасыларҙы ҡабул итте. Был “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы төҙөлгән мөһабәт мәҙәниәт усағы тотош райондың ижади, спорт, фитнес үҙәге буласағына икеләнеү тыуҙырмай. Унда район ғына түгел, ә республика кимәлендәге сараларҙы ла үткәреү мөмкинлеге бар. Танылған артистар, ансамбл­дәр, популяр театрҙар килһә лә, йөҙ ҡыҙа­рырлыҡ түгел. Матди-техник базаһы тулыһынса яңыртылған, креслолар, яҡтылыҡ-тауыш аппара­тураһы – барыһы ла заманса. Бейеү залының эш башлауы ауылдаштар өсөн ҙур яңылыҡ булған. Бина касса, балалар бүлмәһе, тренажер, ҡунаҡ, декорация бүлмәләренән тора. “Асыҡ мөхит” программаһына ярашлы, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн бөтә уңай­лыҡтар булдырылған. Бындай күп функциялы мәҙәниәт йорто республикала – 89-сыһы.
Киләсәктә мәҙәниәт йорто билә­мәһендә балалар өсөн спорт майҙан­сыҡтарын төҙөү ауыл кешеләре тормошон тағы ла йәнләндерәсәк, өр-яңы матур биҙәктәр өҫтәйәсәк.
Шулай ҙа халыҡты таң ҡал­дырғаны ауылда яңы быуын китап­ханаһын асыу булғандыр. Рес­публикабыҙҙың бөтә район-ҡала­ларында тиерлек булып, китап мәккәләренә йыш ҡына юл төшһә лә, беҙгә лә, журналистарға, бындай “супер” китапхананы күреү бәхете теймәгәйне. Баҡһаң, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы төҙөлгән Әсән ауыл китапханаһы, федераль конкурста еңеп, эшмәкәрлеген, фондын яңыртыуға 7,5 миллион һум аҡса алған.
Һүҙ һөйләп кенә яңы заманса китапхананың мөмкинлектәрен аңлатып та булмаҫ, ул беҙ күреп ғәҙәтләнгән, китаптарҙан һығылған кәштәләр теҙмәһе генә түгел. Яңы талаптарға яуап биргән, өр-яңы йүнәлештәрҙе эсенә алған бындай юғары кимәлдәге учреждение республикала бары өсәү.
Китапхананың ишеген асып инеү менән матур дизайн, уңайлы иркен зал күҙгә ташлана. Юғары тиҙлекле интернет, яңы мәғлүмәт технологиялары, акустик система, саралар үткәреү өсөн заманса тауыш системаһы, ноутбуктар, электрон китаптар, планшеттар, компьютер һәм күсермә яһау техникаһы, ҙур экранлы телевизор… Китапхана фонды өс мең дана яңы баҫмаға байыған.
Моделле китапхана бер нисә зонаға бүленгән. Кескәйҙәр өсөн уңай­лы парта-трансформерҙар ҡу­йылған, уларҙы кәрәк саҡта еңел генә йыйып ҡуйып була. Мауыҡ­тырғыс өҫтәл уйындары һис һүҙһеҙ балаларҙы йәлеп итәсәк. Өҫтәүенә кескәй китап уҡыусыларҙың телмәрен һәм хәтерен үҫтереү маҡсатында бында ҡурсаҡ театры ла эшләйәсәк. Интерактив ҡомлоҡ аша балаларға география, тарих, астрономия, физика фәндәре нигеҙҙәрен өйрәтергә мөмкин, ти китапханасылар

Китаптар теҙелгән стеллаждар төрлө ҙурлыҡтағы баҫмалар өсөн тәғәйенләнгән. Интерактив сенсорлы өҫтәлдә бер юлы бер нисә кеше шөғөлләнә ала. Йомшаҡ дивандар ҡуйылған махсус ял урыны ла булдырылған. Китаптарҙы алыу һәм урынына ҡуйыу өсөн китапханасы ла кәрәкмәй, барыһын да “аҡыллы” ҡорамал башҡара. Баҫмаларҙы кәштәгә ҡуйыу менән улар системаға автоматик рәүештә теркәлә.
Республикала өсөнсө булып ошон­дай заманса моделле китап­ханаға эйә булған әсәндәр, ысынлап та, бик бәхетле. Яҡташтары Шәйех­зада Бабичтың һүҙҙәре менән әйткәндә: “Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр!”

Дүртөйлө районы.
Читайте нас