Башҡорт донъяһы
16 Октябрь 2020, 08:11

Телде һаҡлау һәм яҡлау буйынса ҙур эш башҡарыла

Әммә күп осраҡта һәр матур башланғыстың кире яғы бар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһының ултырышы булды. Zoom платформаһында ойошторолған фәһемле, йөкмәткеле һөйләшеү барышында йәмәғәтселекте борсоған бихисап мәсьәлә күтәрелде. Конференцияның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе Сынтимер Баязитов, республика район һәм ҡалалары хакимиәттәре вәкилдәре, мәғариф идаралыҡтары етәкселәре, Республика ата-әсәләр комитеты әүҙемселәре ҡатнашты.


Турист алтаҡталарына башҡортса яҙыуҙар өҫтәлерме?


Ултырыштың көн тәртибендәге тәүге һорау Башҡортостан биләмәһендә урынлашты­рылған турист күрһәтмә-алтаҡталарына ҡағылышлы булды. Белеүебеҙсә, быйыл республиканың оло юлдары буйында киң танылған турист объекттарының исеме яҙылған, барыу йүнәлеше күрһәтелгән билдәләр барлыҡҡа килде. Бик яҡшы башланғыс! Әммә... Был матур эштең бер ҙур етешһеҙлеге шунда уҡ күптәрҙең күҙенә ташланды һәм киң йәмәғәтселектә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы: билдәләрҙәге яҙыуҙар рус һәм инглиз телдәрендә генә бирелгән, ә Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булған башҡорт теле ни сәбәптәндер “онотолған” булып сыҡты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, был йәһәттән ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бик күп булған, яҙма рәүештә лә, шылтыратыу формаһында ла бихисап ялыуҙар ҡабул ителгән.
Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов был хәлде өс телдәге яҙыу өсөн ҙур урын талап ителеүе, проектҡа әлл ни күп финанс бүленмәүе менән аңлатты, әммә Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайы Президиумының, уның ҡарама­ғындағы Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһының етәкселеген бындай яуап ҡәнәғәтләндермәне.
Һөҙөмтәлә яҡтар, ялыуҙарҙы бергәләп тикшереп, мөмкин булғанса мәсьәләне ыңғай хәл итергә, турист алтаҡталарына башҡортса яҙыуҙарҙы өҫтәп, хатаны төҙәтергә килеште. Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе башҡорт телендә турист алтаҡталары булдырыуға ҡамасаулы башҡа сәбәптәрҙе лә билдәләне. “Күп кенә топонимия атамаларының дөрөҫ яҙылышы, халыҡ араһында таралған исеме йәһәтенән берҙәм фекер һәм ҡулланма мәғлүмәт юҡ. Мәҫәлән, Белорет районындағы Шәреташ туристар мөхитендә – “Розовые скалы”, ә Ирәкташ “Инзерские зубчатки” булараҡ билдәле. Әгәр уларҙы башҡортса атамаларына таянып, руссаға тәржемә итһәк, күп туристар таба алмаясаҡ. Улар “Яндекс-карта”ға, йәғни навигаторҙарға ла тап “Розовые скалы”, “Инзерские зубчатки” булараҡ индерелгән”, – тигән аңлатма бирҙе Салауат Таһир улы.
Эльвира Ринат ҡыҙы, Сынтимер Биктимер улы һәм конференцияла ҡатнашҡан күптәр был фекер менән килешмәүен белдерҙе. Был йәһәттән алтын урталыҡты табыу, ошо ер-һыу атамаларының башҡортса дөрөҫ исемен аралашыу теленән юғалтмау һәм туризм мөхитендә ныҡлы танытыу өсөн турист алтаҡталарында улар мотлаҡ борон-борондан нисек аталған шулай сағылыш табырға тейеш, тинеләр. Хатта шул уҡ “Яндекс-карта” кеүек ҡушымталарҙы дөрөҫ итеп үҙгәртеү мөмкинлеген дә ҡарарға кәрәк, тигән фекер ҙә әйтелде.
Шулай уҡ кәңәшмә барышында федераль юлдарҙа ауыл һәм ҡалаларҙың башҡортса атамалары яҙылған билдәләрҙең юҡҡа сығыуына бәйле һорау ҙа күтәрелде. Ҡоролтай был мәсьәләне республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән берлектә ҡарарға, уны Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия иғтибарына сығарырға тәҡдим итте.


Тел буйынса комиссиялар тергеҙелә


Конференция барышында республиканың район һәм ҡалалары хакимиәттәре ҡарама­ғындағы дәүләт телдәре тураһында закон үтәлешен тикшереү буйынса комиссияларҙың, терминология төркөмдәренең эшен йәнләндереү, бығаса улар эшләмәгән урындарҙа яңынан тергеҙеү, был мөһим эште яйға һалыу мәсьәләһе ҡаралды. Был һорау буйынса Асҡын, Дүртөйлө, Борай, Кушнаренко райондары вәкилдәренең сығышы тыңланды.
Быйыл республиканың бер нисә районы сигендә бик матур итеп эшләнгән яңы стелалар барлыҡҡа килде. Уларҙа ошо районда борон-борондан йәшәгән башҡорт ырыуҙарының исемдәре лә яҙылған. Был башланғыс та тик маҡтауға лайыҡ! Әммә бында ла баяғы “әммә”һеҙ булмаған: стеланың өҫкө өлөшөндәге район исеме рус телендә генә бирелгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы быны “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Законды боҙоуға юл ҡуйыу тип баһаланы. Үкенескә ҡаршы, стеланың йөкмәткеһе, ундағы яҙыуҙарҙың бирелеше урындағы район хакимиәттәре менән килешелмәүе асыҡланды, шуға күрә бында уларҙы ғәйепләп булмай.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәкселеге был мәсьәләне үҙ контроленә аласағы һәм хатаны төҙәтеү буйынса эш алып барасағы хаҡында белдерҙе.
Артабан район хакимиәттәре вәкилдәре “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды үтәү йәһәтенән үҙ төбәктәрендә алып барылған эш менән таныштырҙы. Асҡын районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Мансур Әлфрис улы Нуриәхмәтов урында тел буйынса комиссияның эшмәкәрлеген тергеҙеү йәһәтенән эштәрҙең башланыуы хаҡында белдерҙе. “Был йәһәттән район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшләйәсәкбеҙ, шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусыларын да йәлеп итәсәкбеҙ”, – тине ул.
Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Нәжип улы Әхмәҙиев дәүләт телдәре тураһында закондың үтәлешен тикшереү буйынса комиссияның эшмәкәрлеге бер ҡасан да туҡталмауы, уның ҡарамағында терминология төркөмө булдырылыуы, уларҙың кварталға бер тапҡыр ултырыш үткәреп, маҡсатлы эш алып барыуы хаҡында бәйән итте. “Дүртөйлөлә ойошма-предприятие, сауҙа нөктәләренең атамаларын ике дәүләт телендә яҙыу мәсьәләһенә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бирелә”, – тине хакимиәт башлығы урынбаҫары.
Эльвира Ринат ҡыҙы һәр ерҙә комис­сияларҙың шулай маҡсатлы һәм әүҙем эшләүен теләне һәм: “14 декабрҙә – Башҡорт теле көнөндә, быйылғы Башҡорт теле йылын йомғаҡлау сараһы барышында, был йәһәттән иң өлгөлө райондар һәм ҡалалар айырым билдәләнеп үтәсәк”, – тип белдерҙе.


Баҡсала телде өйрәнәсәктәр


Күптән түгел Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт теленә өйрәтеүҙе балалар баҡсаһынан башлау бурысын ҡуйҙы. Был йүнәлештәге эштәрҙе йәнләндереп, балаларға телде өйрәткән ҡыҙыҡлы ҡушымталарҙы киңерәк ҡулланыу, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен арттырыу, мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә әсә теленә өйрәткән педагогтар өсөн дәртләндереү саралары булдырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһының ултырышында ошо һорауҙарға яңынан әйләнеп ҡайтып, республиканың балалар баҡсаларында хәлдәрҙең нисек тороуы, был йәһәттән ниндәй проблемалар булыуы асыҡланды.
Тәүгеләрҙән булып һүҙ Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазоваға бирелде. Ул баш ҡалала полилингваль йүнәлештәге дүрт балалар баҡсаһы эшләп килеүе, уларҙа тәрбиә процесының өс телдә – башҡорт, рус һәм инглизсә алып барылыуы, быйылғы уҡыу йылы башынан Өфө баҡсаларында 13 башҡорт төркөмө асылыуы хаҡында белдерҙе. Елена Роберт ҡыҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында дәүләт телдәрен уҡытыуҙы, башҡорт төркөмдәренең һанын арттырыуҙы башлыса яңы төҙөлгән баҡсалар, йәғни яңы барлыҡҡа киләсәк төркөмдәр иҫәбенә хәл итергә йыйыныуҙары хаҡында белдерҙе. “Мәҫәлән, Дим биҫтәһендә тиҙҙән асыласаҡ балалар баҡсаһында һигеҙ төркөмдө полилингваль йүнәлештә ойоштороп, уларҙа мотлаҡ башҡорт теле лә уҡытыласаҡ”, – тине идаралыҡ начальнигы.
Мәғариф өлкәһе етәкселәре был йәһәттән кадрҙар менән хәлдең ҡатмарлы тороуын билдәләне. Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн балалар баҡсаһы тәрбиәселәре ҙур эш хаҡы алмай. Ошондай шарттарҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын башҡорт телен уҡыта алырлыҡ квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеү бигүк еңелдән булмауын билдәләп, был бурысты үҙ иңенә алыусыларға дәүләт кимәлендә ярҙам, дәртләндереү саралары булһа ине, тигән теләк тә белдерҙе.
Артабан балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре ойоштороу, бәләкәстәргә башҡорт телен уҡытыуҙы яйға һалыу мәсьәләһе буйынса Салауат ҡалаһында һәм Белорет районында алып барылған эштәр хаҡында сығыштар тыңланды. Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе Сынтимер Баязитов был йәһәттән Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығына эштәрҙе әүҙемләштереү зарурлығын билдәләне. Был фекерҙе Республика ата-әсәләр комиссияһы әүҙемселәре лә хупланы һәм айырыуса ҡала ерендә йәшәгән ата-әсәләрҙән баланы башҡорт төркөмөнә биреүгә бәйле проблемаларға ҡағылышлы ялыуҙарҙың күпләп килеүе хаҡында әйтеп үтте. Улар был йүнәлештә берҙәм эшләргә әҙер булыуы, кәрәк икән, урындарға сығып, ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барыу мөмкинлеге хаҡында ла белдерҙе.

Читайте нас