Башҡорт сәнғәт әһелдәренең башҡорттар күпләп ғүмер кисергән Рәсәй төбәктәренә барып концерт ҡуйыуы, төрлө мәҙәни саралар ойоштороуы тураһында хәбәрҙарбыҙ. Ошо көндәрҙә йәнә шатлыҡлы яңылыҡ ишетеп ҡыуандыҡ: йәш ижадсылар Зилиә Бәхтиева менән Айназ Низаметдинов Төмән өлкәһе Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт милли уйын ҡоралдары, йыр, бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
"Беҙ, урындағы башҡорттар, Айназ менән Зилиәнең был тарафҡа изге сәфәре тураһында белгәс, ифрат һөйөндөк, – тип һөйләй Ханты-Манси автономиялы округы Югралағы Башҡортостан вәкиллеге рәйесе, Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолманбәтов. – Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ: Башҡортостан етәкселеге беҙҙе даими хәстәрләй, үҙебеҙҙе һис кенә лә ситтә кеүек итеп тоймайбыҙ".
Зилиә Бәхтиева менән Айназ Низаметдинов бында башҡорттар күпләп йәшәгән һәм милли ойошмалар булған урындарҙа бейеү, йыр, ҡурай, ҡумыҙ, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ.
Рәүҙәт Абдулхаҡ улы билдәләүенсә, Ханты-Манси автономиялы округында башҡорттар бик күп, улар төрлө эш менән мәшғүл, юғары вазифа биләгәндәр байтаҡ. Бынан тыш, араларында сәнғәткә ғашиҡтар бихисап. Һәләтлеләрҙе артабан үҫтереү, иңдәренә ҡанат ҡуйыу маҡсатында үткәрелә лә инде оҫталыҡ дәрестәре.