Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты һәм “Шәжәрә” ойошмаһы Балтас районы үҙәгендә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихы буйынса фәнни-методик ҡулланмалар һәм материалдар менән таныштырыуға арналған сара үткәрҙе. Ул Граждандар башланғыстарын яҡлау фонды ярҙамында ойошторолдо.
Сарала райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәре, тарих уҡытыусылары, китапхана селтәре хеҙмәткәрҙәре, ҡоролтай әүҙемселәре ҡатнашты.
Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин үҙҙәренең ғалимдары тарафынан әҙерләнгән ике проект менән таныштырҙы. Улар “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдар картаһы” һәм “Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ырыуҙары һәм ауылдары картаһы” тип атала.
Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов “Без – башҡортлар” брошюраһы менән таныштырҙы. Ул тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн бик төплө методик ҡулланма буласаҡ.
Ғалимдар шулай уҡ “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Башҡортостан Республикаһының Балтас районы башҡорттары” белешмәһе тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Унда хәҙерге Балтас районына ҡағылышлы Х халыҡ иҫәбен алыу (1859 йыл) һәм 1917 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу материалдары тупланған. Уларға таянып, күптәр тыуған ауылының, нәҫеленең тарихын тергеҙә, барлай ала.
Саранан һуң Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
"Осрашыу бик йәнле барҙы. Балтас районында башлыса дүрт башҡорт ырыуы – танып, таҙлар, унлар һәм ирәкте вәкилдәре йәшәй. Беҙ был проекттар менән тиҫтә йыл самаһы шөғөлләнәбеҙ, халыҡ араһында киң аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Халыҡтың, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуы, шәжәрәләрен тергеҙеүе ҡыуандыра", – тине Рәфил Рифғәт улы.
Фото: “Шәжәрә” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы.