Алға табан ҡарап, бейек-бейек үрҙәр яуларға ынтылыу яҡшы, тик үткәндән фәһем, ғәйрәт, һабаҡ алмай уңышҡа өлгәшеү икеле. Тарихтың үҙебеҙгә оҡшаған яҡты биттәрен генә ҡалдырыу, күңелһеҙ өлөштәренән ҡотолоу әмәлебеҙ ҙә юҡ. Кемдер уны үҙгәртергә, һанға һуҡмаҫҡа тырышһа ла, халыҡ хәтеренең ныҡлығы, заманалар ағышы быға юл ҡуймаясаҡ, дөрөҫлөк барыбер иреккә ҡалҡып сығасаҡ.
Был йәһәттән илдә илһөйәрлекте тәрбиәләү буйынса ҡабул ителгән дәүләт программаһы, Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә ойошторолған әҙерлек эштәре, олоһон да, кесеһен дә үҙенә йәлеп иткән ижади конкурстар, төрлө кимәлдәге саралар әһәмиәтле, файҙалы булды. Тик бөгөнгө ҡатмарлы заманда был бурыстарҙы атҡарыуҙа тәнәфес һәм торғонлоҡ булмауы мөһим.
Дүртөйлө районы хакимиәтенең архив бүлеге начальнигы Глүсә Ситдиҡова мәктәп уҡыусыларының үҙҙәренә килеп, тарих биттәрен өйрәнеүҙәрен, тыуған яҡтың данлыҡлы шәхестәре менән ҡыҙыҡһыныуын, ата-бабалары нәҫеленең шәжәрәһен төҙөргә тырышыуын хуплай. Исмаил урта мәктәбе уҡыусылары тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла йыш ҡунаҡ. Бында уларҙы мауыҡтырған, уйландырған мәғлүмәттәр, экспонаттар ифрат күп.
– Районыбыҙ исеменән республика кимәлендәге мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашҡан Исмаил мәктәбе уҡыусылары һынатҡаны юҡ, – ти Глүсә Ситдиҡова. – I республика асыҡ конкурсында ғилми-тикшеренеү эштәре менән ҡатнашып, район уҡыусылары Гран-при яуланы. Балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса беҙҙә эш өҙлөкһөҙ дауам итә. III республика асыҡ конкурсы “Беҙ – Бөйөк Еңеүҙең йылъяҙмасылары” тип аталды. Исмаил урта мәктәбе уҡыусыһы Радим Ғәлиев беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Артабан да уҡыусыларыбыҙ тыуған яҡты, тарихты өйрәнеүгә арналған конкурстарҙа әүҙемлек күрһәтер, тип уйлайбыҙ.
Ошо ауылда тыуып үҫкән Айгөл Ғәлиева Исмаил мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. “Үҙегеҙ беләһегеҙ, мәктәптә “Башҡортостан мәҙәниәте тарихы” дәрестәре хәҙер уҡытылмай, шуға күрә ошо бушлыҡты тултырыр өсөн дәрестән тыш тыуған яғыбыҙҙы, ер-һыуыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнәбеҙ. Түңәрәктәрҙә шәжәрәләр төҙөйбөҙ, ата-бабаларыбыҙҙың тамырҙарын асыҡлайбыҙ, – ти тәжрибәле уҡытыусы. – Ауылыбыҙға нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Йылан ырыуы башҡорто Айсыуаҡ Бикбау улының күп тармаҡлы нәҫел шәжәрәһен өйрәндек. Ырыуы – Йылан, ағасы – ҡайын, ҡошо ҡарға икәнен балаларыбыҙ яҡшы белә. Ғөмүмән, эҙләнеү эше, көтөлмәгән асыштар, ҡыҙыҡлы табыштар уҡыусыларҙы магниттай тарта”, – ти Айгөл Альфред ҡыҙы.
Тарих төпкөлөнән киләсәккә бағабыҙ
Йылан башҡорттарының аҫаба ерҙәре хәҙерге Дүртөйлө районының биләмәһендә уның төньяҡ өлөшөн алып торған. Көньяҡта Йылан ырыуы аҫабалары – елдәктәр, ә көнсығышта ҡаңнылар ерҙәре менән сикләшкән. Ошо биләмәләге иң ҙур ауылдарҙың береһе – Исмаил. 1920 йылда Исмаил улысы ла булған, тик үҙәге Үрге Йәркәйҙә урынлашҡан (хәҙерге Илеш районы).
1795 йылда ауылдың 20 хужалығында 156 башҡорт йәшәгән, 10 хужалыҡта 87 типтәр һәм бер хужалыҡта 11 мари кешеһе йәшәүе документтарҙан билдәле. 1806 йылда башҡорттар һаны 204-кә еткән. 116 мишәр, 106 типтәр иҫәпләнгән. 1920 йылда бер-береһенән ни бары бер саҡрым ғына арала ике Исмаил ауылы урынлашҡаны билдәле. Береһендә – башҡорттар, икенсеһендә типтәр халҡы донъя көткән.
1843 йылда 117 хужалыҡтан торған ауылда мәсет тә, тирмән дә булған. Уның ҡасан барлыҡҡа килеүе, тәү башлап кемдең биләмәгә ултырыуы билдәле түгел. 1704 – 1711 йылдарҙа Йылан улысының муллаһы Исмаилдың баш күтәргән башҡорттар араһында әүҙем етәкселәрҙең береһе булыуы билдәле. Бәлки, ауылдың исеме ошо башҡорт муллаһы исем-аты менән дә бәйләнгәндер, тигән фараз бар.
Үҙенең шәжәрәһен өйрәнгән кеше тарих төпкөлөнә тәрәнерәк инеп, ата-бабаларының нәҫел тамырҙарын нығыраҡ белергә тырышасаҡ. Әммә эҙләнеү юлында ҡаршылыҡтар етерлек, исемдәрҙең шәжәрәлә сағылдырылмауы XVIII быуаттан да төпкәрәк инергә мөмкинлек бирмәй. Бындай осраҡта беҙгә биология, анығыраҡ әйткәндә, генетика ярҙамға килә.
Йылан ырыуын өйрәнгән һәм китап итеп донъяға сығарған бер төркөм ғалимдарҙың фекеренсә, ырыуҙың тарихы беҙҙең геномда яҙылған. Генетика ярҙамында ата-бабаларыбыҙҙың 500, 1000 йәки 2000 йыл элек ҡайҙа йәшәгәнен, ниндәй ҡәбиләгә ҡарағанын, ниндәй боронғо телдәрҙә һөйләшкәнен күҙ алдына килтерә алабыҙ. Генетик мәғлүмәттәр беҙгә Йылан ырыуына ҡараған ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы тарафтарҙан килеүен һәм уларҙың ниндәй халыҡтар һәм ҡәбиләләр менән генетик бәйләнештә булыуын асыҡлай ала. Шулай итеп, тарихи хәтерҙе яңыртыу, хәҡиҡәтте асыҡлау мөмкинлеге һәр саҡ бар.
“Тирмәкәй” проектын ҙур ихласлыҡ менән әҙерләнек...”
Кескәй саҡтарынан тыуған төйәгенә, йәмле йәй буйы һыу ҡойонған йылға-күлдәренә, туҡ башаҡтар тирбәлгән иген баҫыуҙарына, ошонда донъя көткән ауылдаштарына һөйөү һәм ихтирам йөрөткән кешеләрҙә илһөйәрлек рухы ныҡ була. Бәләкәй генә йөрәктәренә тауҙай рух ныҡлығын, ихтыяр көсөн, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һала белгән уҡытыусыларың, остаздарың да булһа, ҡайһылай шәп!
Исмаил урта мәктәбендә тап ошондай тынғыһыҙ, һөнәре менән ғорурланған, эштәренә мөкиббән бирелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән танышыуыбыҙға шат булдыҡ. Балаларға мәңгелек изгелек, матурлыҡ һәм батырлыҡ төшөнсәләрен 36 йыл дауамында һалырға ынтылған Мәсетле ҡыҙы Гүзәлиә Урал ҡыҙы Закирова (Исмаилда күптән үҙ кеше), ошо ауылда тыуып үҫеп, белем алып, яҡташтарының балаларына тәрбиә биреүҙе мөҡәддәс бурысы һанаған Айгөл Альфред ҡыҙы Ғәлиева – күптәр өсөн өлгө.
Тынғыһыҙ төп эштәренән тыш, уларҙың балаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ файҙалы шөғөлдәргә йәлеп итеүе, ата-бабалар аманатына тоғролоҡ, хөрмәт тойғоһо уятыуы, Исмаил ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Йылан ырыуы башҡорто Айсыуаҡ Бикбау улының нәҫел шәжәрәһен өйрәнеүҙәре, ысын мәғәнәһендә, маҡтауға лайыҡ.
Шуныһы һөйөнөслө, был уңған уҡытыусылар өлгәшелгән уңыштар менән генә сикләнеп, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерә торғандарҙан түгел. 2018 йылдан тыуған яҡты тәрән өйрәнеү маҡсатында “Тирмәкәй” тип аталған программа төҙөү өҫтөндә илһамланып эшләгәндәр. Ошо көндәрҙә проектты яҡларға әҙерләнәләр. Уларҙың эштәре уң буласағына икеләнмәйбеҙ ҙә.
Айгөл Альфред ҡыҙы XI класта уҡыған улы Радим һәм II класта белем алған игеҙәк улдары Булат менән Моратты ла ғилми-тикшеренеү эштәренә йәлеп итә алған. Радимдың 2019/20 йылғы уҡыу йылында III асыҡ республика конкурсында “Беҙ – Бөйөк Еңеүҙең йылъяҙмасылары” тигән темаға генеалогик эштәр конкурсында беренсе урынды яулауы – мәктәп өсөн ҙур ғорурлыҡ.
“Ни өсөн уҡытыусы булырға ҡарар иттегеҙ?” тигән һорауға яуап ябай: “Мине үҙ эшенең һөнәр оҫталары, профессионалдар уҡытты. Уларға бик оҡшарға, тиңләшергә теләй инем”, – ти Айгөл Альфред ҡыҙы. 18 йыл буйы туған мәктәбенән айырылмаған, һәр көнө яңы дәрестән башланған һәм һәр төнө дәрескә әҙерләнеү менән тамамланған уҡытыусы бер төрлө, үтә яуаплы эштән ялҡмаймы икән?
– Шау-шыулы, гөрләп торған мәктәп, яңылыҡтарға, асыштарға, тойғоларға бай эш көнө менән ваҡыт һиҙелмәй үтә лә китә. Мәктәп тормошо, ҡаҙандай ҡайнап, ҡыҙыҡлы эҙләнеүҙәргә, ҡыйыу идеяларға юл аса. Күңелһеҙ булғаны юҡ. Балаға белем биреүҙән тыш, уға асылырға, һәләттәрен күрһәтергә, камиллашырға өйрәтәбеҙ. Тап ошо белем усағында яҡшы мөнәсәбәт, бер-береңә хөрмәт, тыуған яғыңа һөйөү орлоҡтары һалына. Дәрес ваҡытында уҡыусыларға төрлө сиселештәр эҙләргә, баш ватырға тура килгән, тикшеренеү алып бара торған бурыстарҙы ла йөкмәтәм.
Һәр ата-әсә балаһының үҙенә ҡарағанда тормошта уңышлыраҡ, бәхетлерәк булыуын теләй, шуға күрә уҡыусыларҙы уйларға, үҙаллы ҡарар ҡабул итергә өйрәтеү мөһим, тип иҫәпләйем. Бәләкәй кешене ҙур тормошҡа әҙерләү ябай эш түгел, шуға күрә мин уларҙы көслөрәк, тәүәккәллерәк итеү өсөн төрлө эш алымдары, шөғөлдәр ҡулланам, тормош ваҡиғаларын баһаларға өйрәтәм. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныусан, баҙлап янған күҙҙәренә ҡарап, эске тороштарын, хәл-әхүәлдәрен асыҡлайым. Туған мәктәптәренә, йәмле Исмаил ауылында йәшәгән олоһона-кесеһенә, ата-әсәһенә һәм тарихи тамырҙарына бәләкәй генә йөрәгендә оло һөйөү йөрөткән балаларҙың булдыҡлы, һөнәрле, үҙ иленең патриоты буласағына шикләнмәйем. Үрҙә телгә алынған “Тирмәкәй” проекты тап ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән дә инде, – тине илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр һәм үҙ эшенең оҫталарын әҙерләүгә бөтә тырышлығын һалған Айгөл Альфред ҡыҙы.
Һеҙгә яңы артылыштар, белемгә ынтылыусы, киләсәктә ил ҡеүәтен арттырыусы уҡыусылар теләйбеҙ!