Баймаҡ районы Ишей ауылы халҡы тыуған ауылдарын төҙөгөрәк, йәмлерәк итер өсөн ең һыҙғанып тотонған. “Айыҡ ауыл–2020” республика бәйгеһендә ҡатнашырға хәл итеү бындағы күп үҙгәрештәргә сәбәпсе булған. Урындағы эшҡыуарҙар ярҙамы менән “Еңеү аллеяһы” тергеҙелгән, һәр урамда ҡоҙоҡтар йүнәтелгән, ә ишейҙәр өсөн иң ҡыуаныслыһы – балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлгән.
Темәс мәктәбенең Ишей филиалы мөдире Венера Ҡасҡынова һөйләгәнсә, иң ҙур ярҙамды шәхси эшҡыуар Анатолий Филин күрһәтә. Ул башланғыстарҙы хуплай, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә.
Ауылда ҡасандыр “Еңеү аллеяһы” булған. Уны тергеҙер өсөн йөҙҙән ашыу ағас ултыртылған. Урман хужалығы етәксеһе Илшат Күлибаев 50 ҡарағай үҫентеһе, Замир Сәфәрғәлин 50 емеш ағасы алып килгән. Ауыл халҡы ла үҙ өлөшөн индергән.
Район депутаты Рөстәм Нәбиуллин ауылды икегә айырып аҡҡан йылға аша һалынған күперҙе рәткә һалырға булышлыҡ иткән. Урамдарҙағы ҡоҙоҡтар яңыртылған, ауыл янындағы электр трансформаторҙары ҡойма менән уратылған.
“Урамдарҙа таҙалыҡты һаҡлайбыҙ. Ә балалар майҙансығы ул ғәмәлдә бөтә ауыл халҡы көсө менән төҙөлдө. Ҡоймалар өсөн буяуҙар һатып алырға Себерҙә эшләп йөрөгән ауылдаштарыбыҙ аҡса ебәрҙе”, – ти Венера Ҡасҡынова.
Конкурста ҡатнашырға хәл иткәс тә ауылдың ир-егеттәр советы, йәшертен рәүештә спиртлы эсемлектәр һатҡан урындарға йөрөп, аңлатыу эштәре үткәргән. Был ыңғай һөҙөмтә биргән.
“Ауылда ҡоймаларын бер тапҡыр ҙа буямаған кешеләр бар ине. Уларға, әгәр үҙегеҙ теләмәһәгеҙ, беҙ буяп ҡуябыҙ, тип шарт ҡуйҙыҡ. Бер аҙҙан йорт тирәләре тәртипкә килтерелде, ҡоймалар рәтләп ҡуйылды. Ауылдағы 81 өйҙә 201 кеше йәшәй. Халыҡ күп түгел, ябай һөйләшеү аша ғына күп нәмәгә ирешергә була”, – тигән фекерҙә Венера Ҡасҡынова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәренә таянып эшләнде.