Башҡорт дәүләт университетының “Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарына этнолингвомәҙәни экспедицияһы” тип аталған проекты республика Башлығының Башҡортостандың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантын яуланы.
Проектҡа ярашлы университеттың Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты коллективы республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә урынлашҡан 19 районына экспедициялар ойоштороуҙы күҙаллағайны. Был эш планға ярашлы бик әүҙем бара, әле студенттар һәм уҡытыусылар ундан ашыу районда булып өлгөргән.
21 октябрҙә экспедиция ағзалары Бүздәк районына барып ҡайтты.
“Эш сәфәре барышында телселәр Теләкәй-Ҡобау, Таллыкүл, Ҡаңны-Төркәй ауылдарында булып, ерле халыҡтан ауыҙ-тел ижады өлгөләре, топонимик, диалектологик һәм башҡа материалдар йыйҙы. Бүздәк халҡы бик алсаҡ, ҡунаҡсыл, беҙҙе ихлас ҡаршы алды, үҙенсәлекле мәғлүмәт менән теләп бүлеште, бай материал менән ҡыуандырҙы.
Осрашыуҙарҙы юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн Бүздәк районы хакимиәтенә, үҙенсәлекле диалект телендә һөйләшеүсе яҡты йөҙлө информаторҙарыбыҙға ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!” – тине экспедиция төркөмөнөң етәксеһе, уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары Рәмилә Саньярова.
Фотолар: Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты.