Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Октябрь 2020, 12:30

Афарин, "төньяҡ амурҙары" вариҫы!

Германияның Лейпциг ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Ирек Байышев илдең иң юғары наградаһына лайыҡ булған.

Яҡташыбыҙ, Германияның Лейпциг ҡалаһында йәшәгән Ирек Байышев илдең иң юғары наградаһы – комендант Прендель орден-миҙалына лайыҡ булған. Фон Прендель император Александр I тарафынан халыҡтарҙың бөйөк алышынан һуң Лейпциг ҡалаһы коменданты булып тәғәйенләнә. Орден-миҙалдың тарихы ошо ваҡиғаға барып тоташа.
Өфө ҡалаһында тыуған Ирек Байышев Лейпциг ҡалаһында 1992 йылдан бирле йәшәй. Ирек Фәннүр улы Европала башҡорт милләтен пропагандалау менән әүҙем шөғөлләнә.
Халыҡтарҙың бөйөк алышына 190 йыл тулыр алдынан, ул үҙенең дуҫы Нәсүр Йөрөшбаев менән Лейпцигта французға ҡаршы яу сапҡан башҡорт ғәскәрҙәре хөрмәтенә һәйкәл асҡайны. Һуңғараҡ ошондай уҡ һәйкәл Дрезден ҡалаһында ла ҡуйылды.
Тарихтан белеүебеҙсә, 1814 йылдың яҙында Франциянан ҡайтып килгән башҡорт полктары Тюрингияның Веймар ҡалаһынан алыҫ булмаған Шварца ауылы янында ялға туҡтай. Улар янына килгән немец принцы Карл Гюнтер, беҙҙең яугирҙәрҙең ғәҙәти булмаған уҡ-һаҙаҡтарын күреп, был ҡоралға ҡарата шиген белдерә. Башҡорт мәргәне, принцтың шиген таратыу ниәтендә, уҡ атып күрһәтергә уйлай. Тик ҡайҙа төбәргә? Урындағы дин әһеле кирханың көмбәҙенә төртөп күрһәтә. Башҡорт уғы көмбәҙҙең ике миллиметр ҡалынлыҡтағы тимер ҡалайын тишеп барып ҡаҙала. Башҡорттоң мәргәнлегенә хайран ҡалған Шварца кешеләре, ағас уҡ серегәс, уны тимер уҡҡа алмаштыра. Шунда уҡ тимер капсулаға хат яҙып һалалар.
2012 йылда кирханың ҡыйығын йүнәткәндә әлеге хатты табып алалар... Тап шул саҡта Ирек Байышев менән Вильфрид Һайнц көмбәҙгә алтын ялатылған уҡ ҡуйырға тәҡдим итә. Шварца ҡалаһы бургомистрынан рөхсәт алғас, был изге эште үҙ аҡсалары иҫәбенә атҡарып та ҡуялар. Бөгөн бында рәссам Азат Ҡужин авторлығында таҡтаташ та асылған.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: