Башҡорт донъяһы
23 Октябрь 2020, 07:14

Пандемия йомғаҡ яһауға ҡамасаулай алмай

Ошо көндәрҙә үткән ведомство-ара онлайн-кәңәшмәлә Башҡортостанда Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау планы ҡабул ителде. Отчет саралары 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә тура киләсәк тип күҙаллана.

Ошо көндәрҙә үткән ведомство-ара онлайн-кәңәшмәлә Башҡортостанда Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау планы ҡабул ителде. Отчет саралары 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә тура киләсәк тип күҙаллана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды вәкилдәре ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ошо саралар тәртибе буйынса фекер алыштылар.


Башҡорт теле йылы ваҡиғаларға бай булды. Конкурстар, концерттар, фәнни-ғәмәли конференциялар, тикшеренеүҙәр һәм экспедициялар, күсмә кәңәшмәләр ойошторолдо, интернет-проекттар тормошҡа ашырылды. Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, йомғаҡлау ваҡиғаларын уҙғарыуҙың ике варианты ҡаралды. Тәүгеһе тик онлайн-саралар, телемарафон үткәреүҙе күҙ уңында тотһа, икенсеһе иһә көнүҙәк эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәп, кешеләр туранан-тура ҡатнашҡан саралар менән онлайн-осрашыуҙарҙы берләштереүгә ҡорола.
Кәңәшмәлә мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина:

– Башҡорт теле көнөн байрам итеү йәһәтенән дөйөм план төҙөү өсөн республикалағы бөтә мәҙәниәт ойошмаларынан тәҡдимдәр йыябыҙ. Был сараларҙы башҡа ведомстволарҙың пландары менән берләштерергә әҙербеҙ. Мессенджерҙар өсөн башҡорт телендәге интернет-асылмалар (открыткалар), шулай уҡ юмористик видеояҙмалар – башҡортса вайндар конкурстарын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Ошо көндәрҙә “Тамға” милли кейем конкурсына һайлап алыу туры ойошторола. Был сарала баһалама төркөмө арауыҡта эшләйәсәк. Конкурстың финалы 14 декабрҙә уҙғарыла. Форматына ҡарап, унда күргәҙмә һәм дефиле планлаштырыла. Башҡорт ырыуҙары картаһын төҙөү проектының дауамы булараҡ, тарихи навигация ойоштороу ҙа күләмле сараларҙың береһе булыр ине, – тине.
Республика мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында иншалар, һүрәттәр бәйгеләре, олимпиадалар менән Башҡорт теле айлығын үткәреү ҡарала. Әле шәжәрә, диалектология һәм тыуған яҡ тарихы буйынса мәктәптә тикшеренеү эштәре конкурсы бара. Уҡыусылар араһында шулай уҡ блогерҙар ярышы ла уҙғарыла. Милли мәктәптәрҙәге өлкән класс уҡыусылары өсөн башҡорт телендә дебаттар ойоштороу күҙаллана. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров ошондай пландар менән уртаҡлашты.
Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Люциә Юлыева Башҡорт теле йылы нигеҙендә тормошҡа ашырылған һәм грант бюджетынан финансланған проекттар тураһында телмәр тотто.
– Башҡорт дәүләт университетынан телсе ғалимдарҙың республика райондарына экспедициялары иң сағыу проекттарҙың береһе булғандыр, моғайын. Улар тураһында ғилми мәҡәләләр, видеояҙмалар донъя күрҙе, – тине ул. – Халҡыбыҙҙың бишек йырҙарын йыйыу буйынса медиа-марафон – “Бишек” проекты ла тормошҡа ашырыуға әҙер. Быйыл Пермь крайының Барҙа районында башҡорт теле йәкшәмбе мәктәбе асылды, Свердловск өлкәһендә факультатив ойошторолдо. Был мәктәптәрҙән уҡыусыларҙы видеоэлемтә аша сараларға йәлеп итергә мөмкин. Йәнә бер үҙенсәлекле проект – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры базаһы нигеҙендәге башҡорт операһы лабораторияһы. Унда башҡортса ижад иткән шағирҙар үҙҙәрен опералар өсөн либретто авторҙары булараҡ һынап ҡараны.
Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау планын тикшереү барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сараларҙы бер нисә көнгә (12 – 14 декабргә) бүлергә тәҡдим итте.

Читайте нас