Яҙыусы-сатирик, шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Интернациональ яҙыусылар союзының почётлы ағзаһы, Халыҡ-ара журналистар федерацияһы, Евразия ижад гильдияһы һ.б. һөнәри-ижади ойошмалар, союздар ағзаһы. Рәсәйҙең һәм Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы, бихисап Рәсәй, халыҡ-ара премиялар лауреаты. Уның уңыштарын һанай китһәң, бармаҡтар етмәҫ… Былар бөтәһе лә – башҡорт әҙәбиәте исемен донъя кимәлендә яңғыратҡан Марсель Сәлимов (Мар. СӘЛИМ) тураһында.
– Марсель Шәйнур улы, һеҙҙең ижадығыҙ торған һайын илебеҙҙә, халыҡ-ара кимәлдә танылыу ала бара. Ниндәй генә дәрәжәләргә өлгәшмәнегеҙ: С. Михалков, В. Гиляровский, В. Набоков (Рәсәй), “Алеко” (Болгария), Н. Гоголь (Украина), Э. Хемингуэй (Канада), Дж. Лондон (АҠШ) исемдәрендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты, “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы”, “Рустең алтын ҡәләме” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булдығыҙ. Яңы еңеүегеҙ – Мәскәүҙә сыҡҡан китабығыҙ 40 ил вәкиле ҡатнашҡан Дюк де Ришелье исемендәге халыҡ-ара конкурсында Гран-при яуланы. Борай районында тыуып үҫеп, башҡорт телендә ижад иткән әҙип ҡасан да булһа ошондай ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшерен күҙ алдына килтерҙеме икән?
– Килтергәндер, бәлки, тигән шик бар (йылмайып ҡуя). Һигеҙ йәшендә үк эскелек тураһында тәүге сатирик шиғырын әтмәләгән, 12 йәшенән әҫәрҙәре матбуғатта баҫыла башлаған, ә 14-тә “Һәнәк”тә беренсе фельетоны сыҡҡан кеше 15 йәшендә үҙенең киләсәген уйлап:
Их, ул саҡта минең яҙғандарҙы
Яратырҙар, һөйөп уҡырҙар.
Ер йөҙөнә тиҫтәнән дә артыҡ
Китаптарым хатта сығырҙар…
Һәм уларҙы уҡып, күп кешеләр
Уйланырҙар, күңел асырҙар, –
тип яҙған икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер…
– “Юҡҡа түгелдер” тигәндәй, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең һүҙҙәре иҫкә төштө: “Марсель Сәлимов менән беҙҙе бер билдәһеҙ, данһыҙ Шүлейә йылғаһы бәйләй, – тип яҙғайны ул. – Уның башланған ерендә – мин, ә Танып йылғаһына ҡойған урынындағы Сәйет ауылында Марсель тыуған. Тура килгәс килә бит ул: “Һәнәк” журналы сыға башлағанда, уның мөхәррире мин инем, ә хәҙер – Марсель Сәлимов. Йылғалар ҡойған ерҙәрендә, башланған ерҙәренә ҡарағанда, киңерәк һәм тәрәнерәк булалар – Мар. Сәлим дә сатира һәм юмор өлкәһендә киң һәм тәрән, тиер инем”.
– Был “билдәһеҙ” йылға хаҡында 14 йәшемдә шулай яҙғайным: “Шүлейәнең юлы оҙон – ашыға алға, диңгеҙгә барып етәм тип, аға ла аға”.
– Тимәк, ижад шишмәгеҙ ауылығыҙҙы уртаға бүлеп аҡҡан ошо бәләкәй генә йылғанан башланған?
– Эйе, тыуған ауылым, Шүлейә, Танып йылғалары тураһында бала саҡта байтаҡ әйбер яҙып, ҡәләмемде шымарттым. Төрлө жанрҙа көс һынап ҡараным: шиғыр, хикәйә, әкиәт, фельетон, скетч, комедия, поэма, повесть, хатта ауылыбыҙ тарихына ҡағылышлы роман да яҙа башлағайным. Ярай әле ваҡытында туҡтап ҡалдым (көлә). Минән башҡа ла тарихи романдар яҙыусылар етерлек, юғиһә.
– Ул ваҡытта яҙған сатира-юмор әҫәрҙәрегеҙгә тейешле иғтибар бирелдеме?
– Башланғыс кластарҙа уҡығанда, Тимер Арыҫландың “Һәнәк”тә баҫылған шиғырҙарын ятлап, сәхнәнән һөйләй инем, үҫә төшкәс, үҙемдекеләрҙе уҡыным. Өлкән йәштәге ауылдаштарым яратып тыңлай торғайны. Тәүге ҡулъяҙмаларым менән танышып, ихлас кәңәш биреп хаттар яҙған Ибраһим Абдуллин, Фәрит Иҫәнғолов, Яҡуп Ҡолмой, Әсғәт Мирзаһитов, Марат Кәримов, Мөкәрәмә Садиҡова һәм башҡа оло яҙыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт. Ауылыбыҙҙағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡығанда хикәйә һәм фельетондарым “Башҡортостан пионеры” гәзите үткәргән конкурста еңеп сыҡты. Район гәзитенең очерктар бәйгеһендә лә еңеүсе булдым.
– Ә төп еңеүҙе сит илдә яуланығыҙ. 1996 йылда бөйөк болгар сатиригы Алеко Константинов тыуған Свиштов ҡалаһында әҙәбиәтебеҙ тарихында иҫтәлекле ваҡиға булды. Үткән йылдарҙа Ғәзиз Нәсин, Генрих Бёлль, Уильям Сароян, Морис Дрюон, Леонид Ленч, Влада Булатович-Виб кеүек көлкө оҫталарына тапшырылған “Алеко” халыҡ-ара премияһы, Болгария гәзиттәре яҙғанса, тәүге тапҡыр “башкирец”ҡа эләкте – юмористик хикәйәгеҙгә беренсе урын бирелде. Баһалама төркөмө рәйесе, “Стършел” сатира һәм юмор гәзитенең баш мөхәррире Йордан Попов быны “башҡорт сатираһы халыҡ-ара әһәмиәткә эйә сифат билдәһенә лайыҡ булды”, тип билдәләне. Ошондай ҙур уңыштарҙан башығыҙ әйләнмәнеме?
– Унда күргән ҡәҙер-хөрмәттән баш әйләнә яҙып ҡалғайны ла, әммә “бөйөклөк” сиренә тарыманым. Иммунитет та булғандыр, бәлки. Һәр хәлдә, танау сөйөп кәпәренеп йөрөү модала түгел беҙҙең яҡта. Сит илдә ишелгән дан шунда тороп ҡалды.
– Башҡорт сатираһы һәм юморын халыҡ-ара кимәлдә танытырлыҡ әҙибебеҙҙең тәрбиәләнгән мөхите, тамырҙары тураһында үҙенән ишетеү үтә ҡыҙыҡлы булыр ине...
– Ҡыҙыҡлымы, түгелме икән – уныһын белгән юҡ, тик шуныһы хаҡ: тәрән диңгеҙҙәрҙә ҡолас йәйеп йөҙөр өсөн башта бәләкәй йылғаларҙа һыу инергә кәрәк. Бына минең Шүлейәм ауылды сыҡҡас та Таныпҡа барып ҡушыла. Таныпҡа ингәнсе, беҙҙең ауыл малайҙары Шүлейәлә йөҙөргә өйрәнә. Мин дә шулай иттем. Һәм Таныпта йөҙөп оҫтарғас ҡына Ағиҙелгә төштөм. Унан һуң инде ҙур йылғаларҙы, диңгеҙҙәрҙе буйланым. Ижад юлым да нәҡ шулай булып сыҡты.
“Ярҙарына баҫып Таныбымдың ҡарап торам тыуған яғыма… Әллә ҡайҙан танып, ҡарт тирәктәр баш ҡағалар, сәләм бирәләр. Тыуған яҡҡа ҡайтҡанымды улар күҙһеҙ көйөнә лә күрәләр… Күпте күргән, күпте кисергән Танып буйындағы тирәктәр! Улар кеүек “баобаб”тар был донъяла һирәктер. Ҡосоп алайым тиһәм, ҡоластарым етмәҫтер…”
Сатирик тиһәләр ҙә, тыуған төйәккә ҡайтҡас, аҙыраҡ лирикаға бирелһәм, көлкө яратҡан иптәштәр, бәлки, ғәйеп итмәҫтәр. Ғәйепкә алыусылар табылһа, анау бәһлеүән ағастың тамырҙарына ҡараһын. Минең дә бит тамырҙарым, Танып буйында үҫкән тирәктеке шикелле, тәрәнгә, бик тәрәнгә китеп, тыуған еремә береккән. Шуға аяғымда ныҡ торам. Һулдан иҫкән елдәргә лә, уңдан килгән дауылдарға ла бирешмәйем. Бөгөлөргә, һығылырға, баш эйергә иҫәп юҡ. Танып буйҙарында ялан аяҡ йүгереп йөрөгән саҡтарҙа, теүәл итеп әйткәндә, 13 йәштә “Беҙ” тигән шиғыр яҙғайным. Мөһабәт ағасҡа йәбешеп үҫкән бәшмәкте күргәс, шул иҫкә төштө: “Беҙ бит үҙ көсөбөҙ менән менәбеҙ үргә, кемдер кеше елкәһендә үтмәксе түргә”.
– Тыуған яғығыҙҙы бер ҙә онотмайһығыҙ. Бына быйыл да “Ҡайтам әле Борайға” тип елкенеп, кисә үткәреп килдегеҙ. Яҙмышығыҙҙа Борай ере ниндәй урын биләй?
– Йыл һайын көҙ етерҙән алда тыуған яғыма ҡайтып, яҡташтарым менән осрашып киләм. Район мәҙәниәт йортонда уҙған быйылғы ижад кисәмде Борай районының 90 йыллығына бағышланым һәм “Ҡайтам әле Борайға” шиғыры менән асып ебәрҙем. Бынан утыҙ йыл элек был шиғырға Борай кейәүе, билдәле композитор Роберт Тимербаев көй яҙғас, яҡташыбыҙ Фәриҙә Тимербаева йырлап та йөрөгәйне…
Тиҙҙән “Китап” нәшриәтендә ағайығыҙҙың сатирик повесть һәм комедиялар йыйынтығы – “Һайланған-яйланған әҫәрҙәр” теҙмәһенең “Тишекле таш” исемле беренсе китабы донъя күрәсәк. Был китапҡа инеш һүҙҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев яҙҙы. Кисәлә ул да ҡатнашты.
Район китапханаларына Мәскәүҙә – рус, Ҡазанда – татар һәм Лондонда инглиз телдәрендә баҫылған яңы китаптарымды бүләк иттем. Инглиз телендәге китабыма инеш һүҙҙе Нью-Йорктағы Колумбия университеты профессоры, Борай егете Рәфис Абаҙов яҙған.
Маҡтанып түгел, шатланып әйтәм, тыуған яғым таланттарға ифрат бай. Күренекле ғалимдар, хәрбиҙәр, геройҙар, шағирҙар, йырсылар – кемдәр генә тыумаған изге Борай ерендә! Заманында тәүгеләрҙән булып Башҡорт автономиялы кантоны ойошторолған бай тарихлы тыуған яғымда башҡорт, татар, урыҫ һәм башҡа милләт вәкилдәре бергә-бергә тырышып эшләй, татыу йәшәй.
Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡасандыр бер аҙ “автономиялы” булып алған кантон ерҙәрендә ғүмер баҡый төпләнеп йәшәгән халыҡтың үҙ теле һаҡланған. Көнбайыштан килгән кешеләр татар әҙәби телендә сөйлиләр, көньяҡтан килгәндәр башҡорт әҙәби телендә һөйләйҙәр, ә беҙҙең яҡта борон-борондан тамырланып көн иткән кешеләр ерле халыҡ телендә – үҙебеҙсә, борайса сүләйләр. Бына шул “сүләемнәр” телендә, йәғни төньяҡ-көнбайыш башҡорттары “сүләшендә” (диалектында), 1995 йылда бығаса булмаған китап сығарғайным.
“Мин сүләем” исемле был шиғриәт йыйынтығына бала саҡта һәм йәш ваҡытта яҙған лирик, сатирик һәм юмористик әҫәрҙәрем тупланған. Биш мең дана тиражлы китап “Туғандаш башҡорт һәм татар халыҡтарының мәңгелек Дуҫлығына бағышлайым” тигән һүҙҙәр менән асыла. Һәм шундай һүҙҙәр менән ябыла: “Милләтем – башҡорт, динем – мосолман. Милләттәштәремде һәм диндәштәремде яратһам да, милләтсе лә, динсе лә түгелмен. Бөтә халыҡтың да туғандарса дуҫ йәшәүен теләйем”.
– Әҫәрҙәрегеҙ иллеләп телгә тәржемә ителгән. Юмор, сатирағыҙ аша донъя халыҡтарына Рәсәй дәүләтендә башҡорт тигән халыҡ йәшәүен танытыуға ла өлөш индерәһегеҙ, Марсель ағай. Ҙур миссия бит был. Ошо турала үҙегеҙ нимә уйлайһығыҙ?
– Был хаҡта уйламай ғына Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында аңлайышлы юмор теле менән һөйләп, республикабыҙҙың данын таратып йөрөгән булам, үҙемә ҡалһа. Юҡһа сит ил кешеләренең күптәре хатта Башҡортостандың ҡайҙа икәнен дә белмәй.
– Яҙыусыларҙың Рәсәй һәм халыҡ-ара ойошмалары етәкселәренең яҙыуына ҡарағанда, һеҙҙең “таныштырыу һәм аңлатыу” эштәрегеҙ бик уңышлы бара икән. Лондондағы Евразия ижад гильдияһы рәйесе Лаура Гамильтон бына нисек яҙған: “Хәҙер инглиз телле уҡыусыларға ла таныш булған башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың ижады үҙенсәлекле йор алым менән Евразия үҙәгендә йәшәгән көләс, дуҫтарса мөнәсәбәттәге башҡорт халҡының тормошо һәм мәҙәниәте менән таныштыра”. Был һүҙҙәрҙән һуң, инде үҙебеҙҙә генә түгел, донъя илдәрендә лә танылған, академик Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, “мәшһүр башҡорт көләссиге” Мар. Сәлим ағайыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ теләп, әлегә хушлашһаҡ та ярайҙыр.
– Хуп мәйле. Яҡты донъяла яңынан күрешкәнгә саҡлы!