Бөгөн – Рәсәйҙә сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Шул айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ғаббас Дәүләтшинға иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһын үткәрҙе. Ул Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультеты бинаһына ҡуйылды.
Ғаббас Йәғәфәр улы Дәүләтшин 1892 йылдың 24 сентябрендә хәҙерге Һамар губернаһы Ташбулат-Күстән ауылында тыуа. Башҡорт ғалимы, хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. 1929 – 1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы була. 1937 йылда репрессияланып, атыуға хөкөм ителә. 1956 йылда тулыһынса аҡлана.
Ғалим 1920 – 1930 йылдарҙа башҡорт теленең диалекттары, орфографияһы буйынса мәҡәләләр серияһы баҫтыра, башҡорт мәктәптәре, техникумдары, рабфактары өсөн дәреслектәр төҙөй. 1930 йылда Ғ.Й. Дәүләтшин «Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге»н баҫтыра, унда 11 мең һүҙ индерелгән. Юғары уҡыу йорттары өсөн «Башҡорт теле» дәреслеге, «Башҡорт теленең синтаксисы» хеҙмәтенең авторы.
"Ғаббас Йәғәфәр улы Дәүләтшин - башҡорт тел ғилеменә, диалектологияһына, ғөмүмән, әҙәби башҡорт телен булдырыуға күп көс һалған шәхес. Ул – әҙәби телебеҙгә нигеҙ һалған ғалимдарыбыҙҙың береһе. Ошо процеста үҙәк урынды алып торған, – тине филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты Искәндәр Сәйетбатталов. – Ҡулға алғанда нәҡ уның ғилми позицияһы, ғилми эшмәкәрлеге күҙ уңында тотолған, сөнки ул, бер яҡтан, яңы әҙәби башҡорт телен барлыҡҡа килтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан, ә был процесс бик ҡаршылыҡлы барған. Икенсе яҡтан, ул боронғо тарих, боронғо әҙәбиәт менән күсәгилешлекте һаҡларға тырышҡан. Ғалимды өс пункт буйынса ғәйепләгәндәр.
Беренсеһе – контрреволюцион ойошмала тороу. Ғалим быны ҡабул итмәгән, суд ваҡытында ла инҡар иткән. Икенсе ғәйепләү – башҡорт әҙәби телен барлыҡҡа килтергән саҡта уны аңлы рәүештә боҙоу. Әлбиттә, был да тотош мәғәнәһеҙ ғәйепләү. Өсөнсө – башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса баҫтырыла торған һүҙлек һәм дәреслектәрҙә милләтсе шағирҙарҙың, авторҙарҙың әҫәрҙәрен баҫтырыу һәм боронғо ғәрәп һүҙҙәрен яңы әҙәби телгә индереү. Мәғәнәһеҙ ғәйепләүҙәр, әммә ошо эшмәкәрлек, үҙенең төп эшмәкәрлеге өсөн ул сәйәси золом ҡорбанына әйләнә.