Башҡорт донъяһы
31 Октябрь 2020, 13:00

Свердловск өлкәһендә – Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Күрше өлкәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов етәкселегендәге делегация эшләй, уның составында тарихсылар, йәмәғәт әүҙемселәре бар.

Бөгөн Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре бара. Сараға ярашлы өлкәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡупов етәкселегендәге делегация эшләй, уның составында тарихсылар, йәмәғәт әүҙемселәре бар.
Ошо айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандың һәм Свердловск өлкәһенең ғилми йәмәғәтселеге ҡатнашлығында онлайн форматта “Урал башҡорттары: тарих һәм этнография” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова алып барҙы.
Һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Милли сәйәсәтте бойомға ашырыу бүлеге мөдире Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы Ялсыҡаева, Башҡортостандың мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Михайловна Лапшина, Свердловск өлкәһенең Эске сәйәсәт департаменты директоры Антон Валерьевич Третьяков һәм өлкәнең мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Галина Юрьевна Головина сәләмләне. Улар ике төбәк араһында алып барылған эштәргә, хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләренә туҡталып үтте. Свердловск өлкәһе вәкилдәре был төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың үҙҙәренең милли мираҫын ҡәҙерләп һаҡлауын белдерҙе.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева сит төбәктәрҙә, шул иҫәптән Свердловск өлкәһендә мәғрифәтселек йәһәтенән алып барылған эштәр менән ентекле таныштырҙы. “Бөгөн Рәсәйҙең биш субъектында дүрт меңдән ашыу бала башҡорт телен мәктәптәрҙә фән булараҡ өйрәнә. Бынан тыш, төбәктәрҙә 13 башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Сит өлкәләрҙең башҡорт теле уҡытыусыларына бушлай белемде камиллаштырыу курстары, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеү ойошторола”, - тип билдәләне Әлфиә Зәкир ҡыҙы.
Быйыл “Йәйләү” онлайн лагерында Рәсәй төбәктәренән 235 бала, шул иҫәптән Свердловск өлкәһенән һигеҙ бала ҡатнашҡан. Республикабыҙҙың интернат төрөндәге лицей-гимназияларында был өлкәнән әлегә өс бала белем ала. Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ә.З.Ғәлиева уҡыусыларҙы 27 ноябрҙә башланасаҡ Ғарипов уҡыуҙарында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Фәсхетдин ҡыҙы Төмәнцева өлкә башҡорттарының тормошо, ҡоролтай тарафынан алып барылған эштәр менән таныштырҙы. Әйтергә кәрәк, йәмәғәт ойошмаһы мәҙәниәт, мәғрифәт, спорт өлкәләрендә генә түгел, социаль йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ эштәр алып бара. Мәҫәлән, ҡоролтай әүҙемселәре Свердловск өлкәһендәге хәрби частәрҙә хеҙмәт иткән башҡорт егеттәренең хәлен даими белешә, оло йәштәге, күп балалы милләттәштәре тураһында хәстәрлек күрә. Нәфисә Фәсхетдин ҡыҙы күп балалы ғаиләне “ҡара” риэлторҙарҙан һаҡлап алып ҡалыуҙары тураһында миҫалды килтереп үтте.
Өлкә ҡоролтайы рәйесе хәл итеүҙе көткән мәсьәләләргә лә туҡталды. Мәҫәлән, Үрге Пышма ҡалаһында ябылыуға дусар булған йәкшәмбе башҡорт мәктәбен яңынан тергеҙеү тураһындағы мәсьәлә күтәрелде. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы ла иғтибар үҙәгенә аласағын белдерҙе.
Түңәрәк өҫтәл барышында Айтуған Ирек улы Аҡманов, Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов кеүек тарихсылар Свердловск өлкәһе башҡорттарының тарихи үткәненә ҡағылышлы йөкмәткеле сығыштар тәҡдим итте, уларҙың ырыуҙар тарихына, тарихи территораль бүленешенә ҡағылышлы китаптар, белешмәләр тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Дөйөм алғанда, һөйләшеү эшлекле шарттарҙа барҙы, сығыш яһаусылар етди мәсьәләләрҙе күтәрҙе, әлеге Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренең Башҡортостан Республикаһы менән Свердловск өлкәһе араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан да нығытыуға һәм үҫтереүгә тос өлөш индереүен билдәләне.
Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
Читайте нас