Бөгөн Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Күрше өлкәгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Миңлеғәле ул Яҡупов етәкселегендә тарихсылар һәм йәмәғәт әүҙемселәренән торған делегация юлланды.
Донъялағы һәм илдәге хәл-торошто иҫәпкә алып, Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендәге сараларҙың күпселеге, айырыуса түңәрәк өҫтәлдәр онлайн рәүештә ойошторолдо. Көндөң икенсе яртыһында Свердловск өлкәһендә эшләп килгән башҡорт йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре менән осрашыу ҙа онлайн алымда үтте. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡупов алып барҙы.
Бөгөн Свердловск өлкәһендә 31 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, улар тарафынан тиҫтәнән ашыу йәмәғәт ойошмаһы булдырылған. Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Фәсхетдин ҡыҙы Төмәнцева милләттәштәребеҙҙең көнитмеше, йәшәйеше менән ҡыҫҡаса таныштырып, Свердловск өлкәһендә быйылғы йылдың йәйендә булдырылған Тарихи-мәҙәни үҙәккә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исемен биреү тәҡдимен еткерҙе.
Был фекер осрашыуҙа ҡатнашыусылар тарафынан хуплап ҡаршы алынды. Әлеге Тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Светлана Ринат ҡыҙы Ҡолмырҙина эште нисек башлап ебәреүҙәре, ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта өлгәшелгән һөҙөмтәләр, киләсәккә пландар тураһында һөйләп үтте.
Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының урындарҙа 24 беренсел ойошмаһы эшләй. Уларҙың иң әүҙемдәренең етәкселәре эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Башҡортостан Республикаһы яғынан осрашыуҙа Ә.З. Вәлиди исемендәге Республика милли китапхана директоры Юлдаш Зиннур улы Ураҡсин, Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов, Халыҡтар дуҫлығы йорто етәксеһе Илгиз Зәмфир улы Солтанморатов һәм башҡалар сығыш яһап, сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә күрһәтелгән аныҡ ярҙам саралары менән таныштырҙы.
Фотола: Свердловск өлкәһе башҡорттары һабантуйҙа.
Фото: Виктория Стряпунина.