Башҡорт донъяһы
2 Ноябрь 2020, 12:30

Иң матур башҡорт һүҙен һайлауҙа ҡатнаш!

15 ноябрҙә тиклем һәр кеше bashslovo.ru сайтында үҙенә оҡшаған иң матур яңғырашлы һүҙ тәҡдим итә ала.

Башҡортостанда дөйөм халыҡ тауыш биреү проекты старт ала, унда республика халҡы һәм ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҡатнаша ала. «Иң матур башҡорт һүҙе» кеүек проект әлегә Рәсәйҙә юҡ.
Тауыш биреү ике этапта ойошторола:
1-15 ноябрҙә һәр кеше bashslovo.ru сайтында үҙенә оҡшаған иң матур яңғырашлы һүҙ тәҡдим итә ала;
22 ноябрҙә сайтта йыш тәҡдим ителгән 12 һүҙ һайлап алынасаҡ һәм тауыш биреү башланасаҡ;
14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, иң матур һүҙ иғлан ителәсәк.
– Башҡортостан халҡы тәҡдим иткән һүҙҙәр араһында һирәк ҡулланылған, ҡулланыуҙан төшөп ҡалғандары осрауы мөмкин. Был тарих байлығын һәм телдең күркәмлеген күрергә булышлыҡ итә, һүҙ запасын һәм телмәрҙе байытыу мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ ул һүҙҙәр йәмғиәттә яңы һулыш алыуы ихтимал, яңы ресторандар, күңел асыу үҙәктәре, балалар өсөн уҡыу үҙәктәре, парктар неймингында һәм йәмәғәт тормошо өлкәләрендә файҙалана башлаясаҡ. Был республиканың үҙенсәлеген һәм матурлығын сағылдырыр, уның туристик имиджын тулыландырыр, — ти проект авторы – режиссер, продюсер, “Телешко” балалар телевидениеһы мәктәбе директоры Рөстәм Аҙнабаев.
Проектты, Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәттәшлегендә “Медиаформат” киң мәғлүмәт сараларын популярлаштырыу буйынса балалар-үҫмерҙәр үҙәге менән «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе ойоштора. Быға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән республика Башлығы гранты аҡсаһы бүленгән.
Читайте нас