“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының IV съезы үтте. Эпидемиологик хәлгә бәйле ассамблея советы ағзалары, республиканың район һәм ҡалаларынан делегаттар онлайн аралашты. Съезд эшендә 480 кеше ҡатнашты.
Әйткәндәй, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһына быйыл – 20 йыл.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының яңы составындағы беренсе ултырышында рәйеслеккә яңынан Зөһрә Рәхмәтуллина һайланды, ә ойошма өсөн яңы булдырылған вазифаға – төбәк йәмәғәт ойошмаһының башҡарма директоры итеп Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов тәғәйенләнде.
Сарала ҡатнашыусыларҙы видеомөрәжәғәт аша Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Ул милләт-ара мөнәсәбәттәр йәһәтенән республиканың башҡа төбәктәргә лайыҡлы өлгө күрһәтеүен билдәләп үтте.
– Был ауыр заманда күптәр ярҙамға мохтаж. Иғтибарлы булырға саҡырам, айырыуса өлкән быуын кешеләренә ҡарата. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек! – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сығышында дәүләт программаларына ярашлы ғәмәлгә ашырылған саралар хаҡында һөйләне. Ул быйыл уҙғарылған социологик һорау алыуҙа республикабыҙҙа милли сәйәсәттең уңышлы ойошторолоуы раҫланыуын айырып билдәләне.
“Был – беҙҙең уртаҡ ҡаҙаныш. Һеҙҙең ярҙамығыҙ, әүҙемлегегеҙ булмаһа, уңышҡа өлгәшмәҫ инек. Егерме йыл дауамында тыныслыҡты һаҡлау эшенә өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт”, – тине Азат Шамил улы.
Рәсәй Федерацияһының милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Бариновтың ҡотлау һүҙҙәрен Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина уҡып ишеттерҙе.Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Светлана Смирнова үҙенең видеомөрәжәғәтендә Башҡортостан милли сәйәсәт моделен формалаштырыуҙа ҙур тәжрибә туплағанын билдәләне. Рәсәйҙең Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Андрей Березин иһә пандемия ваҡытында бындай форумды ойоштороуҙың еңел булмағанын, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы барлыҡҡа килгәндән алып съездың беренсе тапҡыр ошолай күп ҡатнашыусыны йыйыуға өлгәшеүен билдәләне.
Форумда рәйеслек вазифаһына бер һүҙҙән Зөһрә Рәхмәтуллина һайланһа, яуаплы секретарь итеп Искәндәр Юлдашев ҡуйылды. Көн тәртибен раҫлағандан һуң съезд эше башланды.
Зөһрә Рәхмәтуллина һәм ойошманың ревизия комиссияһы Леонид Каспер съездың дөйөм эштәренә байҡау яһаны. Шулай уҡ Башҡортостан рустары соборы рәйесе Валентин Павлов, Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Римма Үтәшева, Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Сәлимйән Ғарифуллин, Дағстан милли мәҙәниәтенең республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Магомедхабиб Солтанмагомедов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы яңы редакциялағы Уставын раҫлап тауыш биргәс, алдағы биш йылға ойошманың етәкселек һәм башҡарма органы һайланды. Советтың яңы составына – 24, ревизия комиссияһына дүрт кеше алынды.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов Башҡортостанда дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы проекты менән таныштырҙы.
Дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы бурыстары һәм төбәктәге мәҙәниәт-ара, милләт-ара эшмәкәрлек буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшергәс, IV съезд делегаттары резолюция ҡабул итте. Унда республиканың күп милләтле халҡын һаҡлау йүнәлешендә үткәрелгән дәүләт милли сәйәсәтенә ярҙам итеү, уларҙың конституция хоҡуҡтарын яҡлау, милли мәнфәғәттәрен хәстәрләү, туған телдәрҙе, йолаларҙы, динде, мәҙәниәтте үҫтереү хаҡында әйтелә. Шулай уҡ дәүләт органдарына съезда ҡатнашыусылар тәҡдим иткән Башҡортостан Дәүләт милли сәйәсәте концепцияһын ҡабул итергә тигән тәҡдим булды. Был документтың тулы тексы менән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы сайтында танышырға мөмкин.
Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй, уларҙы 50-нән ашыу милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаһы берләштерә. Улар араһында иң ҙуры – “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)”. Шулай уҡ Башҡортостан рустары конгресы, “Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы”, Башҡортостандың фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы, сыуаш, удмурд, мордва, белорус, йәһүд, поляк, латыш, төркмән, әрмән милли-мәҙәни ойошмалары, украиндарҙың “Кобзарь” милли-мәҙәни үҙәге һәм немецтарҙың “Видергербург” мәҙәни-ағартыу берлеге эшләп килә.