Ноябрь айында Сибай ҡалаһының барлыҡҡа килеүенә 65 йыл тула. Ирәндек тауҙары итәгендә ятҡан ҡылғанлы далала йәш ҡалаға нигеҙ һалыусыларҙың фиҙакәр хеҙмәте килер быуындарға өлгө булып тора. Мәҡәләмдең геройы – таусылар ҡалаһын төҙөгән оло быуын вәкилдәренең береһе Әминә Сәлимгәрәй ҡыҙы Байегетова. Ул 17 йәшендә Сибай руднигына килеп, “Промстрой”ға эшкә урынлашҡан. Әминә апайҙың тормош юлы шул дәүерҙәге хеҙмәт кешеләренекенән айырылмай, ул – ябай эшсе, төҙөүсе, йәшәү асылы күптәргә фәһем булырлыҡ.
– Атайым Сәлимгәрәй Ғәлиев – Ҡаңны ырыуы башҡорто, – тип һөйләй Әминә апай. – Туймазы районының Әйтәк-Тамаҡ ауылында йәшәнек. Ғаиләлә алты бала үҫтек. Атайым да, әсәйем Миңлебаныу ҙа заманының уҡымышлы кешеләре ине, ғәрәпсә уҡый, яҙа белделәр, Ҡөрьәнде уҡып, башҡортса аңлата торғайнылар. Атайым – Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан яугир, “Георгий тәреһе” миҙалы менән бүләкләнгән. 1937 йылда Туймазынан Баймаҡ районының Таһир ауылына күсеп килдек. Атайым колхозда агроном булды, йәшелсә үҫтереүҙе ойошторҙо, картуф, кәбеҫтә, һуған уңа торғайны.
Баҫыуҙа киндер сәсеп үҫтерә инеләр, уны эшкәртеп, колхозға тоҡ тектеләр. Хәтеремдә, беҙҙең ишек алдында ҡатын-ҡыҙ киндер һуға, сүс еп әҙерләй, атайым киндерҙән арҡан ишә, һәр эшкә лә оҫта ине. Үҙ ҡулдары менән йорт күтәрҙе, кәртәлә мал-тыуар ишле булды. Әсәйем өйҙә ҙур мейестә колхозға икмәк һалды. Ҡыш атайым колхоздың аттарын ҡараны. 1942 йылдың февралендә ул фронтҡа алынды, Сталинград өсөн барған үлемесле һуғышта һәләк була. Өлкән ағайым Мөсәүир Ғәлиев 21 йәшендә һуғышҡа китә, 1943 йыл Воронеждан һуңғы хаты килә, башҡаса хәбәр алманыҡ.
Әминә апай ҡәһәрле һуғыш йылдарында күргәндәрен артабан бәйән итә:
– Ауылда тормош ауырлашты, ашарға ризыҡ булманы. Әсәйем Түбә шахтаһына эшкә төштө. Өйөбөҙҙөң тәҙрәләрен, ишеген арҡыры таҡта менән ҡаҙаҡлап, бәләкәй арбаға ҡаралтыны тейәнек тә, һыйыр, кәзә, һарыҡтарҙы етәкләп, Түбәгә юлландыҡ. Беҙ дүрт бала йәйәү атлайбыҙ...
Изге кешеләр бар бит ул. Беҙҙе кәҫтән балсыҡ һылап төҙөлгән бәләкәй генә өйҙә йәшәгән бер инәй өйҙәш итеп индерҙе. Уның улы һуғышта һәләк булған, килене менән тора ине. Шулай итеп, ете кеше бер татыу ғаилә булып йәшәп киттек. Әсәй көн буйы шахтала, кискә дүрт балаға 200-әр грамм икмәк алып ҡайта.
Йәй күп эшселәрҙе станцияға яғыулыҡ әҙерләргә, торф ҡырҡырға сығаралар, олоһо ла, кесеһе лә шунда. 1944 йылда әсәйем торф әҙерләгәндә аяғын ҡырҡтырып, инвалид булып ҡалғас, беҙ ҙә эшкә сыҡтыҡ. Мин торф сығарыусыларҙың ярҙамсыһы булып йөрөнөм. Эш хаҡына ашханала көнөнә бер тапҡыр ашата торғайнылар, – тип хәтерләй ул.
Әминә апай етенсе класты тамамлағас, башҡаса уҡый алмай, Сибайға килеп, цистернаға ҡул насосы менән дизель яғыулығы тултырып, Түбәгә ташый, төҙөлөш өсөн эзбиз сығара һ.б.
Әминә Сәлимгәрәй ҡыҙы 1952 йылда Сибайҙағы “Промстрой” ойошмаһына эшкә урынлаша.
– Ҡатын-ҡыҙҙар бригадаһында эшләнем, көрәк, кәйлә менән ер ҡаҙыныҡ. Хәҙерге Зәки Вәлиди урамындағы ике ҡатлы йорттарҙың нигеҙен беҙҙең бригада ҡаҙып бетонланы. Аҙаҡ шул йорттоң береһендә апайым менән икебеҙгә ике бүлмәле фатир бирҙеләр, әсәйем менән туғандарыбыҙҙы яныбыҙға күсереп алдыҡ, – тип һөйләй ҡатын. – Ер эше ауыр, күптәр түҙмәй, килә лә китә. Ә беҙ 12 ҡыҙ ныҡ булдыҡ, эштән ҡурҡманыҡ, норманы тулыһынса үтәй инек. Бригадирыбыҙ Йәүҙәт Мәхмүтов ғәҙел дә, талапсан да кеше ине. Шулай уҡ төҙөлгән биналарҙың буяу-биҙәкләү эштәрен дә башҡара торғайныҡ. Баҡыр-көкөрт комбинатының иң бейек торбаһына алты метр тәрәнлегендә нигеҙ ҡаҙыуыбыҙ һаман да хәтерҙә.
1957 йыл – сиҙәм ерҙәрҙе күтәргән осор. Беҙҙең ҡыҙҙар бригадаһын Хәйбулла районының яңы төҙөлә башлаған “Сиҙәм” совхозына ашлыҡ һаҡлау келәте төҙөргә ебәрҙеләр. Башта ҡырҙа лом менән таш сығарҙыҡ, эреләрен кувалда менән ватып, машинаға тейәйбеҙ. Унан ер ҡаҙып, нигеҙ соҡорона таш тултырып бетонлайбыҙ. Шунда уҡ ташсылар әҙер нигеҙгә стена күтәрә башлай, ә беҙ иҙән бетонлайбыҙ. Бетон ҡатып та өлгөрмәй машиналар ашлыҡты ауҙара. Балта оҫталары ҡыйығын яба башлай, эш ҡайнап тора. Иген шул тиклем уңды, хатта асыҡ һауала тау-тау булып өйөлөп ятты. Тырыш хеҙмәтебеҙҙе юғары баһаланылар: барыбыҙҙы ла “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләнеләр.
Сибай – Баймаҡ араһында юғары вольтлы электр линияһы үткәреү өсөн соҡорҙар ҡаҙыуға тағы беҙҙе – 12 ҡыҙҙы ебәрҙеләр. Тау-таш аша 2,5 метр тәрәнлегендә ҡаҙыған соҡорҙоң иҫәбе-һаны юҡ ине. Артыбыҙҙан бағана ултыртып, тимер сым һуҙып киләләр. Шулай итеп, Ирәндек тауы аша 40 километр араны үттек, шәп эшләнек. Әхирәттәрем Нурия, Әҡлимә менән гел бергә булдыҡ, улар Сибайҙа йәшәй, осрашып торабыҙ, – ти хеҙмәт ветераны.
“Ун һигеҙҙәр” йәки “биреләр” араһы
– Әминә апай, ниңә һеҙҙе “биреләр” килене тиҙәр? – тип ҡыҙыҡһындым. Ул көлөп ебәрҙе лә миңә бер риүәйәт һөйләне:
– Борон Ҡарағайлы йылғаһы киң, тәрән булған, һыу йәнлектәре, балыҡ уйнап торған. Бер егет ҡондоҙға, шәшкегә һунар иткән. Таң мәлендә һыу буйлап бара икән, уға бер йыр ишетелгән. Сихри моң әсир иткән, егет алға атлай. Күрә: ҡаршылағы ярҙа таш өҫтөндә бер сибәр ҡыҙ ултыра, оҙон еҙ төҫлө толомдарын тарай, үҙе йырлай. Ҡыҙ егетте күреү менән эргәһендәге йыуан ағастың ҡыуышына инеп китә. Егет был серле ҡыҙҙы ошо ағас төбөндә көн дә һағалай. Бер көндө уны тотоп алып, йәйләүгә алып ҡайта. Еҙ толомло, йәшкелт күҙле ҡыҙға халыҡ хайран ҡалған, уны Алтынсәс тип атағандар.
Йәш килен эшкә талымһыҙ, уңған булып сыға, йәнә моңло йырҙарын халыҡ яратҡан. Алтынсәс йыл һайын бәпесләгән, гел игеҙ бала таба икән. Ғаиләлә 18 бала булып киткән. Балалары сәләмәт, ныҡ, ел-ямғырға бирешмәй үҫкән. Бер көн кискә ҡарай ҡатын биҙрәләрен алып һыуға киткән. Оҙаҡ ҡайтмағас, ире уны эҙләп һыу буйына юллана. Әлеге таш янында ҡатындың биҙрәләре, көйәнтәһе ята, үҙе юҡ, ти. Ире күпме саҡырһа ла, ҡатын башҡа күренмәй. Ауылда һүҙ тарала, имеш, Алтынсәс бире ҡыҙы булған икән. Теге 18 бала үҫеп, үҙҙәре башлы-күҙле булып донъя көтә. Шуларҙан таралған тоҡомдо “биреләр” йәки “ун һигеҙҙәр” тигәндәр, – тип ҡатын тынып ҡалды.
Әлеге риүәйәтте бала саҡта ишеткәнем бар ине. Был тоҡомдоң ир-егеттәре лә, ҡатын-ҡыҙҙары ла мыҡты, бейек кәүҙәле, ҡеүәтле, эшһөйәр, ғәйрәтле. Күбеһе моңло йырлай, сәнғәтте ярата, киң күңелле, мәрәкәсел.
– Хәҙер тыңла, минең нисек “биреләр” килене булып киткәнде, – тип көлә апай. – 1958 йылдың ноябрендә беҙҙе, 12 ҡыҙҙы, экскаватор ҡаҙа алмаған ауыр участкаға ебәрҙеләр. Иҫке Сибай ауылының түбәнге осонда Ҡарағайлы йылғаһын тәрән канауға тоташтырырға кәрәк ине. Туңа башлаған ерҙе лом менән соҡоп, йырын яһайбыҙ. Шунда шәйләгән мине Исмәғил, – тип йылмая ул.
Һомғол буйлы, толомдары теҙенә төшөп торған һылыу ҡыҙҙы тәүәккәл егет оҙаҡҡа һуҙмай, әйттереп, йортона алып та ҡайта. Кейәүгә сыҡҡас та, Әминә апай эшен ҡалдырмай, ҡалаға йөрөп эшләй. Ғаилә лә ишәйә бара, алты балаға ғүмер бирәләр. Ҡәйнәһе Йомабикә инәй киленен бик ярата, 26 йыл татыу йәшәйҙәр, ул өйҙә балалар тәрбиәләй, ә Әминә апай фермала быҙау ҡарай. Бер үҙе ике норма үтәй: 40 баш урынына 80-85 баш быҙау үҫтерә. Балалары ла ярҙам итә. Егәрле ҡатын һауынсы ла булып эшләй, үҙ донъяһын да гөрләтеп алып бара.
– Ирем менән 30 йыл ғүмер иттем. Ул йәш саҡта алған ауыр йәрәхәттән вафат булғас, ҡайнымдың нигеҙендә яңы өй күтәрҙем.
– Белеүемсә, һеҙ йырға маһир. Исмәғил ағайҙың “Һандуғас”ын оноторлоҡ түгел, һеҙ ҙә халыҡ йырҙарын оҫта башҡараһығыҙ, – тим.
– Эйе, “Һандуғас”, “Урал”, “Уйыл”, “Сибай” – иң яратҡан йырҙарыбыҙ. Оморҙаҡ ҡайным да йырсы ине. Ҡәйнешем Исламғәзи, ирем Исмәғил республикала төрлө конкурстарҙа ҡатнаша торғайны, бикәстәрем Таңһылыу менән Айһылыу ҙа матур йырлай. Элек клубҡа киноға барһаҡ, “Исмәғил йырлаһын әле, шунан кино ҡарарбыҙ!” – тип ҡысҡырыр ине халыҡ. Ә ул ялындырмай, алға сыға ла йырлай. Халыҡ гөр килеп ҡул саба, шунан кино башлана, – ти Әминә апай.
Бына шулай, халҡыбыҙҙың бай хазинаһын күңел түрендә йөрөткән көслө рухлы башҡорт ҡатыны ул. Кесе улы Сәғиҙулла Байегет – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Розалияһы – уҡытыусы, Динәһе Иҫке Сибай газ ҡаҙанлығында оператор булып эшләй, ҡыҙҙарының икеһе лә йыр-моңға ғашиҡ. Өлкән улы Камил Байегетов – Сибай ҡалаһында эшҡыуар.
Ағинәйҙең сәләмәтлек серҙәре
Әминә Сәлимгәрәй ҡыҙы, оло йәштә булһа ла, мал аҫрай, ҡош-ҡорт үҫтерә. Иртә яҙҙан баҡса эше менән булыша, ерҙе үҙе ҡаҙып сәсә, һыу ҡойоп тәрбиәләй, көҙ мул уңыш йыя. Йорт тирәһендәге емеш ағастары күҙҙең яуын алырлыҡ, алма, сейә, баланы уңа. Мал ҡураһы аръяғындағы иркен баҡсала үлән сәсеп үҫтерә, йәйгеһен шуны сабып өйөп ҡуя.
– Эшһеҙ тора алмайым, ниҙер эшләгем килә. Иртән торам да намаҙҙан һуң һыйырға сығам, һөттө һауып, сепараттан үткәрәм, көн дә уны бешереп ойотам. Өс көн һайын ҡатыҡты йыйып, ҡорот ҡайнатам. Шулай иткәндә, ҡорот сөсө, тәмле була. Ҡорот һораусылар күп, Сибайҙан да киләләр.
Әгәр эшләмәһәм, ауырыйым, хеҙмәт мине сыныҡтырҙы. Әйтер һүҙем шул: олоһона ла, кесеһенә лә иренмәҫкә, эшләргә, тәртипле булырға кәрәк. Мин дарыу эсмәйем, бик һирәк ҡулланам, әгәр ауырығанымды тойһам, арҡама дебет шәл ябам, ҡорот иҙеп эсәм, – тип үҙенең йәшәү тәжрибәһен һөйләй ағинәй.
Әминә Байегетова “Әсәлек даны”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән бүләкләнгән. “Буш ваҡытымда гәзит уҡырға яратам. Дини китаптар уҡыйым, намаҙымды ҡалдырмайым, мәсеткә йөрөйөм, хажға барҙым, Ырымбур, Ҡазан мәсеттәренә сәйәхәт иттем”, – ти ул.
...Мин күккә олғашҡан бейек ерек ағастарына ҡарайым. Улар Әминә апай менән бергә йәшәгән, күпте күргән, уның ирен, ике улын һуңғы юлға оҙатыуының шаһиттары. Беҙ һөйләшә торғас, ҡасандыр 12 ҡыҙ Ҡарағайлыға яңы юл ярған ергә килеп еттек. Йылға сылтырап аға, теле булһа һөйләр ине, тип уйлайым. Ул ҡыҙҙар йәш тә, сая ла булған, үҙҙәрен аямай эшләгән, яҡты киләсәккә ышанып йәшәгән.