Башҡорт донъяһы
5 Ноябрь 2020, 16:00

Ҡатын-ҡыҙҙар, саранан ситтә ҡалмағыҙ!

Башҡортостанда “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе-2021” республика конкурсы башланды.

Башҡортостанда “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе-2021” конкурсы башланды.
Положениеға ярашлы, унда республиканың район-ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан, үҙ эшенең оҫталары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Конкурста 10 номинация ҡаралған: “Ҡатын-ҡыҙ — әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер”, “Ҡатын-ҡыҙ — ғалимә”, “Ҡатын-ҡыҙ — уҡытыусы”, “Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди”, “Ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы”, “Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө”, “Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре”, “Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре”, “Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ”. Һәр номинацияла бер нисә еңеүсе билдәләнә. Еңеүселәргә конкурстың төп наградаһы – ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙемсеһе Рәбиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы һәм бағыусылар әҙерләгән бүләктәр тапшырыласаҡ.
Сара ике этапта уҙғарыла – муниципаль һәм республика кимәлендә. Тәүгеһе ҡала-райондарҙа үткәрелә, ә икенсеһе 2021 йылдың 2 мартында Өфөлә буласаҡ.
Гүзәл заттарыбыҙҙың бәҫен, абруйын арттырған күркәм сараны “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды һәм Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойоштора.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас