Күптән түгел Свердловск өлкәһендә үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрендә сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тел өйрәнеүгә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү тураһында ла һөйләшеү булғайны.
Әйтергә кәрәк, һуңғы бер нисә йылда был йүнәлештәге эштәр һиҙелерлек йәнләнә башланы. Быға Башҡортостан Башлығының республика халыҡтары һәм дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Гранты ла булышлыҡ итә. Шуныһы һөйөнөслө, был Грантты республика ойошмалары ғына түгел, сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ һәм милли ойошмалар ҙа юллай, башҡорт телен үҫтереү маҡсатында ҡуллана ала.
Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһындағы Милли мәҙәниәттәр үҙәге лә Башҡортостан Башлығы Грантына лайыҡ булғайны. Улар ошо Грант иҫәбенә башҡорт телен өйрәнергә теләгән кешеләр өсөн курстар булдырған. Унда төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнә.
– Дәрестәр факультатив рәүешендә бара. Илдәге хәл-торошто иҫәпкә алып, улар онлайн-алымда ойошторола. Шулай уҡ интернетта айырым төркөмөбөҙ бар. Уҡыусылар өс төркөмгә бүленгән. Онлайн дәрестәргә өлкәнең башҡа ҡалаларынан да ҡушылалар. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты үтеп китһә лә, уның авторҙары – Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы һәм Милли мәҙәниәттәр үҙәге етәкселеге дәрестәрҙе дауам итеү яҡлы, сөнки быға ихтыяж бар, - тип һөйләй Каменск-Уральский ҡалаһынан башҡорт теле уҡытыусыһы Юлиә Рамаҙанова.
2000 йылдар башында Свердловск өлкәһенең Шәкүр, Үрмәкәй, Өфө-Шигири мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытылған, өйрәнелгән. Хәҙер төбәктә башҡорт телен өйрәнеү башлыса йәкшәмбе мәктәптәре һәм ошоноң ише гранттарға ярашлы тормошҡа ашырылған проекттар нигеҙендә алып барыла.
– Элек беҙҙә башҡорт теле дәресе даими уҡытылды. Төбәк компоненты булараҡ бөтөрөлгәс, был эш туҡтатылды. Хәҙер яңынан башланыҡ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына туған телебеҙ буйынса дәрестәр ойошторабыҙ. Үрге Пышмала йәкшәмбе мәктәбен асһаҡ, тағы ла яҡшы буласаҡ, - ти Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Төмәнцева.
Әйткәндәй, был һорау Свердловск өлкәһендә үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре барышында ла күтәрелде. Мәсьәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы ла иғтибар үҙәгенә аласағын белдерҙе.
Шулай уҡ Каменск- Уральский ҡалаһынан тыш, Свердловск өлкәһендә башҡорт телен һәр кесаҙна һайын Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған онлайн дәрестәр буйынса ла өйрәнәләр. Был дәрестәргә ҡушылыусылар һаны артҡандан-арта бара, бер үк ваҡытта география ла киңәйә. Улар ярҙамында Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, хатта океан аръяғы илдәрендә лә башҡорт телен өйрәнеүселәр бар. Тимәк, бөгөн теләк булғанда, тел өйрәнеү өсөн сиктәр юҡ.